Бөгөн Мәскәүҙә вертолет индустрияһы буйынса халыҡ-ара күргәҙмә асылды. Был - 12-сеһе. Беҙҙең маҡтанырлыҡ вертолеттар бар.
HeliRussia күргәҙмәһендә быйыл 19 илдән граждан һәм хәрби продукция ҡуйылған. АҠШ, Франция, Германия, Бөйөк Британия, Италия, Белоруссия үҙенең техникаһын күрһәтә.
Рәсәй Президенты Владимир Путин ошо сара асылыу уңайынан сәләмләү юлланы.
"HeliRussia имеет насыщенную программу и богатую экспозицию, которые привлекают заинтересованное внимание специалистов, экспертов, пользуются признанием зарубежных деловых партнеров. Все это свидетельствует о том, что отечественная вертолетная индустрия держит планку качества работы, стабильно развивается, предлагает новые, востребованные продукты и услуги, осваивает внутренний и мировой рынки", тигән Президент.
Ул күргәҙмәнең беҙҙең ҡаҙаныштарҙы ғына күрһәтеп ҡалмай, перспективалы проекттарға ла старт бирәсәгенә ышана.
Әйткәндәй, был халыҡ-ара сара Европала иң ҙурҙарынан һанала. Рәсәйҙә вертолет индустрияһына арналған берҙән-бер һәм халыҡ-ара күргәҙмә. 2008 йылдан алып уҙғарыла.