Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
2 Ноябрь 2019, 18:06

Радий Хәбиров Башҡортостан халҡы өсөн бик мөһим ҡарар ҡабул иттек тине

Бөгөн республика Башлығы социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә газ үткәреү буйынса һорауға аныҡлыҡ индерҙе. Ни өсөн тигәндә Башҡортостанда күптәр зәңгәр яғыулыҡ ҡуллана алмай. Сәбәбе - тоташтырыу хаҡы бик юғары.

Радий Фәрит улы үҙ яҙмаһында газификация буйынса сертификат системаһы индереләсәк тигән. Улар башлыса социаль яҡтан яҡланмаған граждандарға ҡағыласаҡ һәм тоташтырыуҙың хаҡын 60 мең һумға тиклем ҡаплаясаҡ. Ә бына Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәм инвалидтары, хәрби бәрелештәр инвалидтары, инвалидтар, мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы тәрбиәләүсе ғаиләләр һәм күп балалы ғаиләләргә сертификат күләме 100 мең һумға етәсәк.
Газ тоташтырыуға ярҙам алыу өсөн Күп функциялы үҙәккә (МФЦ) йәки социаль яҡлау буйынса район бүлегенә мөрәжәғәт итергә кәрәк буласаҡ. Уларҙың белгестәре бар нюанстарҙы төплө аңлатасаҡ.
Читайте нас: