-21 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
22 Март 2011, 06:05

Ливия ут аҫтында

Ливияла 40 йылдан ашыу ил менән идара итеүсе Муаммар Каддафиға ҡаршылыҡ акциялары 15 февралдән бирле дауам итә. Ил халҡы ике өлөшкә бүленде. Көнбайышты Каддафи контролдә тотһа, көнсығышты баш күтәреүселәрҙең ҡораллы көстәре тотоп тора. Көнсығыш территория менән идара итеү өсөн баш күтәреүселәр Милли совет ойоштороп, үҙҙәрен илдәге берҙән-бер законлы власть тип иғлан итә. Шул уҡ ваҡытта һуңғы көндәрҙә Каддафиҙың ғәскәрҙәре Ливияның көнсығышында киң күлә­мле операция үткәрә. Һөҙөмтәлә Рас-әл-Ануф менән Марса-әл-Бурейка кеүек ҡалалар юҡҡа сыға. Каддафи яҡлылар Милли совет урынлашҡан Бенгази ҡалаһына яҡынлаша.

17 мартта БМО-ның Хәүефһеҙлек Советы Ливияның һауала осоуҙо тыйыу һәм тыныс халыҡты яҡлау өсөн хәрби көс ҡулланыу мөмкинлеге тураһында резолюция ҡабул итә. Тауыш биреүҙән биш ил, шул иҫәптән Рәсәй, ҡытай һәм Германия тыйылып ҡала. Үткән шәмбелә Ливияла хәрби операция башлана. Унда Америка, Бөйөк Британия, Франция, Италия ғәскәр­ҙәре ҡатнаша.
19 мартта Американың Хәрби-диңгеҙ көстәре Британия караптары менән берлектә Ливияның һауа көстәре оборонаһы объекттарына 112 «Тамагавк» ракетаһын осора. 20 мартта иртән Американың Хәрби-һауа көстәре Ливия аэродромына 40 бомба ташлай. Триполиҙа Муаммар Каддафиҙың резиденцияһын утҡа тотоуҙан тотош хакимиәт бинаһы емерелә. Ливия властары хәбәр итеүенсә, 20 марттағы авиаһөжүм һөҙөмтәһендә 50 кеше һәләк булған, 150-нән ашыуы яраланған. Утҡа тотоуҙан күрелгән зыянға ҡарамаҫтан, Каддафи властан китергә йыйынмай, киреһенсә, оҙайлы һуғыш вәғәҙә итә. «Ливия агрессорҙар өсөн тамуҡ утына әйләнде. Беҙ көрәште дауам итәсәкбеҙ, һәм дошман еңеләсәк. Беҙҙең территорияны агрессорҙан азат итәсәкбеҙ», – ти ул.
– Әлеге ваҡытта операция уңышлы дауам итә, сөнки Ливияның ҡораллы көстәре күпкә хәлһеҙләнгән. Улар тарафынан бер ниндәй әүҙемлек һиҙелмәй, радар­ҙарының эшләүе лә күренмәй, – ти адмирал Майкл Маллен. Франция, Америка һәм Бөйөк Британия етәкләгән халыҡ-ара операцияға Катар менән Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре лә ҡушылған. Ливияның үҙендә генә Каддафи яҡлылар менән уға ҡаршы сығыусыларҙың бәрелешендә 150-нән ашыу кеше һәләк булған. Ике яҡтан да юғалтыуҙар бар.
Шул уҡ ваҡытта Американың бер нисә ҙур ҡалаһында, шул иҫәптән Сан-Франциско менән Чикагола Ливиялағы коалиция операцияһына ҡарата ризаһыҙлыҡ белдергән ҡаршылыҡ акциялары үтә. Вашингтонда полиция Аҡ йорт янында йыйылған 100-ҙән ашыу активисты ҡулға алған. Нью-Йоркта 80 демонстрант үҙәк майҙанға сыҡҡан. Рәсәй Эске эштәр министрлығының рәсми вәкиле Александр Лукашевич әйтеүенсә, Мәскәү тиҙ арала утҡа тотоуҙы туҡтатыу һәм Ливия етәкселеге менән һөйләшеүҙәрҙе башлау яҡлы.

С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.