Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
30 Июль 2011, 16:58

Сәйәсәт кенә түгел...

Америка дефолты Рәсәйгә нимә менән янай?Америкала тәүҙә республикандар, аҙаҡ демократтар дефолттан ҡотолоу программаларын тәҡдим иткәндән һуң, Обама, телевидение программаһы селтәрен боҙоп, бөтә төп телеканалдар аша халҡына мөрәжәғәт менән сығыш яһаны. Эш шунда: 2 авгусҡа АҡШ-тың бурысҡа алған аҡсаһы закон менән билдәләнгән сиккә – 14,3 трлн долларға барып етәсәк, һәм Аҡ йорт менән Конгрестың илдең иң ҙур бурысы кимәлен күтәреү тураһындағы мәсьә­лә буйынса һөйләшеп килешеүгә бер аҙна ғына ваҡыты ҡаласаҡ. Республикандар бюджетты ҡыҫҡартҡан хәлдә генә бурыс кимәлен күтәреүгә риза, ә демократтар, бай һәм өлкән йәштәге американдар өсөн социаль программаларҙы, дәүләт пенсия системаһын бер нәмәгә лә ҡарамайынса һаҡлап ҡалырға кәрәк, тип бара. Президент иһә, бюджетты ҡыҫҡартыу бай американдар өсөн һалым кимәлен күтәреү юлы менән башҡарылырға тейеш, тип иҫәпләй.

Сәйәсәт кенә түгел...
Сәйәсәт кенә түгел...
Америка дефолты Рәсәйгә нимә менән янай?
Америкала тәүҙә республикандар, аҙаҡ демократтар дефолттан ҡотолоу программаларын тәҡдим иткәндән һуң, Обама, телевидение программаһы селтәрен боҙоп, бөтә төп телеканалдар аша халҡына мөрәжәғәт менән сығыш яһаны. Эш шунда: 2 авгусҡа АҡШ-тың бурысҡа алған аҡсаһы закон менән билдәләнгән сиккә – 14,3 трлн долларға барып етәсәк, һәм Аҡ йорт менән Конгрестың илдең иң ҙур бурысы кимәлен күтәреү тураһындағы мәсьә­лә буйынса һөйләшеп килешеүгә бер аҙна ғына ваҡыты ҡаласаҡ. Республикандар бюджетты ҡыҫҡартҡан хәлдә генә бурыс кимәлен күтәреүгә риза, ә демократтар, бай һәм өлкән йәштәге американдар өсөн социаль программаларҙы, дәүләт пенсия системаһын бер нәмәгә лә ҡарамайынса һаҡлап ҡалырға кәрәк, тип бара. Президент иһә, бюджетты ҡыҫҡартыу бай американдар өсөн һалым кимәлен күтәреү юлы менән башҡарылырға тейеш, тип иҫәпләй.
Обама менән Вәкилдәр палатаһындағы һәм Cенаттағы республикандар менән демократтар лидерҙары араһында һөйләшеп килешеүҙәр бер аҙнаға һуҙылды. Компромисҡа өлгәшкән хәлдә лә, был план законлы рәүештә үҙ көсөнә инһен өсөн ике партия һәм Конгрестың ике палатаһы яғынан да хуплау табырға тейеш.
АҡШ-тағы дефолт Рәсәйҙә ниндәйерәк шаңдау тыуҙырыр икән? Юғары кимәлдә барған бәхәстәргә ҡарағанда, бер ҙә яҡшылыҡ вәғәҙә итмәй. Сөнки АҡШ-тың Финанс министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Американың Рәсәйгә бурыс ҡағыҙҙары (долговые бумаги) буйынса 115,2 миллиард доллар бурысы бар…

76 кешене үлтергән норвег «йәмғиәтте үҙгәртергә» теләгән

Икеләтә теракт ҡылған 32 йәшлек Андерс Брейвиктың эше буйынса Ослоның ҡала судында ике тапҡыр тыңлауҙар булған. Ул ябыҡ режимда үткәрелгән һәм 35-әр минут дауам иткән. Әлегә уны һигеҙ аҙнаға төрмәгә япҡандар.
Судтан һуң ойошторолған матбуғат конференцияһында судья журналистарға террорсының үҙе ҡылған енәйәттән баш тартмауы, әммә үҙен ғәйепле тип танымауы тураһында белдергән.
Брейвик үҙе аңлатыуынса, терактты ул Норвегия йәмғиәтендә революция башлау өсөн башҡарған. Уның фекеренсә, революция либераль иммиграцион сәйәсәтте һәм илдә исламдың таралыуын туҡтатыр ине. Бынан тыш, террорсы иректә тағы ла ике ярҙамсыһы булыуы тураһында ла әйткән.
Польшала Андерстың енәйәтенә бәйле булыуҙа шик төшкән бер ирҙе тотҡандар – йәнәһе, террорсы нәҡ унан бомба эшләү өсөн химикаттар алған.
Норвегияның махсус хеҙмәттәренең быйыл март айында уҡ Брейвикты потенциаль ҡурҡыныс кешеләр исемлегенә индереүе асыҡланған. Сөнки ул интернет аша законһыҙ рәүештә химик матдәләргә заказ биргән булған. Тик уға ҡарата ваҡытында бер ниндәй ҙә сара күрелмәгән. Норвегияның һәм Европаның башҡа илдәренең хоҡуҡ һаҡлау органдары террорсының иптәштәрен асыҡларға тырыша. Сөнки үҙенең манифесында Брейвик, йәнәһе, Европа илдәрендә ошондай хәл иткес аҙымдарға барыр­ға әҙер булған тағы ла 80-ләп ячейка булыуы, уны 2002 йылда Лондонда осрашҡанда (ә унда йыйылыусылар «Европейский военный орден и Трибунал» ойошмаһын төҙөгән) фекерҙәштәре вербовкалауы тураһында яҙған. Фекер­ҙәштәре араһында ике инглиз, бер немец, грек, француз, голланд һәм Рәсәй кешеһе булыуын күрһәтә. Әле Британия тәфтишселәре террорсының Бөйөк Брита­ниялағы экстремистик төркөм ағзаһы булыуы-булмауын асыҡлау буйынса эш алып бара. Тик был төркөмдөң лидеры Стивен Леннон Брейвикты белмәүе, уға бер ниндәй ҙә йоғонто яһамауҙары тураһында һөйләй. Киреһенсә, Андерс үҙе милләтселәргә ҙур йоғонто яһаған. «Ул Гитлер кеүек, үҙе башҡаларҙы гипнозлай ине, ти кешеләр», – тип хәтерләй лидерҙар­ҙың береһе.
25 июлдә 150 меңдән ашыу кеше теракт ҡорбандарын иҫкә алыу өсөн Норвегияның баш ҡалаһы һәм башҡа ҡалалары урамдарына сыҡты. Был халыҡтың яуызлыҡты һәм өҫкә килгән бәләне бергәләп кенә еңеп сығып булыуына ишара булды.

Дүртенсе тапҡыр Президент булырға теләй

Венесуэла Президенты Уго Чавес дүртенсе тапҡыр үҙ кандидатураһын яңы мөҙҙәткә күрһәтә. Һайлауҙар 2012 йылға тәғәйенләнгән.
Чавес президент булырға теләүе хаҡында Кубала яман шештән химия терапияһы үтеп ҡайтҡандан һуң белдергән. Ул үҙен яҡшы тоя – медиктар яман сирҙән ҡотолорға ярҙам итеүгә өлгәшкән. Чавес халыҡ алдында оҙаҡ ҡына ваҡыт сығыш яһамаған, һәм был уның сәләмәтлеге торошо тураһында төрлө имеш-мимеш тыуҙырған. Оппозиция вәкилдәре бер нисә тапҡыр уға сәләмәтлеге буйынса отставкаға китергә тәҡдим иткән. Чавестың президентлыҡ срогы 2013 йылдың ғинуарында сыға – ул был вазифаға беренсе тапҡыр 1998 йылда һайлаусылар тауышының 56,5 процентын йыйып килгән. Бынан һуң уны ике тапҡыр ҡайтанан һайлағандар.
Чавесҡа – 57 йәш. Венесуэла законы буйынса, Президент алты йылға тауыш биреү юлы менән һайлана.
Көслө кешенең ихтыярын бер ниндәй ҙә афәттәр ҙә, хатта яман шеш ауырыуы ла һындыра алмай икән.
Йәнбикә БАЙЫШЕВА.
Читайте нас: