-21 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
12 Апрель 2011, 17:47

Африка союзы Ливияға тәҡдим яһаны

Ливияның Муаммар Каддафи етәкләгән хөкүмәте илдә тыныслыҡ урынлаштырыу буйынса Африка союзы тәҡдимен ҡабул итте. Союзға ингән илдәр делегацияһы (уға Көньяҡ Африка, Мали, Мавритания, Конго вәкилдәре ингән) Каддафи менән йәкшәмбелә Ливияның баш ҡалаһында осрашып һөйләшкән. «Тыныслыҡ» вәкилдәре оппозициянан да яуап көтә. Улары иһә Каддафи китһә генә ҡорал һаласаҡтары тураһында белдергән.

Африка союзы Ливияға тәҡдим яһаны
Ливияның Муаммар Каддафи етәкләгән хөкүмәте илдә тыныслыҡ урынлаштырыу буйынса Африка союзы тәҡдимен ҡабул итте.
Союзға ингән илдәр делегацияһы (уға Көньяҡ Африка, Мали, Мавритания, Конго вәкилдәре ингән) Каддафи менән йәкшәмбелә Ливияның баш ҡалаһында осрашып һөйләшкән. «Тыныслыҡ» вәкилдәре оппозициянан да яуап көтә. Улары иһә Каддафи китһә генә ҡорал һаласаҡтары тураһында белдергән.
Әле Муаммар яҡлылар Ливияның яңы Консти­туцияһының ҡараламаһын әҙерләп бөткән, шулай ҙа власть вәкилдәре илдең сәйәси ҡоролошо нисек буласағы хаҡында һөйләмәй.
Әйткәндәй, Вашингтон Каддафиға ла, оппозицияға ла һуғышты кисекмәҫтән туҡтатырға тәҡдим итә һәм, әлеге етәксе отставкаға китергә тейеш, тип бара. АҡШ Каддафиҙың Африка союзында рәйес булып, тыныс ҡына ултырыуын теләй. Әммә был «хыял»ды берәү ҙә хупламай. Февралдән бирле революция барған Африка илендәге ваҡиғалар нимә менән тамамланыр? Тағы күпме кешенең ғүмере ҡыйылыр, ауыл-ҡалалар емерелер? Ғө­мүмән, Африка союзы илдәре Ливиялағы хәлдәргә йоғонто яһай аламы һуң? Һорауҙар күп. Яуап бирмәй йонсоттолар бит...

А. ЗИННУРОВА.