Комик актер, КВН-сы, туйҙар һәм корпоративтар алып барыусы Владимир Зеленскийҙың Украина Президенты һайлауҙарында еңеп сығыуы көтөлмәгән хәл булды. Бындай күренеш донъя практикаһында тәүге тапҡыр: бер ниндәй сәйәси тәжрибәһе булмаған кеше тотош ил менән идара итәсәк. Америка Ҡушма Штаттарының 40-сы Президенты Рональд Рейган да актерлыҡтан оло сәйәсәткә килгән булған. Тик ул ил башлығы булыр алдынан Сенатҡа һайланған, Калифорния штаты губернаторы булып эшләгән. Бөгөнгө Президент Дональд Трамптың да сәйәси багажы һәлмәк кенә ине.
Артист һәм актерҙарҙың һайлауҙарҙа еңеүе һәм етди вазифаға тәғәйенләнгәне бар, әлбиттә. Мәҫәлән, Арнольд Шварценеггер штат менән идара итте. Исландияла, илдәге көрсөк мәлендә, комик һәм рокер Йон Гнарр Рейкьявик мэры булып һайланды. Рәсәйҙә лә бындай хәлдәр булғаны бар – Михаил Евдокимов артислыҡтан Алтай губернаторы итеп һайланды. Спортсы Бату Хасиков Владимир Путин указы менән Ҡалмыҡстан губернаторы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнде.
Ә бына сәйәсәт менән бөтөнләй таныш булмаған Зеленский Европала ҙурлығы буйынса Рәсәйҙән ҡала икенсе урында торған илдең Президент креслоһына ҡурҡып та тормай барҙы ла ултырҙы. Ул ысын театрҙы Украинаның сәйәси театрына алмаштырҙы, политологтар яңы етәксенән нимә көтөргә лә белмәй. Петр Порошенко Рәсәйгә ҡарата үҙенең радикаль мөнәсәбәтен бер ҡасан да йәшермәне. Ә был – аптыраҡ...
Командаһының тәжрибәһеҙлеге бөтә кимәлдә лә һиҙеләсәк: кадрҙар мәсьәләһендә кемде теләй – шуны тәғәйенләйәсәк, тип фараз ҡыла белгестәр. Ә бына ил иҡтисадын Зеленскийҙың яҡын кешеһе олигарх Игорь Коломойский тулыһынса үҙе контролдә тотасаҡ. Ә Порошенко ваҡытында был эшҡыуарҙың бик күп милкен, шул иҫәптән “ПриватБанк”ты ла дәүләт милкенә әйләндергәйне.
Власҡа яңы Президенттың килеүе ниндәй яңылыҡтар килтерер? Рада үҙгәрерме, Донбасста хәл яҡшырырмы, Рәсәй менән мөнәсәбәте ниндәй булыр, Украина НАТО-ға инерме – һорауҙар күп. Халыҡтың Зеленскийға тауышты өс тапҡырға күберәк биреүенә ҡарағанда, украиндар илдең яңырыуын теләй. Һайлаусылар позитив, харизмалы актерҙан тик ыңғай үҙгәрештәр көтә.
Ни тиһәләр ҙә, сәйәсәткә тәүгә килеп ингән Зеленский яҡшылыҡ һәм яманлыҡ, ғәҙеллек, ирек, яуаплылыҡ тигән ябай төшөнсәләргә таянып эш итер, тип өмөтләнәйек һәм уға уңыштар теләйек.