Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
12 Июль 2019, 21:04

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Бөгөн Өфөлә БР буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология хеҙмәте үҙәге комплексы асылды. Ул баш ҡаланың Октябрь районындағы урманлы зонаһында 7 гектар майҙанда урынлашҡан. Үҙәкте төҙөгәндә унда эшләйәсәк хеҙмәткәрҙәргә, аҫраласаҡ эттәргә шарттар талаптары иҫәпкә алынған.

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров кинологтарға һәм полиция хеҙмәткәрҙәренә эштәре өсөн рәхмәт әйтеп, улар ауыл-ҡалаларҙағы тормошто хәүефһеҙ итә тип белдерҙе. Ул шулай уҡ республиканың дәүләт власы органдары менән хоҡуҡ һаҡлаусыларҙы эшлекле үҙ-ара мөнәсәбәт бәйләй һәм полицияның материаль – техник базаһын яҡшыртыу буйынса дөйөм эш алып барыла тине.
«Быйыл беҙ Бәләбәй район эске эштәр бүлегенең яңы һәм заманса бинаһын сафҡа индерҙек, — тине Радий Фәрит улы. — Республика артабан да хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренә ярҙам итәсәк тип ышандырырға теләйем. Кинология үҙәген асыу менән һеҙҙең менән бергә йәмәғәт тәртибен һаҡлаған, енәйәтселеккә ҡаршы көрәшкән дүрт тәпәйле дуҫтарыбыҙ өсөн хеҙмәт итеү һәм йәшәү өсөн ҡулайлы шарттар булдырылды».

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министры, полицияның генерал – лейтенанты Роман Деев үҙәк 2011 йылда төҙөлә башланы тип әйтеп үтте. Республика бюджетынан төҙөү-монтаж эштәренә 60 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Башҡортостан үҙәккә илткән юлдарҙы төҙөүҙә 5,3 млн. һумлыҡ ярҙам күрһәткән, Өфө ҡалаһы хакимиәте дами ҡулланыуға ер биләмәһе биргән. Объект Федераль адреслы инвестициялар программаһына индерелгән һәм төҙөлөштө тамамлау өсөн 260,3 млн. һум аҡса күсерелгән.
БР буйынса Эске эштәр министры белдереүенсә, үҙәк Волга буйы федераль округында иң эреһе тип һанала.

«Бында дөйөм ятаҡлы һәм ҡунаҡханалы заманса административ корпус, өҫтө ҡаплаулы автотуҡталҡа, эттәр өсөн иркен вольерҙар, спорт һәм күнекмә майҙансыҡтары, үрсетеү, үҫтереү һәм өйрәтеү өсөн махсус бүлмә бар. Кинология хеҙмәте енәйәтселеккә ҡаршы тороуға ҙур өлөш индерә. Быйыл ғына кинологтар һәм уларҙың эттәре 6 меңдән ашыу хәл-ваҡиға урынына барҙы, 3 меңдән ашыу байрам-сара хәүефһеҙлеген тәьмин итте һәм меңдән ашыу енәйәтте асыуҙа ҡатнашты», — тине Роман Деев.
Радий Хәбиров үҙәктең административ корпусын, дөйөм ятаҡты, питомникты ҡараны, хеҙмәт эттәренең күнекмәләрен күҙәтте.

Читайте нас: