РФ хөкүмәте Премьер-министры Владимир Путин, Рәсәйҙең көрсөк шарттарына әҙер булыуы илдең элекке финанс министры Алексей Кудриндың ҡаҙанышы, тип белдергән.
Шишәмбелә Финанс министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышында әйтелгән был һүҙ. Донъя көрсөгө «килеп еткәндә» беҙҙең ярайһы ғына запасыбыҙ булған, Резерв һәм Милли именлек фонды төҙөлгән.
«Мин министрлыҡты оҙаҡ йылдар етәкләүсе Алексей Кудринға һайланған финанс стратегияһын бойомға ашырғанда профессионализмы, яуаплылығы, принципиаллеге өсөн рәхмәт әйтәм», – тине Путин. Эйе, көрсөк беҙҙең янсыҡтарҙы ныҡ ҡына «ябыҡтырҙы» ла ул, әммә бөтөнләй буш булманы. Бының өсөн, Рәсәйгә тағы көрсөк килә, тип яр һалған Кудрин әфәндене маҡтарға икән. Ярай, күҙ күрер әле. Алда – тамамланмаған йыл һәм байтаҡ ыңғай вәғәҙә.
Кредит шарттары уңайлыға әйләнәсәк?!
Бөгөн күптәр өсөн мөһим булған яңылыҡҡа ла урын бүләйем әле. Беҙҙең илдә кредитһыҙ йәшәүселәр юҡтыр ул. Банк юлын йыш тапайбыҙ тигәс тә, был байлыҡты түгел, киреһенсә, ярым ярлылыҡты аңлата шул. Йәл, унда аҡса һалырға бармайбыҙ, теләнселәргә йөрөйбөҙ. Ярай әле ил етәкселеге, ниһайәт, хәлебеҙгә инергә ниәтләй, буғай.
Владимир Путин РФ Финанс министрлығына эшҡыуарлыҡ өсөн дә, ябай халыҡҡа ла кредит ставкаларын контролләүҙе көсәйтергә ҡушҡан. Был мәсьәлә буйынса быға тиклем дә квартал һайын мониторинг үткәрергә әмер бирелгән. Тиҙҙән Хөкүмәткә «ҡулланыусылар тураһында» закон проекты ла тәҡдим ителергә тейеш. Путин фекеренсә, гражданға кредиттың ысын һәм тулы хаҡын белеү хоҡуғы бирелеү мотлаҡ. Юҡһа, күп осраҡта бигүк аңлап та етмәй, аҡсалы булырға тырышабыҙ, кредит килешеүен уҡып та тормай уға ҡултамғабыҙҙы ҡуя һалабыҙ. Унда ниҙәр яҙылғанына түләүҙәр «һикерешә» башлағас күҙ һалған булабыҙ.
Әйткәндәй, Финанс министрлығы коллегияһы ултырышында ярайһы ғына өмөтләндерерлек ниәттәр күҙалланды. Ә беҙ өмөтләнергә яратабыҙ…
Быйыл социаль бурыстарҙы үтәүгә өҫтәмә рәүештә 108 миллиард һум аҡса бүленәсәк. Был сумма, башлыса, ветерандарҙы торлаҡлы итеүгә, хәрбиҙәргә хеҙмәт хаҡын күтәреүгә, ер тетрәүҙән зыян күргән төбәктәрҙә биналарҙы сейсмология йәһәтенән нығытырға тотоноласаҡ. Тағы ла бер «саҡ» ялғауы менән 2015 йылға илдең бюджеты дефицитһыҙға сығыуын да теркәп ҡуяйыҡ.
Һалым һалыуға бәйле фекерҙәр ҙә булды. Премьер-министр министрлыҡҡа байлыҡҡа һалым күләмдәрен йәнә лә бер ныҡлап тикшерергә ҡушты. Шулай уҡ алкоголгә, тәмәкегә акциздарҙы әкренләп күтәреү яҡлы булыуын да белдерҙе.
Үҙгәрештәр, реформалар етерлек булыр әле. Реформа тигәндән…
Столыпин, өлгө алабыҙ һинән
Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Владимир Путин иҫәпләүенсә, Столыпин реформалары тәжрибәһе бөгөн бик актуаль. Был фекерен ул «Столыпин уҡыуҙары. Рәсәйҙең яңырыш юлдары: Столыпиндан алып бөгөнгәсә» тигән халыҡ-ара конференцияла әйткән.
Быйыл Петр Столыпин-дың тыуыуына 150 йыл тула. Тап ошо датаға байтаҡ ҡы-на сара бағышлана ла. Ғөмүмән, ти Путин, уның реформалары беҙҙең илдә генә түгел, сит илдәрҙә лә иҡтисадты үҫтереү кеүек мөһим мәсьәләләрҙә ҙур һорау менән файҙалана.
Премьер-министр бығаса ла Столыпиндың ҡаҙаныштары ту-раһында әйткеләй ине. «Ул арыу ғына хеҙмәт юлы үтеп, ауыр сәйәси осорҙа хөкүмәт башлығы була», – тип хәтерләгәйне Путин былтыр әлеге юбилейға әҙерлек сигендә үткән бер кәңәшмәлә. Был юлы конференцияла ла Столыпинға һәйкәл ҡуйыу тураһында һүҙ сығарҙы. «Йәштәргә өлгө алырға лайыҡлы шәхестәр кәрәк, – тип ишаралағандай Владимир Владимирович. – Мәжбүр итмәйем, әммә хөкүмәттең һәр ағзаһы һәйкәл өсөн шәхси аҡсаһын йәлләмәҫ, тип өмөтләнәм».
«Дәүләткә бер 20 йыл эстән дә, тыштан да тыныслыҡ бирегеҙ һәм һеҙ Рәсәйҙе танымаясаҡһығыҙ ҙа!» – тигән үҙ заманында бөйөк реформатор. Уның был һүҙҙәрен ошо көндәрҙә йыш телгә алырҙар әле.
Столыпиндың аграр реформаһы – ауыл хужалығы тармағында 1906 йылдан башлап үткәрелгән саралар комплексы ул. Уның башында тап Петр Столыпин торған.
Реформаның төп йүнәлештәрен хөкүмәт түбәндәгесә билдәләгән: ерҙе крәҫтиәндәргә бүлеп биреү, крәҫтиәнгә күпләп кредит алыу мөмкинлеге булдырыу, алпауыт (помещик) ерҙәрен крәҫтиәндәргә уңайлы шарттарҙа һатыу өсөн һатып алыу, аралаш-ҡан баҫыуҙарҙы бөтөрөү иҫәбенән крәҫтиән хужалығын оптималләштереү мөмкинлеге биргән ер төҙөлөшө.
Столыпиндың 1907 йылдың 10 майындағы Дәүләт Думаһы ултырышында һөйләгән телмәре уның ҡарашын айырыуса асыҡ күрһәтә. «…Хөкүмәттең маҡсаты билдәле – ул крәҫтиәндең ергә хужа булыуын киңәйтергә, крәҫтиәнде бай итеп күрергә теләй. ҡайҙа етешлек – шунда ысын ирек, ғилемлелек. Бының өсөн уңған крәҫтиәнде әлеге тормош шарттарынан арындырып, уға азатлыҡ, үҙенең хеҙмәт емештәрен нығытырға, үҙен милексе итеп тойорға мөмкинлек бирергә кәрәк. Был милекселек мираҫҡа ла ҡалырға тейеш. Бындай милексе-крәҫтиәнгә хөкүмәт кәңәш менән дә, аҡса менән дә ярҙам итергә бурыслы… Беҙҙең аңлауыбыҙса, ер кешегә хужа түгел, ә кеше ергә хужа булырға тейеш. Ергә иң юғары сифатлы хеҙмәт (бында хәстәрлек тип әйтеү дөрөҫтөр), һәм әйтергә кәрәк, мәжбүри түгел, ә ирекле хеҙмәт һалынмаһа, ул беҙҙең күршеләрҙең ере менән ярыша алмаясаҡ…»
Был һүҙҙәрҙе ябайлаштырғанда, ергә хужаларса хәстәрлекле ҡарау кәрәк, тигәнде аңлауы ҡыйын түгел. Юҡһа йыш ҡына «был ерҙең хужаһы мин түгел, ә хөкүмәт, әйҙә, ул ҡараһын да» тигән кеүегерәк фе-керҙәр ишетелә. Столыпин реформаһының нисек«тамамланыу» тарихын да беләбеҙ.
Сығымдар, сығымдар,
ә керемдәр бармы?
Хәйер, беҙҙә реформалар бигүк ҡолас йәйеп ҡаршы алынмай инде ул. Улар бойомға ашырылғанда ла әле күпме абынып йығылабыҙ. Бына хәрби һүҙенә бәйле бөтә нәмәне күтәргәндә лә (хәрбиҙәргә эш хаҡын, хеҙмәт шарттарын, ҡоралланыуҙы күҙ уңында тотам) артыҡ ҡыланып ташламайбыҙмы икән, тигән һорау тыуа ҡайһы саҡта. Әлбиттә, һаҡланырға кәрәк, әммә күп халыҡ һум-тиндәренең осон-осҡа ялғап йәшәгәндә, был дөрөҫ булырмы?
Донъя буйынса хәрби сығымдар 0,3 процентҡа ғына артҡан. Быға глобаль көрсөк сәбәпсе, тиҙәр. Шуға ҡарамаҫтан, Стокгольм халыҡ-ара донъя проблемаларын өйрәнеү институты мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәй хәрби сығымдар буйынса донъяла өсөнсө урынға «күскән». Был юҫыҡта сығымдар былтыр 9,3 процент (71,9 миллиард доллар) тәшкил иткән. Ошоноң менән илебеҙ Бөйөк Британияны, Францияны уҙып киткән. Ә лидерҙар элеккесә: тәүге урында АҡШ (711 миллиард доллар), унан ҡала – ҡытай (143 миллиард доллар). ҡайһы бер белгестәр күҙаллауынса, 2014 йылға хәрби сығымдар тағы ла 53 процентҡа артасаҡ. Кремль ҡоралланыуға, армияның үҫешенә һәм йыһазландырыуға, хәрби инфраструктураға арыу ғына аҡса тотонасаҡ. Әлбиттә, бында ил сәнәғәтселәре ошондай амбициоз планды ҡәнәғәтләндерә алырлыҡмы, тигән һорау тыуасаҡ. Рәсәй етәкселеге бик теләй икән, мөмкинлек табырҙар.
ҡушма Штаттар исемлектә алда булһа ла, улар сығымдарҙы бер аҙ кәметкән. Европала ла шул уҡ хәл. ҡытай иһә, Рәсәйҙән күрмәксеме, әллә һаҡланыу яҡшы типмелер, ҡоралланыу өсөн аҡса тотоноуҙы 6,7 процентҡа арттырған.
Бындай ярышыуҙар нимәгә алып барыр, белмәҫһең.
Әйткәндәй
Яңы һайланған Президентҡа, йәғни Владимир Путинға яңынан-яңы тәҡдимдәр, мөрәжәғәттәр еткерелеп тора. Шуларҙың береһе Кинематографистар союзынан. Был союз мәҙәниәтте һәм тәрбиәне дәүләттең өҫтөнлөклө йүнәлешенә әйләндермәксе.
«Артҡа юл юҡ. Унда – яңы быуынға кәрәкмәгән тиерлек бөйөк тарих һәм мәҙәниәт. Алда – бөгөнгө заман саҡырыуҙарына интеллектуаль йәһәттән дә, мәҙәнилектә лә, демографияла ла яуап бирә алмаған ил. Заман беҙҙе көсһөҙлөгөбөҙ, юғалып ҡалыу-санлығыбыҙ, аҡыл һайлығы, ихтыярһыҙлығыбыҙ өсөн ғәфү итмәйәсәк», – тигән һүҙҙәр бар танылған режиссер, актер Никита Михалков тәҡдим иткән мөрәжәғәттә.
Нишләйһең, бында уйланырға нигеҙ бар.