Баш ҡалабыҙҙың Дан бульварындағы ер аҫты үткәүелендә Еңеүҙең 80 йыллығына арналған фотокүргәҙмә эшләй. Уны Орджоникидзе районы хакимиәте, район музейы ойошторған.
Фотоһүрәттәрҙә - тарих. БР Милли архивы, Милли музей, Хәрби Дан музейы, мәктәптәр музейҙары, "ӨДНТУ тарихы музейы", Советтар Союзы Геройҙарының, Орджоникидзе районының Дан ордены кавалерҙарының шәхси архивынан алынған материалдарға таянып эшләнгән күргәҙмә.
Ҡарағыҙ, уйланығыҙ, ғорурланығыҙ, онотмағыҙ.
Фото: автор фотолары.