"Торатау" Конгресс-холында үткән презентацияны БР Хөкүмәте Рәйесе Андрей Назаров асты. Ул Бөйөк Еңеүгә Башҡортостандың да ҙур өлөш индереүен телгә алды һәм тарихи хәтерҙе һаҡлауҙа был китаптың мөһимлеге билдләне.
Китап менән Мәскәүҙә, Екатеринбургта, Бөйөк новгородта, Волгоградта, Ялтала, Екатеринбургта танышҡандар ҙа инде. Өфөлә лә исем туйы бик йөкмәткеле үтте.
Был ғилми хеҙмәттең әһәмиәте ҙур. Китап тарихи документтарға нигеҙләнеп яҙылған һәм тарихты үҙгәртергә маташыусыларға кире ҡаҡҡыһыҙ дәлилдәр бар.
– Китаптың Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы алдынан һәм Ватанды һаҡлаусылар йылында донъя күреүе лә символик мәғәнәгә эйә, – тине БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев.
Павел Крашенинников был хеҙмәтендә 1939 – 1953 йылдарҙы ентекле анализлаған, Советтар Союзының һуғыш һынауҙарын үтеп, нацизмды еңеп, сверхдержаваға әүерелеү осоро күрһәтелгән.
Әйткәндәй, был авторҙың Рәсәй дәүләте һәм хоҡуғы тарихы тураһындағы етенсе китабы.
Фото: Юлай Кәримов.