Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
24 Февраль 2012, 15:20

Даръя ла бер дауыллай ҙа тына

Йөҙҙәрсә миллион йыл элек Ай өҫтө янартауҙар менән ҡапланған булған, имеш. Ғалимдар иҫәпләп сығарыуынса, шул күренеш ҡабатланырға уйлай, ти, йәғни Ер юлдашы йәнә лә лава ағымдарын борҡота башлаясаҡ. Юҡ, был яҡын киләсәктә түгел, бының шаһиттары беҙ һәм беҙҙең биш-алты быуын ейәндәр ҙә булмаясаҡ. Амстердам университетынан бер тикшеренеү төркөмө генә, иң алдынғы технологиялар менән иҫәпләп, Айға шундай киләсәк юрай. Хатта планеталар ҙа гел бер төрлө булып тормай – бер ҡайнай, бер һүнә. Ана, Рәсәй ғалимы Александр Чижевский ҡояштың бик әүҙемләшеп китеүен күҙәткән. Ун бер йыллыҡ цикл максимумдарында Ерҙә түңкәрелештәр, ихтилалдар, революциялар, һуғыштар булып тора, имеш. Эпидемиялар ҙа ошо иҫәптә, тип өҫтәй икенсе бер ғалим – медицина фәндәре докторы Владимир Ягодинский.

Йөҙҙәрсә миллион йыл элек Ай өҫтө янартауҙар менән ҡапланған булған, имеш. Ғалимдар иҫәпләп сығарыуынса, шул күренеш ҡабатланырға уйлай, ти, йәғни Ер юлдашы йәнә лә лава ағымдарын борҡота башлаясаҡ. Юҡ, был яҡын киләсәктә түгел, бының шаһиттары беҙ һәм беҙҙең биш-алты быуын ейәндәр ҙә булмаясаҡ. Амстердам университетынан бер тикшеренеү төркөмө генә, иң алдынғы технологиялар менән иҫәпләп, Айға шундай киләсәк юрай. Хатта планеталар ҙа гел бер төрлө булып тормай – бер ҡайнай, бер һүнә. Ана, Рәсәй ғалимы Александр Чижевский ҡояштың бик әүҙемләшеп китеүен күҙәткән. Ун бер йыллыҡ цикл максимумдарында Ерҙә түңкәрелештәр, ихтилалдар, революциялар, һуғыштар булып тора, имеш. Эпидемиялар ҙа ошо иҫәптә, тип өҫтәй икенсе бер ғалим – медицина фәндәре докторы Владимир Ягодинский.
Һи, Ай менән ҡояш бик алыҫта, беҙ үҙебеҙҙең Ерҙә бөгөн-иртәгә ни буласағын белеп етмәйбеҙ, тиерһегеҙ. Ысынлап та, дөрөҫ әйтәһегеҙ. Бына, мәҫәлән, теүәл бер тиҫтә көндән ни буласағын сырамытаһығыҙмы? Әйтә­йек, Рәсәйҙә? Вәғәҙәләргә ышанғанда, тап шунса көндән һуң беҙгә шә-әп көндәр етәсәк. Ә ышанмағандар – ғәфү итегеҙ, кем әйтмешләй, “будет хуже”. Айҙағы, ҡояштағы үҙгәрештәргә ҡул һелтәргә йыйынмағыҙ әле, йәмәғәт. Мәҫәлән, Ер юлдашы түп-түңәрәк булғанда бик күптәр үҙен мөшкөл тоя бит. Хәйер, эштәре мөшкөлдәр түҙмәй урамдарға, майҙандарға ла сығыусан, йыш ҡына нимәлер талап итеүсән һәм, ҡыҫҡаһы, бола көҫәүсәнгә әйләнә, буғай. Мәркәзебеҙҙә әллә ботинка ырғытышып бөткәндәр ул?!

Оппозиция һәм… ботинка табаны хаҡында

Оппозиция был көндәрҙә бигерәк тә ҡыҙып китте шикелле. Мәскәү мэрияһына сираттағы үткәреләсәк митингыларына рөхсәт алырға килгәндә ғауға ҡупҡан. Әллә власҡа ҡаршылар сығарған, әллә уның яҡлылар, әлегә асыҡлап та бөтөрлөк түгел. Баш ҡала мэры Сергей Собянин, тикшереү үткәреп, мотлаҡ ғәйеплеләргә яза бирергә вәғәҙә итә.
“Намыҫлы һайлауҙар өсөн” хәрәкәте менән бергә Кремль яҡлы ”Йәш Рәсәй” активистары ла ғариза бирергә килгән. ҡапма-ҡаршы яҡтар осрашҡанда, әлбиттә, ҡосаҡлашып күрешмәй, быларҙың да талаш сыҡҡан. Оппозицияға тегеләрҙең мэрияға “ҡара ишек”тән (“черный ход”) инеүҙәре, сиратһыҙ тығылыуҙары оҡшамаған. Шул ғауғала “Ғәҙел Рәсәй”ҙән РФ Дәүләт Думаһы депутаты Илья Пономаревтың ботинкаһы зыян күргән. Улай булғас, был ябай ғауға булмаған инде, йә аяҡ кейеме ҡытайҙыҡы булғандыр. Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев ошо көндәр­ҙә теркәлмәгән партияларҙың лидерҙары менән осрашҡайны. “Һул фронт” етәксеһе Сергей Удальцов ил башлығына ана шул Пономаревтың йыртылып сыҡҡан табанлы ботинкаһын күрһәтергә килтергән. Йәнәһе, күрегеҙ, кешегә ниндәй ҙур юғалтыу.
Әйткәндәй, “системаһыҙ оппозиция” тип аталған вәкилдәр осрашыу һөҙөмтәһе менән ҡәнәғәт ҡалған тиергә мөмкин. Үҙҙәре иһә, был Президент менән һөйләшеүҙең башы ғына тип иҫәпләй һәм артабан аралашыуға өмөт итә.
Көн тәртибенә ҡуйылған мәсьәләләр араһында сәйәси реформа тураһында закон проекты ла булған. Уның партиялар хаҡындағы өлөшө (сәйәси партияны теркәү өсөн 500 кешенең ағза булып тороуы ла етә) менән оппозицияның фекере лә тап килә.
Әлеге осрашыуҙа Медведевҡа “сәйәси тотҡондар” исемлеге бирелгән һәм Болотная майҙанында, академик Сахаров проспектында үткән митингыларҙың резолюциялары ла алдына һалынған. Исемлек буйынса Президент һәр береһенә хөкөм ҡарары дөрөҫ сығарылғанмы-юҡмы икәнен тикшертергә вәғәҙәләгән. Һайлауҙарҙа электрон тауыш биреүҙе киңәйтеү мәсьәләһендә лә ике яҡ “алтын урталыҡ“ табып аңлаша алған.
Дөйөм алғанда, ил башлығы менән һөйләшеүҙән һуң оппозиция вәкилдәренең фекере былай: ”…яҡшы һуғышҡа ҡарағанда әҙ генә тыныслыҡ һәйбәтерәк”. Үҙҙәренең барлығын күрһәттеләр бит инде, етеп торор.
”Сәйәси тотҡон” тигәндән, был һүҙбәйләнеш Белоруссияға ҙур проблемалар килтермәксе. Әллә Белоруссияға, әллә Европаға?

”Һыҙатты үтеп кенә ҡарағыҙ…”

Белоруссия Президенты Александр Лукашенко үҙенең дәүләтенә ҡарата Европа санкцияларына йоҙроҡ төйөп тиерлек яуап бирергә әҙерләнә. Әгәр Көнбайыш “ҡыҙыл һыҙатты аша сыҡһа”, күрмәгәнен күрәсәк. Әле Белоруссияға ҡарата бер нисә иҡтисади санкция ҡабул ителгән. Улар илдә бер нисә тиҫтә “сәйәси тотҡон” (шул иҫәптә – президентлыҡҡа ике экс-кандидат) барлығына, дәүләттеке булмаған киң мәғлүмәт сараларының ҡыҫырыҡланыуына, һайлауҙарҙың ирекле булмауына бәйле индерелгән.
“Беҙҙең танау төбөндә санкцияларығыҙ менән һелтәнеүегеҙгә әлегә түҙәбеҙ. Әммә сиктән сыға ҡалһағыҙ, яуабыбыҙ ҡаты буласаҡ! – тип иҫкәрткән Лукашенко. – Рәсәйһеҙ, ҡытайһыҙ, дуҫтарһыҙ яңғыҙ ҡалһаҡ та, 1941 – 1945 йылдарҙа һеҙҙе, һеҙҙең бойондороҡһоҙлоҡто, үҙаллылыҡты яҡлап, үлемгә барған кеүек, хәҙер ҙә аҙаҡҡы һулышҡаса торасаҡбыҙ!”
Өҫтәүенә, Лукашенкоға, оппозицияға ҡаршы репрессияға ҡыҫылышы булған өс йөҙләп чиновникка һәм көс структуралары хеҙмәткәренә Евросоюз илдәренә инеү тыйылған.
“Кемгәлер беҙҙең ни эшләүебеҙ оҡшамай­ҙыр, бәлки, Көнбайышҡа Лукашенко курсы ҡамасаулайҙыр, әммә беҙ, мине президент итеп һайлаған осраҡта, сигенмәйәсәкбеҙ. Халыҡ һайлай икән, тимәк, минең курсым менән риза”, – тип оран һала Лукашенко әфәнде. Һәм шуныһын да аңғарта биреп ҡуя: кәрәк икән, ул Белоруссияны Европанан аралай ала, был ил өсөн Рәсәй, ҡытай, Һиндостан, Үҙәк Азия менән хеҙмәттәшлек итеү ҙә етә. Тап шулай булһа ла халыҡты тәьмин итә аласаҡбыҙ, европаларға шырау булырға теләмәйбеҙ, ти президент.
Дөрөҫ әйтә. Европала әле былай ҙа проблемалар етерлек. Анау Грецияны Германия ғына саҡ туйҙырып тора тигәндәй. Башҡалары ла, көрсөктән яланғас ҡалдыҡ, тип илаулай, халыҡты реформалар менән алйыта.
Евросоюз илдәре бөгөн власть менән оппозиция бәрелеше көсәйгән Сүриәгә ҡарата яңы санкциялар индерергә самалап тора. Был хаҡта Германияның сит ил эштәре министры Гвидо Вестервелле хәбәр иткән. АҡШ-та ла быны ҡуш ҡуллап ҡаршыларҙар. Сөнки әлеге министр әйтеүенсә, санкциялар Европанан ситтә лә индереләсәк. Аныҡ ниндәй тыйыу хаҡында һүҙ барғанын йәшерәләр, әммә “Ҙур егерме”нең (“G20” – эре егерме ил) бер вәкиле Сүриәнең Үҙәк банкы мотлаҡ был иҫәптә буласағын еткергән.
Әле декабрҙә генә АҡШ менән Евросоюз, “ҡара исемлек”кә, Сүриә башлығы Бәшәр Асадтың отставкаһын тиҙәйтеү сараһы булараҡ, уға яҡын тороусыларҙы – ағаһы, Асад ғаиләһенең финанс аралашсыһы Мөхәммәт Махлуфты, Сүриә ҡораллы Көстәренең дивизия менән етәкселек итеүсе, президент режимы яҡлы Аус Аслан исемле генералды, Сүриәнең Күсемһеҙ милек банкын һәм илдең Хәрби-торлаҡ идаралығын өҫтәгәйне. Быларҙың барыһы ла ҡушма Штаттарҙың финанс системаһына бүтәнсә инә алмаусы Сүриә фирмалары һәм физик шәхестәренең оҙо-он исемлеген тулыландырҙы. Евросоюз санкциялар исемлеген АҡШ-тан да арттырып ебәргән. Әле бына тағы йыйына. Эйе, Европаның дауыллап торған мәле. Ай ғәйеп­леме, ҡояшмы?
Европа тигәндән, Францияла Өсөнсө рейх юлбашсыһының вариҫы йәшәгәне раҫланған, имеш. Адольф Гитлер менән йәш француженканың балаһы Беренсе донъя һуғышы ваҡытында тыуған. Жан-Мари Лоре әфәнде 1981 йылда уҡ атаһының кем икәнен белдереп, мәҡәлә яҙһа ла, быны иҫбат итә алмай үлеп китә. Әммә адвокатының тырышлығы менән “атай-уллыҡ” документтар, фотолар аша дәлилләнә. Жан-Мариҙың әсәһе улына атаһы хаҡында үҙе үлер алдынан ғына әйтә. Имеш тә, ҡыҙыҡайға 16 йәш булғанда йәш немец һалдаты менән танышҡан, улар 1917 йылда бер эске мәжлесе аҙағынан “ҡауышҡан”, шунан һуң билдәле ваҡыттан бала тыуған, ә һалдаттың фамилияһы Гитлер булған. Кешелек тарихында бик күптәрҙең дошманы һаналған әҙәмдең улы булғанына ышанғыһы килмәгән Жан саҡ депрессияға бирелмәй. Шулай ҙа тамырҙарын асыҡларға була. Хәҙер уның вариҫтары Гитлер олаталарының “Mein Kampf” китабын һатыуҙан килгән гонорарға дәғүә итә ала.
Гитлер, баланы үҙенеке тип танымаһа ла, малайҙың әсәһенә, Шарлотта Любжуаға ярҙам иткән. Быны дәлилләгән документтар ҙа табылған – нацистар оккупацияһы ваҡытында офицерҙар ҡатынға аҡса һалынған конверт килтереп торған.

Читайте нас: