-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
29 Март 2011, 15:11

Революцияға кем ғәйепле? буйҙаҡтар...

Рәсәйҙә үҙенең «киң» фекерҙәре менән билдәле Владимир Жириновский, Ливиялағы әлеге бола мосолман дине һәм гендер проблемалары менән бәйле, тип һанай. Эш бында ислам идеологияһында түгел, ә һәр йомала мәсеткә йыйылыуҙа, имеш. Ир-аттың күмәкләшеп бер урынға тупланыуы иртәме-һуңмы майҙандарға сығыуға булышлыҡ итә, ти Жири­новский. «Мәсеткә йыйылған ирҙәр араһында хәбәр тиҙ тарала, улар тиҙ генә ойоша ала. Ә бына христиандар күпләп йәшәгән ерҙә улай түгел – ирҙәр сиркәүгә әҙ йөрөй, билдәле бер көндә йыйылыу ғәҙәте лә юҡ. Башҡортостан менән Та­тарстанда православие ме­нән ислам баланста «көн итә», был тыныс төбәктәрҙә төрлө конфессия вәкилдәре йәшәй. Мосолмандар күп булған Төньяҡ Кавказ иһә үҙенең тотороҡһоҙлоғон бер нисә тапҡыр күрһәтте инде», – ти Владимир Вольфович.

Революцияға кем ғәйепле? буйҙаҡтар...
Рәсәйҙә үҙенең «киң» фекерҙәре менән билдәле Владимир Жириновский, Ливиялағы әлеге бола мосолман дине һәм гендер проблемалары менән бәйле, тип һанай.
Эш бында ислам идеологияһында түгел, ә һәр йомала мәсеткә йыйылыуҙа, имеш. Ир-аттың күмәкләшеп бер урынға тупланыуы иртәме-һуңмы майҙандарға сығыуға булышлыҡ итә, ти Жири­новский. «Мәсеткә йыйылған ирҙәр араһында хәбәр тиҙ тарала, улар тиҙ генә ойоша ала. Ә бына христиандар күпләп йәшәгән ерҙә улай түгел – ирҙәр сиркәүгә әҙ йөрөй, билдәле бер көндә йыйылыу ғәҙәте лә юҡ. Башҡортостан менән Та­тарстанда православие ме­нән ислам баланста «көн итә», был тыныс төбәктәрҙә төрлө конфессия вәкилдәре йәшәй. Мосолмандар күп булған Төньяҡ Кавказ иһә үҙенең тотороҡһоҙлоғон бер нисә тапҡыр күрһәтте инде», – ти Владимир Вольфович.
Эйе, сәйәсмән һаман үҙенең «репертуарында»: мо­сол­мандар «баҡсаһы»на «һиҙ­ҙермәй» генә таш ташлай.
Тағы бер фекере ғәжәпләндерә – ғәрәп илдәрендәге күтәрелештәргә демографик хәл дә йоғонто яһай, имеш. Бында өйләнмәгән ир-егеттәр бик күп. Ғаиләләре булһа, улар майҙандарға ла сыҡмаҫ ине. Буйҙаҡтарҙа агрессив холоҡ формалаша. Ғәрәп илдәрендәге болаларға, Жири­новский фекеренсә, енси проблема сәбәпсе. Үҙенең ҡеүәтен ҡатынға, балаларға арнамаған ир-егет икенсе шөғөл таба. Ярай әле Рәсәйҙә ҡатын-ҡыҙҙар күберәк, шуға ла хәл тыныс. Сәйәси «түңкәрелештәр»ҙең дә үҙ факторы бар. Ул – алкоголь. «Ил Рәсәй империяһы тарҡалғанда ла, СССР юҡҡа сыҡҡанда ла бик «яҡшы» ғына эсә ине», – тигән ЛДПР лидеры. Ул беҙҙе яҡын көндәрҙә тағы ниндәй «тос» фекерҙәре менән ҡыуандырыр икән?

А. АҡБУЛАТОВА.