Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
16 Апрель 2011, 15:41

Американың аҫтыртын сәйәсәте

йәки Ғәрәп илдәрендә барған сыуалыш-һуғыштарға нефть сәбәпсеДонъя баҙарында яғыулыҡҡа хаҡ арта. Таш күмер сығарыу ҡиммәтләнә, шахтерҙарҙың ғүмере өҙөлә. Нефть табыу ҡоро ерҙән диңгеҙгә күсә бара. Нефть, газ тапҡан илдәр донъя баҙарында хаҡтарҙы көйләү өсөн ОПЭК союзына инеп, бер-береһен күҙәтеп тора. Яғыулыҡҡа ҡытлыҡты файҙаланып, «ҡара алтын»ды күберәк һатҡан илдәр бар.АҡШ үҙ илендәге нефть ятҡылыҡтарын һаҡлап, сит ил нефть табыу компанияларына хужа булып алды.

йәки Ғәрәп илдәрендә барған сыуалыш-һуғыштарға нефть сәбәпсе
Донъя баҙарында яғыулыҡҡа хаҡ арта. Таш күмер сығарыу ҡиммәтләнә, шахтерҙарҙың ғүмере өҙөлә. Нефть табыу ҡоро ерҙән диңгеҙгә күсә бара. Нефть, газ тапҡан илдәр донъя баҙарында хаҡтарҙы көйләү өсөн ОПЭК союзына инеп, бер-береһен күҙәтеп тора. Яғыулыҡҡа ҡытлыҡты файҙаланып, «ҡара алтын»ды күберәк һатҡан илдәр бар.
АҡШ үҙ илендәге нефть ятҡылыҡтарын һаҡлап, сит ил нефть табыу компанияларына хужа булып алды. Кәрәк саҡта НАТО илдәрен һөсләтеп, һуғыш менән янай. Һәр кемгә лә билдәле: АҡШ, һуғыш була ҡалһа тип, донъялағы мөһим диңгеҙ юлдарына, тар боғаҙ­ҙар­ға, каналдарға ла хужа, Тымыҡ океан менән Атлантик океанды тоташтырып тороусы Панама каналын үҙ ҡулында тота. Урта диңгеҙ менән Һинд океанын тоташтырыусы Суэц каналы Мысыр территорияһында булһа ла, ысынбарлыҡта АҡШ, НАТО илдәренеке. Шулай итеп, донъяла ҡайҙа нефть бар, шуларҙы үҙ ҡулдарында тоталар. Миҫал өсөн Төньяҡ Африка илдәрен алайыҡ. Ливия нефткә бай, уға хужа булыу өсөн күптәр ҡыҙыҡһына, баҫып алыу өсөн сәбәптәр эҙләнеләр. Бында сит ил агенттары, ЦРУ ҙур эш алып барҙы. Ғәрәп илдәре берҙәмлеген тарҡатыу өсөн бер-береһе менән дошманлаштырҙылар. Хәҙер НАТО, АҡШ баҫҡынсыларына ҡушылып, ғәрәп илдәре Ливияға һөжүм итә. Ливия – бойондороҡһоҙ ил, уның эске эштәренә ҡыҫылыу тыйыла. Үҙ илендәге хәлдәрҙе халыҡ үҙе хәл итергә тейеш. Мәҫәлән, Рәсәй Төньяҡ Кавказда күп йылдар һуғыш алып бара, Төньяҡ Осетияны, Абхазияны Грузиянан тартып алды. ҡытай Тибет халҡына ирек бирмәй. Алыҫтағы Америка океан аша Ираҡты, Югославияны буйһондорҙо.
Әгәр Ливияла нефть, газ сығарылмаһа, иғтибар биреүселәр булмаҫ ине. Бына Үҙәк Африка илдәрендә үҙ-ара һуғышалар, АҡШ, НАТО илдәре баҫып алманы. Был илдәрҙә нефть, газ ятҡылыҡтары әҙ. Һуңғы йылдарҙа ислам, мосолман донъяһында тарҡаулыҡ хөкөм һөрә. Быға христиан, католик дине тотоусылар асыҡтан-асыҡ булышлыҡ итә.
Бөгөн заман техникаһы, информация һуғышы, дезинформация алға киткән. Халыҡ бөтә бәләне үҙ илендәге етәкселәрҙән күрә. Миҫал өсөн Ираҡты алайыҡ: унда атом ҡоралы бар, шуның менән НАТО илдәренә янай, тигән һылтау табып, Саддам Хөсәйенде аҫып үлтерҙеләр. Атом ҡоралы булмаһа ла, Америка был илдән ғәскәрен сығарыр­ға уйламай, сөнки нефтен, газын һура. Ә Ираҡ халҡы үҙ-ара һуғышып үлеп бөтөп бара. ҡыҫҡаһы, Америка ҡатнашлығында башланған һуғыштарҙың барыһының да сәбәбе – ғәрәп илдәренең бай углеводород сеймалын ҡулға төшөрөү.

Фанияз САДИҡОВ.
Архангел районы,
Аҙау ауылы.
Читайте нас: