Һәм кисә, Владимир Лениндың тыуған көнөндә, революция юлбашсыһының һынын ҡуйғандар.
Иҫке Шығай ҙур ауыл түгел. Унда тыуған ерҙәрен яратыусы, уңған, тырыш халыҡ йәшәй. Йыл һайын өмәгә сығып, тирә-яҡты матурлайҙар, зыяратты ла тәртиптә тоталар.
Был юлы улар Ленинға һын ҡуйырға ниәтләгән. Әйткәндәй, тарихыбыҙҙа ҙур урын биләгән шәхескә яңы заманда илебеҙҙә ҡуйылған берҙән-бер һын, ти ул. Элеккеләрен дә алып ташларға күп һорамайҙар бит хәҙер...
Сабай Ауыл советы депутаты, Иҫке Шығай ауылы старостаһы Альберт Айҙаров белдереүенсә, Бөйөк Ватан һуғышында Ленин нигеҙ һалған Советтар Союзы халҡы еңеү яулаған.
Ауылдағы был иҫтәлекле урындың тәрбиәле, таҙа торасағына ышаныс ҙур, тарихҡа ихтирам менән ҡарай шығайҙар.
Фото: “Буздякские новости”, vk.com, асыҡ сығанаҡтарҙан.