11 мартта Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Чехия делегацияһы менән осрашты. Делегацияны илдең Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Витезслав Пивонька етәкләй.
Осрашыуҙа Чехияның ауыл хужалығы министры урынбаҫары Павел Веселы, шулай уҡ Башҡортостан вице-премьеры — ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов ҡатнашты.
Яҡтар иҡтисадта һәм социаль өлкәлә артабан хеҙмәттәшлек итеү йүнәлештәрен тикшерҙе.
Атап әйткәндә, һүҙ Башҡортостандың Чехияға оҙатҡан сәнәғәт тауарҙары исемлеген киңәйтеү хаҡында барҙы. Үҙ сиратында, Чехия Республикаһы Башҡортостанда ауыл хужалығы технологияларын һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәтен үҫтерергә әҙер.
Берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа үҙ-ара ҡыҙыҡһыныуҙар билдәләнде. Ошо маҡсатта йылдың икенсе яртыһында Башҡортостанға Чехия бизнесының вәкәләтле делегацияһы килеүе ихтимал.
Бынан тыш, туризм, мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәһендә үҙ-ара эш итеү мөмкинлектәре тикшерелде. Әлеге йүнәлештәрҙә тәжрибә алмашыу өсөн Өфөлә Чехия Республикаһы көндәрен уҙғарырға тәҡдим ителде.