Өфөлә Рәсәй сәнәғәт форумы барышында Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы төбәктең ҙур сәнәғәт предприятиелары етәкселәре менән осрашты.
Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, әле сәнәғәтте үҫтереү өсөн шарттар һәйбәт, 2018 йылда республика сәнәғәт етештереүенең 3,4% артыуы ошо хаҡта һөйләй. Шул уҡ ваҡытта ул Рәсәй буйынса уртаса 2,9% тәшкил итте.
Ғәҙәти тармаҡтарҙы – нефть химияһын, оборона производствоһын үҫтереүҙән тыш, иғтибарҙы яңы үҫеш нөктәләренә йүнәлтергә кәрәк, тип һөйләне Радий Хәбиров. Мәҫәлән, «Ҡала кешеһе» троллейбус-электробусын етештереүгә. Яңыраҡ Өфөлә уның менән таныштырыу сараһы үтте. Троллейбус бөгөн ВДНХ комплексындағы форум күргәҙмәһенә лә ҡуйылған.
Әле Башҡортостан Хөкүмәте федераль үҙәк – Рәсәйҙең Сәнәғәт министрлығы менән бәйләнештәр булдыра, унда, Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, Башҡортостанды «күрәләр», һәм республика сәнәғәтселәре власть яғынан уларҙың мәнфәғәтттәрен яҡлауға иҫәп тота ала.
«Индустриаль парктар булдырыу – республикала сәнәғәт етештереүен үҫтереүҙең төп йүнәлештәренең береһе. Беҙ тап шуға баҫым яһарға уйлайбыҙ. Башҡортостанда башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда парктар күп булһа ла, улар барыбер етмәй. Республика Хөкүмәтендә сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Фәрит Ғилмановты ошо йүнәлеште үҫтереү өсөн яуаплы итеп тәғәйенләнек», — тип һөйләне Радий Хәбиров.
Бынан тыш, республика власының ҙур сәнәғәт предприятиелары менән үҙ-ара эш итеүенең яңы форматы «Сәнәғәт сәғәте» барлыҡҡа килеүе йә иһә «Инвестиция сәғәте»нең форматы киңәйтелеүе ихтимал. Барлыҡ ошо саралар республикала бизнесты үҫтереүҙең «дөрөҫ мөхитен» булырыуға йүнәлтелгән, тип билдәләне Радий Хәбиров, бизнес менән үҙ-ара эш итеүҙең хоҡуҡи, административ аспекттарын күҙ уңында тотоп. Ул предприятие етәкселәренә ҡатмарлы һәм ашығыс мәсьәләләрҙе туранан-тура хәл итеү өсөн үҙенең кеҫә телефоны номерын яҙып алырға тәҡдим итте. «Һеҙ минең өсөн түгел, ә мин һеҙҙең өсөн», — тип белдерҙе республика етәксеһе сәнәғәтселәргә.