Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
27 Апрель 2012, 15:12

Рәсәй өсөн мөһим йыл –

Мәскәүҙән Алыҫ Көнсығышҡаса үҫә башлайбыҙИлебеҙгә яңы етәксенең законлы рәүештә килеүенә һанаулы ғына көндәр ҡалды. Килә, тип, әллә ни алыҫтан килмәй инде ул – бер ултырғыстан икенсеһенә шылып ҡына ултырасаҡ, тигәндәй. Был көндәрҙә ялҡауланмаған һәр кем Рәсәйҙең киләсәге ниндәй буласағын юрап маташа. Имеш, беҙҙе алда ғәләмәт ҙур үҙгәрештәр, яңынан-яңы реформалар көтә.

Мәскәүҙән Алыҫ Көнсығышҡаса үҫә башлайбыҙ
Илебеҙгә яңы етәксенең законлы рәүештә килеүенә һанаулы ғына көндәр ҡалды. Килә, тип, әллә ни алыҫтан килмәй инде ул – бер ултырғыстан икенсеһенә шылып ҡына ултырасаҡ, тигәндәй. Был көндәрҙә ялҡауланмаған һәр кем Рәсәйҙең киләсәге ниндәй буласағын юрап маташа. Имеш, беҙҙе алда ғәләмәт ҙур үҙгәрештәр, яңынан-яңы реформалар көтә. Иң тәү сиратта Президент ил Хөкүмәте составын яңыртасаҡ. Хәйер, ул күптән формалаштырылған һәм бында арыу ғына «китеш-килеш»тәр була икән. «Коммерсантъ» баҫмаһы фаразлауынса, Мәскәүҙең Аҡ, йәғни Хөкүмәт йортонда, вице-премьер Игорь Шувалов, иҡтисади үҫеш министры Эльвира Нәбиуллина, финанс министры Антон Силуановтарҙың ҡалыу ихтималлығы ҙур. Йәнә лә һаулыҡ һаҡлау министры Татьяна Голикова «ултырып» ҡаласаҡ. Ә бына ауыл хужалығы министры Елена Скрынник, Транспорт министрлығы етәксеһе Игорь Левитин хөкүмәттән китер, моғайын. Уларға мәғариф министры Андрей Фурсенко менән тәбиғәт ресурстары министры Юрий Трутнев та эйәрер.
8 – 9 майҙа иғлан ителәсәк исемлек ошо көндәрҙә раҫлана, имеш. Хатта, Путин барыһын да аптыратасаҡ, тип юрайҙар. Рәсәй халҡы хәҙер улай аптырап та бармай инде. Нисек кенә булмаһын, беҙ өмөт менән йәшәйбеҙ.

Иҡтисадтың ете
«ауыртҡан ере»

Владимир Путин Иҡтисади үҫеш министрлығы коллегияһы ултырышында сығыш яһап, Рәсәй өсөн үтә лә мөһим осор етеүен әйтте. Беҙгә киләсәк йылдарға үҫеште билдәләүсе ҡарарҙар ҡабул итергә кәрәк.
Ведомство етәксеһе Эльвира Нәбиуллина иҡтисади сәйәсәттең ете ауыртҡан нөктәһен атаны. Тәүгеләре – һалымдар, тарифтар һәм пенсия йыйымдары.
Рәсәй донъя буйынса бизнес-климат рейтингыларында ярайһы уҡ артта һөйрәлһә лә (мәҫәлән, «Doing Business» исемлегендә 183 ил араһында 120-се урында), реформалар үткәреүҙә алға китеш буйынса иң шәп 25 ил иҫәбенә ингән.
Эшлекле климаттың мөһим бер өлөшө – һалым. Министр билдәләүенсә, эске тулайым продукттың (ВВП) 35,6 проценты ауыр ғына «йөк». Һалым ғәҙел булырға тейеш. Мәҫәлән, корпорацияларҙың иң ҙур килеменә – күберәк, модернизациялау менән шөғөлләнгән эшҡыуарлыҡҡа – әҙерәк. Етмәһә, административ кәртәләр бар. Улар һалымды ҡайһы саҡ 50 – 60 процентҡаса арттыра.
Икенсе бер ауыртҡан ер – электр энергияһына, газға һәм тимер юл аша йөк ташыу­ға хаҡтар. Бынан тыш, дәүләттең иҡтисадҡа ҡатнашлығын кәметергә кәрәк, тигән фекер әйтте Эльвира Нәбиуллина, өсөнсө ауыртҡан ер хаҡында телгә алып, һәм хосусилаштырыу хаҡында һөйләне. Артабан, дүртенсенән, милли финанс системаһын нығытыу зарурлығын иҫкә төшөрҙө. Быны ҡануниәтте яңынан ҡарап сығыу, тип аңларға кәрәктер.
Бишенсе «төйөр» – пенсия системаһы. Был тәңгәлдә реформа үткәрмәй тороп, 2015 йылға дефицитһыҙ бюджетҡа күсеү мөмкин булмаясаҡ. Министр ханым, алдан пенсияға сығыуҙы реформалаштырыу, минималь стажға булған талаптарҙы күтәреү, ирекле йыйымдарҙы үҫтереүҙе пенсия системаһы тирәләй проблемаларҙы хәл итеү өсөн мөһим ҡарарҙар, тип иҫәпләй.
Алтынсы – иҡтисадтың асыҡлығы. Был Таможня берлегенә һәм Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына ингәндә бигерәк тә көнүҙәк.
Етенсе – бюджет ҡағиҙәһе. Бында Эльвира Нәбиуллина Финанс министрлығы менән килеп тыуған бәхәстең асылын аңлата. Финанс министрлығы белгестәре, бюджет нигеҙенә нефттең уртаса ун йыллыҡ хаҡын алырға, ти, ә Иҡтисади үҫеш министрлығында эшләүселәр иһә – өс йылдағы хаҡты. Әлеге ике ведомство вәкилдәре уртаҡ фекергә килә алмағанын йылдар көтөп тормай. Әйткәндәй, Владимир Путин ун йыллыҡ хаҡты ла яҡламай, өс йыллығын да. Әгәр ҙә хаҡтар төшһә, дәүләт һалған аҡса елгә осасаҡ һәм төҙөлөп бөтмәгән объекттар һаны артасаҡ. Премьер-министр фекеренсә, иҡтисадҡа пенсия тупланмалары «эшләһә» лә яҡшы булыр ине. Әле был күрһәткес – дүрт триллион һум. Тик әле ғәмәлдә булған ҡағиҙәләр ул сумманы тотонорға рөхсәт итмәй. Ошо айҡанлы Путин ике министрлыҡҡа ла, «Внешэкономбанк»ка ҡағиҙәләрҙе үҙгәртеү буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.
Халыҡ быйыл уҡ үҙгәрештәр көтә. «2018 йылға беҙ илде бөтөнләй яңыса итеп күрһәтергә тейешбеҙ», – тине буласаҡ Рәсәй Президенты.
Яңыса тигәндән, Рәсәйҙең бығаса әллә ни иғтибар бирелмәгән төбәктәре тиҙҙән сәскә атасаҡ, имеш. Себер менән Алыҫ Көнсығышты үҫтереү буйынса ярайһы ғына күп һөйләй башланылар.
Ниһайәт, ҡояш сығышына
табан юлланырға торабыҙ

Бәлки, илдең баш ҡалаһын Себергә күсерергәлер? Был турала Мәскәү өлкәһенә яңы раҫланған етәксе Сергей Шойгу әйтеп ысҡындырғайны инде.
Себерҙе һәм Алыҫ Көнсығышты үҫтерергә 32 триллион һум аҡса кәрәк, әммә был сумманың төп өлөшөн бюджет аҡсаһы түгел, ә Рәсәй һәм сит ил компанияларының инвестициялары тәшкил итергә тейеш. Шойгу ошондай фекерен дә әйтте. Был тиклем аҡса, әлбиттә, бер юлы тотонолмай. Илдең көнсығышын үҫтереү 20 йылға һуҙыласаҡ. Шундай ҙур проектта ҡатнашыу­сылар­ға, йәғни төбәкте үҫтерешеүселәргә төрлө льготалар ҙа ҡаралған. Мәҫәлән, ипотека буйынса процентһыҙ ставкалар. Бөгөн был хаҡта кем генә хыялланмай. Әгәр ҙә шунда биш йыл йәшәһәң, кредиттың 50 проценты ҡаплана, 15 йылда – 100 проценты. Автокредиттар ҙа процентһыҙ булһа, бөтә халыҡ эркелешеп Алыҫ Көнсығышҡа юлланмаҫ тимә. Былай ҙа беҙҙекеләр Себер тулы. Элегерәк Шойгу, Томск, Омск, Иркутск, Красноярск ҡалаларының береһен Рәсәйҙең баш ҡалаһы итергә мөмкин, тип әйтә биреп ҡуйғайны. Нишләйһең, үҙе шул тарафтарҙан булғас, ошо хаҡта хыялланғандыр ҙа. Ә барыбер Мәскәү тирәһенән китә алманы. Үҙәк үҙәк инде. Әллә Кремль шулай тартып торамы?
Кремль тигәндән, Президент Дмитрий Медведев «хушлашыу ултырышы» үткәрҙе.

Хуш, Кремль...

Дөрөҫөн әйткәндә, Кремлдә Дәүләт Со­ве­тының киңәйтелгән ултырышын Медведев беренсегә һәм һуңғы тапҡыр уҙғарҙы. Тап ошо сарала Дмитрий Анатольевич, Президент булараҡ, үҙенең эшенә йомғаҡ яһаны.
Ил башлығы әйтеүенсә, 2008 йылдың майында ул гражданлыҡ йәмғиәтенең үҫеше төп маҡсаты булыуы тураһында һөйләгән. Был әлегәсә өҫтөнлөклө булып ҡала. «Рәсәйҙе ирекле тормошҡа һәләтһеҙ милләт тип һанау хурлыҡлы. Беҙҙең милләт өсөн башҡаларға буйһоноу, ҡоллоҡ хаҡында уй ҙа сыҙап торғоһоҙ. Беҙ көрсөктә граждандарҙы һаҡлап ҡала алдыҡ. Быны ҙур ҡаҙаныш тип иҫәпләйем. Нимә генә әйтһәк тә, илебеҙҙең иҡтисады ярайһы ғына тиҙлектә үҫә. Быйыл инфляция ла, һуңғы йылдар менән сағыштырғанда, иң түбәне», – тине Медведев үҙ сығышында. Бынан көрсөк ваҡытында властың, халыҡҡа тағы ла нығыраҡ фәҡирләнергә юл ҡуйманыҡ, тигәне асыҡ аңлашыла. Эйе, әлдә көрсөк булды әле, юғиһә эшләнеп етмәгән эштәрҙең сәбәбен нимәгә япһарыр инек.
Урта ҡатлам проблемаларына туҡталғанда, ипотеканы һәм ҡуртымға алынған торлаҡ хаҡын арзанайтыуҙың мөһимлеге, эшҡыуарлыҡтағы кәртәләрҙе юҡ итеү хаҡында һөйләне.
Дмитрий Медведев иҡтисади ҡарарҙар ҡабул иткәндә дәүләт таянырға тейешле биш принципҡа туҡталды. ҡыҙыҡ килеп сыға – һуңғы ваҡытта беҙҙекеләр һандар менән генә күҙаллай, үрҙә иҡтисадтың ете «ауыртҡан ерен» һанағайныҡ. Ә был биш принцип түбәндәгеләрҙән ғибәрәт:
Беренсеһе – эшҡыуарлыҡ. «Эшҡыуарлыҡ һәләте ижтимағи ҡиммәт тип һаналырға тейеш», – тине Президент. Икенсеһе – дәүләттең иҡтисадҡа ҡыҫылышы асыҡ һәм мөмкин тиклем минималь булыуы. Өсөнсөһө – хоҡуҡ һаҡлау органдарының теләһә ҡайһы формалағы мөлкәт ойошмаларына позицияһының ғәҙеллеге. Дүртенсеһе – иҡтисадты яйға һалыуҙың халыҡ-ара кимәлдә конкурентлыҡ тыуҙырырға тейешлеге. Бишенсеһе – барлыҡ ҡағиҙә­ләр­ҙе формалаштырыуҙа йәмғиәттең ҡатнашлығы.
Йәнә лә хоҡуҡ һаҡлау системаһында барған реформа һөҙөмтәләре фаразланды. Медведев әйтеүенсә, реформанан һуң, «погонлылар»ҙың эшмәкәрлеге йәмәғәт күҙәтеүе аҫтында һәм асыҡ булыуы мөһим. Был хоҡуҡ һаҡлаусыларҙың, шулай уҡ суд системаһының да эшмәкәрлеге бары тик законға таянырға тейеш тигәнде аңлата. Закон алдында барыһы ла бер тигеҙ, тип һөйләйбеҙ ҙә ул, киләсәктә был бөтөнләй онотолоп ҡуймағайы.

Әйткәндәй

Алдағы көндәргә ниәттәр менән таныштырғанда, ил башлығы пенсия реформаһына ла ҡағылып үтте. Был тармаҡта реформа юлдары киң йәмәғәтселектә билдәләнергә тейеш, тип иҫәпләй Медведев.
Бер яҡтан, Президент үҙенең сығышы менән Владимир Путиндың традицияһын ҡабатлағандай тойолдо. Сөнки 2008 йылда Путин, ил башлығы вазифаһын бушатҡанда, Дәүләт Советының киңәйтелгән ултырышын йыйып, «Рәсәйҙең 2020 йылға тиклем үҫеш стратегияһы тураһында» телмәр тотҡайны.
Ошо көндәрҙә күҙаллауҙар һәм ниәттәр, вәғәҙәләр һәм ҡаҙаныштарҙы барлау тағы ла булыр әле ул. Беҙ уларҙы тыңларға яратабыҙ...
Читайте нас: