Волгоград өлкәһе губернаторы хакимиәтенең бер төркөм түрәһе яңыраҡ Италияға барып ҡайтҡан. Һы, эшлеклеләр йөрөп тора инде ул, тиерһегеҙ. Шулай ҙа ул, тик был юлы әҙме-күпме шау-шыу ҡупты. Тәүҙә өлкә хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, депутаттар һәм өлкә башлығы Италияға аграр тармаҡтағы мәсьәләләрҙе яйға һалырға, Тоскана менән Волгоград араһында бәйләнеш булдырырға тип барған. Улай ғына ла түгел, ә саҡырылған икән. Әммә ниндәйҙер бер ҡыҙыҡһыныусан әҙәм быны тикшерергә булған да, Италияла беҙҙең делегацияның барыуы ялға тура килеүен асыҡлаған. Ул көндәрҙә әлеге илдә дыу килтереп Пасханы билдәләгәндәр. Шунан һуң ғына өлкә Думаһында, рәсми делегацияның бөтә ағзалары ла отпускыла, тип аңлатҡандар. Уларҙың барыһы ла Италияға сығымдарҙы үҙ кеҫәһенән түләгән булып сыҡты (бер кешегә 70 мең һум тура килә). Баҡһаң, делегация губернаторҙың тыуған көнөн билдәләгән, имеш. Хатта барыу өсөн «Bombardier CRJ – 200» чартеры ялланған икән, тип яҙҙылар блогтарҙа. Ял итеүселәр ҡасандыр Светлана Медведева туҡталған биш йондоҙло отелдә йәшәгән.
Улар ял итеп туйып, ҡайтып төшһә, аэропортта шау-гөр килеп, барабандар менән тиерлек журналистар ҡаршы алып тормаһынмы! Эшлекле сәфәргә барабыҙ, тип сығып киткәндәре өсөн чиновниктарға арыу ғына аҡланырға тура килгән.
Губернатор Сергей Боженов Волгоград өлкәһен быйыл февралдән етәкләй, уға тиклем Әстерхан ҡалаһы мэры булған. Әлеге сәфәргә бәйле шау-шыу тынып етмәгәнлектән, эш кешеһе икәнен иҫбатларға була, ул эш сәфәре менән Германияға киткән.
Әйткәндәй, Әстерханда ла тыныс түгел.
Асығалар…
Бында ҡала хакимиәте башлығын һайлау үткәйне. «Ғәҙел Рәсәй» партияһынан кандидат Олег Шеин еңелгәндән һуң, һайлау һөҙөмтәләре менән риза булмайынса, 16 мартта аслыҡ иғлан иткәйне. Элекке кандидат фальсификация булыуына шикләнмәй. Шеинға теләктәшлек күрһәтеп, уның яҡлы бер төркөм дә асыға башланы, әле килеп, мәскәүҙәр ҙә ҡушылды – беҙгә яҡшы таныш оппозиционер Сергей Удальцов дүшәмбелә акцияға ҡушылыуы хаҡында үҙенең блогында хәбәр итте. Уға тағы ла алты кеше эйәргән.
Был Шеин әфәнде байтаҡ ҡына ғауға ҡуптарҙы, хатта Мәскәүҙәге Әстерхан өлкәһе губернаторы вәкиллеге алдына пикет та үткән.
Әстерханда асығыусылар һаны 22 кешегә еткән, дүрт килограмдан 12-гә тиклем ябығыусылар бар, алтауһы, сәләмәтлектәре насарайыу сәбәпле, акцияны туҡтатҡан. Олег Шеин үҙе хәлһеҙләнгән, әммә теләктәшлек белдереүселәр булыуы кәйефте күтәрә, тип хәбәр иткән.
Ә өлкә губернаторы Александр Жилкин белдереүенсә, яңынан һайлауҙар барыбер булмаясаҡ. «Михаил Столяров законлы рәүештә мэр итеп һайланған, Олег Шеиндың асығыуы үҙенә иғтибар йәлеп итеү өсөн генә. Яңы һайланған власть ҡаласаҡ!».
Власть тигәндән, илдә йәнә үҙгәрештәр буласаҡ, тип юрай бит әле берәү.
Рәсәйҙә власть
үҙгәрәсәк?!
Элекке финанс министры Алексей Кудрин һаман да, ниҙер әйтеп, үҙенең барлығын, киләсәкте күҙаллай белеүен күрһәтергә маташып ҡына тора. Әле ул Граждандар инициативалары комитеты төҙөгән дә, ойоштороу эштәре менән бер рәттән, йәнә лә Рәсәйгә тағы ла көрсөк килеүен фараз ҡылып ята. Көрсөк илдә власть үҙгәреүенә килтерәсәге тураһында ышаныслы һүҙ алып бара. «Ил ошондайыраҡ хәлгә ике тапҡыр тарығайны инде – 1990 һәм 1998 йылдарҙа. Икеһендә лә башлыҡтар алмашынды», ‒– ти Кудрин. Әлбиттә, СССР тарҡалғандағы кеүек үк емерелеш булмаясаҡ, ә төбәктәрҙә байтаҡ проблема көтөлә, имеш. Бынан ҡотолоу өсөн властың һәм элитаның аҡыллы иҡтисади сәйәсәте талап ителә. Ул булмаһа, әле илдә протест хәрәкәттәре тулыһынса туҡталманы, ә бер аҙ ғына йоҡомһораны, тигән кеүек фекерен еткерә экс-министр. «ҡаршылыҡ акциялары төрлө формала дауам ителәсәк, уларҙың конструктив характерҙа булыуы шарт, шуға ла беҙ үҙебеҙҙең комитетты булдырҙыҡ», – тигән Кудрин, матбуғат конференцияһында сығыш яһап. Уның Граждандар инициативалары комитеты халыҡтың сигналдарын власть әһелдәренә еткереүҙе маҡсат итеп ҡуя. Ойошмаһында оппозиция сәйәсмәне Леонид Гозман, Рәсәй Фәндәр академияһының Социаль сәйәсәт институты үҙәге етәксеһе Евгений Гонтмахер, Киров өлкәһе губернаторы Никита Белых, кинорежиссер Юлий Гусман һәм журналист Владимир Познер бар. Йәмәғәт, исем-фамилияларына ғына иғтибар итегеҙ ҙә, һығымтаһын үҙегеҙ яһағыҙ.
Ә был ваҡытта…
Ливия суды Муаммар Каддафиҙың улы Сәйеф әл-Исламға хөкөм ҡарары сығарырға йыйына. Ошо көндәрҙә илдең элекке башлығының улы Триполи төрмәһенә күсереләсәк. Уны Ливияла барған һуғышта кешелеккә ҡаршы енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләйҙәр. Ил ҡанундарына ярашлы, Сәйеф әл-Исламға үлем язаһы янай.
Ә Мысырҙа контрреволюцион түңкәрелеш булыуы ихтимал. Әгәр ҙә майҙа үтәсәк президент һайлауҙарында Хөсни Мөбәрәк заманында махсус хеҙмәттәрҙе етәкләүсе Ғүмәр Сөләймән еңеп сыҡһа, ысынында ла яңы бола көтөлә. Сөләймәндең кандидатураһы илдә әле фактик етәксе булған хәрбиҙәрҙән рөхсәт алып күрһәтелгән. Әммә күптәр, уның еңеүе һайлауҙа фальсификация аша ғына мөмкин, тип иҫәпләй. «Мосолман туғандар»ҙан иһә бер түгел, ике кандидатура күрһәтелгән. Уларҙың береһе элек хөкөм ителгән булған (Юғары хәрби трибунал 12 йылға төрмәгә ултыртҡан). Әгәр ҙә уны теркәүҙән баш тартһалар, икенсеһе әҙер тора. Әлеге фирҡә парламент һайлауҙарынан һуң Мысырҙа ҡануниәт органын контролләй. Дөйөм алғанда, кандидаттар һаны 23 кешегә еткән. Был һуңғы күрһәткес түгел икән.
Сүриәләге хәл дә һаман яйланмай. АҡШ-та билдәләүҙәренсә, Бәшәр Асад власта ултырғанда, илдең киләсәге юҡ, имеш. Шаршамбыла Вашингтонда «Ҙур һигеҙ» һәм «Квартет» илдәренең осрашыуы башланды. Унда Яҡын Көнсығыш илдәрендәге хәл-торошто яйға һалыу темаһы күтәрелә. Иң ҙур урын, әлбиттә, Сүриәгә биреләсәк. Кәңәшмәлә РФ сит ил эштәре министры Сергей Лавров та ҡатнаша. Уның АҡШ-тағы коллегаһы әлеге Сүриә проблемаһын айырыуса Рәсәй вәкиле менән, йәғни Лавров менән ҡараясағын белдергән.
«Квартет»ҡа Рәсәй, АҡШ, Евросоюз һәм БМО инә. Сарала терроризм, Иран менән КНДР-ҙың ядро программаһы тирәләй һөйләшеүҙәр ҙә күҙалланған.
Ә беҙгә яҡшы таныш булған Хиллари ханым, ҡушма Штаттарҙың Дәүләт секретарын әйтәм, Бәшәр Асадтың һаман власта ултырыуына Мәскәү генә ғәйепле, тип, тағы беҙҙең яҡҡа йоҙроғон болғап маташа. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһынан белдереүҙәренсә, Сүриәлә туғыҙ мең самаһы ябай кеше һәләк булған. Әйтерһең, АҡШ ҡыҫылһа, был ҡорбандар булмаҫ ине. Киреһенсә, Ливия миҫалынан сығып, әллә нисә тапҡыр күберәк булыр ине, тип фекер йөрөтә алабыҙ.
ҡайҙалыр кешеләр күпләп үлә, ә ҡайҙалыр, киреһенсә, ишәйеүҙе туҡтата алмай йонсойҙар. Һүҙ ҡытай хаҡында барғанын аңлағанһығыҙҙыр. 2015 йылда бында 1,39 миллиард кеше буласаҡ. Һәм ошо һанда туҡталып тормаҡсылар. Әле илдә халыҡ һаны – 1,34 миллиард кеше. Бөгөн ҡытайҙың күп төбәктәрендә «бер бала сәйәсәте» бойомға ашырыла. Ауылдарҙа ғына тәүге балаһы ҡыҙ булған ғаиләләргә икенсе сабыйын табырға рөхсәт бирелә. Нишләйһең, халыҡҡа урын етмәгәс. ҡайҙалыр аҡса көрсөгө, ҡайҙалыр – урын.
Әйткәндәй
Грециялағы көрсөк йәшәү өсөн төрлө юлдар, ысулдар эҙләп табырға этәрә. Хәҙер бында, бер сәғәткә 30 евро түләп, полиция машинаһын һәм хатта полицейскийҙы прокатҡа алырға мөмкин икән. Дәүләт ошондай юл менән ил бюджетын әҙ булһа ла тултырмаҡсы.
Бөгөн «погонлылар»ҙы бизнеста ҡулланыуҙы уңай тип тапҡандар. Бәлки, дөрөҫтөр ҙә. Унда беҙҙәге кеүек полиция бүлегендә кеше туҡмап, язалап үлтереүселәр ҙә юҡтыр әле.