Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
8 Март 2011, 13:10

Бөкрөнө ҡәбер генә төҙәтә

Иҡтисад фәндәре кандидаты, БДУ доценты Илдар Ғәбитов менән гәзитебеҙҙең 11 ғинуарҙағы 2-се һанында башланған «Юлба­рыҫ ҡуянды ашармы?» тигән темаға һөйләшеүҙе дауам итәбеҙ. – Февралдә Рәсәй халҡы үҙенең беренсе Президенты Борис Ельциндың тыуыуына 80 йыл тулыуҙы билдәләне. Шуныһы бар: кемдер уны данлап, яҡты уйҙар, рәхмәттәр менән иҫкә алды, ә кемдер, киреһенсә, ләғнәтләп. 5 мартта СССР-ҙың беренсе һәм һуңғы Президенты Михаил Горбачев та 80 йәшлек юбилейын билдәләй. Тормош баҫҡысының оло тупһаһына аяҡ баҫҡанда кешеләр, ғәҙәттә, үткәндәрен барлап, ғүмер юлына йомғаҡ яһай. Был уҙамандар­ҙың тормошо һәм эшмәкәрлегенә ниндәйерәк йомғаҡ яһар инегеҙ?– Төплө һәм тәрән йомғаҡ яһау өсөн һин мәғлүмәтле булырға тейеш­һең, ә беҙгә бик күп документ асылмаған әле. Шулай ҙа ҡайһы бер фекер­ҙәрем менән уртаҡлашып үтәм. Брежнев, Андропов, Черненко бер-бер артлы үлгәс, йәш, дәртле Михаил Горбачев 1985 йылда КПСС-тың Генераль секретары булып китте. Халыҡ араһында, уны Андропов ҡалдырған, тигән имеш-мимештәр йөрөнө, әммә быны иҫбатлаған документтар әле табылғаны юҡ. Яңы етәксе «үҙгәртеп ҡороу» иғлан итте.

Бөкрөнө ҡәбер генә төҙәтә
Бөкрөнө ҡәбер генә төҙәтә
Иҡтисад фәндәре кандидаты, БДУ доценты Илдар Ғәбитов менән гәзитебеҙҙең 11 ғинуарҙағы 2-се һанында башланған «Юлба­рыҫ ҡуянды ашармы?» тигән темаға һөйләшеүҙе дауам итәбеҙ.
– Февралдә Рәсәй халҡы үҙенең беренсе Президенты Борис Ельциндың тыуыуына 80 йыл тулыуҙы билдәләне. Шуныһы бар: кемдер уны данлап, яҡты уйҙар, рәхмәттәр менән иҫкә алды, ә кемдер, киреһенсә, ләғнәтләп. 5 мартта СССР-ҙың беренсе һәм һуңғы Президенты Михаил Горбачев та 80 йәшлек юбилейын билдәләй. Тормош баҫҡысының оло тупһаһына аяҡ баҫҡанда кешеләр, ғәҙәттә, үткәндәрен барлап, ғүмер юлына йомғаҡ яһай. Был уҙамандар­ҙың тормошо һәм эшмәкәрлегенә ниндәйерәк йомғаҡ яһар инегеҙ?
– Төплө һәм тәрән йомғаҡ яһау өсөн һин мәғлүмәтле булырға тейеш­һең, ә беҙгә бик күп документ асылмаған әле. Шулай ҙа ҡайһы бер фекер­ҙәрем менән уртаҡлашып үтәм.
Брежнев, Андропов, Черненко бер-бер артлы үлгәс, йәш, дәртле Михаил Горбачев 1985 йылда КПСС-тың Генераль секретары булып китте. Халыҡ араһында, уны Андропов ҡалдырған, тигән имеш-мимештәр йөрөнө, әммә быны иҫбатлаған документтар әле табылғаны юҡ. Яңы етәксе «үҙгәртеп ҡороу» иғлан итте. «Һүҙ ирке», «демократия», «асыҡлыҡ», «кеше йөҙлө социализм» һәм башҡа «именлектәр» вәғәҙә итте. Халыҡ быға шатланып, уны дәррәү күтәреп сыҡты. Ваҡыт үтә барған һайын Горбачевтың вәғәҙәләренең бойомға ашырлыҡ булмауы асыҡланды. Бурҙың бүрке яна, тигәндәй, ул, эштең ҡайһы яҡҡа табан борола барғанын һиҙеп, партия Үҙәк комитетының абруйлы, аҡыллы ағзаларынан ҡотолоу яғын ҡараны. Йәнәһе, ғәйеп уларҙа. Шул уҡ ваҡытта ул провинциянан йәш кадрҙарҙы тартып сығар­ҙы. Улар иҫәбендә Свердловск өлкә комитеты секретары Борис Ельцин да бар ине. Уға Үҙәк комитеттың төҙөлөш бүлеген йөкмәтте. Күп тә тормай, Ельцин Мәскәү ҡала партия комитетының беренсе секретары Виктор Гришин урынына менеп ултырҙы. «Москва» һүҙен «а» аша («Масква») яҙған кеше илебеҙҙең баш ҡалаһы менән етәкселек итә башланы. Халыҡты үҙ яғына ауҙарып алыр өсөн ябай булып ҡыланды: троллейбуста, магазиндарҙа йөрөй башланы.
– Әйткәндәй, нәҡ ошо икәү – Горбачев менән Ельцин сәйәсәттән дә шоу яһаусылар рәтен асып ебәрҙе түгелме?
– Нәҡ шулай. Ельцин, халыҡ араһындағы рейтингы артҡас, партияның пленум ултырышында Горбачевты тәнҡитләп сығыш яһаны. Уны был сығышы өсөн, партияның элекке тәрбиә алымдары буйынса, бөтөн халыҡ алдында ғәфү үтенергә мәжбүр иттеләр. Тиҙҙән ул түбәнерәк эшкә күсерелде – Советтар Союзының төҙөлөш министры урынбаҫары вазифаһына «төшөрҙөләр». Горбачевтың ошо аҙымы ул ваҡытта күптәрҙе хайран ҡалдырҙы. Ул замандағы практика буйынса, әҙерәк «хаталанғандар»ҙы сит илгә илсе итеп ебәрә торғайнылар. Ельцинды ла шул рәүешле «тәрбиәләргә» мөмкин ине.
– Тел төбөгөҙҙө аңланым: Ельцин Горбачевҡа үҙенең аҫтыртын ниәттәрен бойомға ашырыу өсөн кәрәк булған...
– Горбачевты «агент влияния» тип йөрөтәләр ине. Хәҙерге күҙлектән сығып ҡараһаң, Горбачев, ысынлап та, шул ваҡытта уҡ Ельцин ҡулы менән Коммунистар партияһынан ҡотолоу, СССР-ҙы тарҡатыу әмәлен күргән икән. Үҙе махсус рәүештә Ельциндың абруйын күтәреү өсөн күп икеләнеү, сәйәси баҙнатһыҙлыҡ күрһәтте – Сумгаит, Чернобыль, Литва, Тбилисиҙағы фажиғәләрҙе иҫкә төшөрөргә була. Горбачев фонында Ельцин, үҙе лә аңғармаҫтан, халыҡ алдында геройға әйләнде лә китте. Һиҙмәҫтән генә ул төбәк-ара депутаттар төркөмө (Афанасьев, Попов, Старовойтова, Сахаров) ҡулындағы марионетка ролен дә үтәй башланы. Союздаш республикалар бер-бер артлы бойондороҡһоҙлоҡ тураһында декларация ҡабул итә башлағас, Михаил Горбачев, Яңы Огаревта Яңы союз килешеүенә ҡул ҡуйыу процедураһынан файҙаланып, август путчына этәргес көс бирҙе һәм үҙе ситтә тороп ҡалды. Ығы-зығы бөткәс, Форостан самолетта ап-аҡ кейемдә генә килеп төштө. Бөтөн бысраҡ эште, үҙе лә аңламаҫтан, Ельцин башҡарҙы. Аңлағас, һуң ине инде, һәм был сәбәп Ельцинды эскегә һабыштырҙы ла инде. Горбачевты башҡарған эше – СССР-ҙы тарҡатҡаны өсөн Нобель тыныслыҡ премияһы менән бүләкләнеләр. Ә Ельцинға, бер егелгәс, йөктө артабан тартырға ҡалды. Ул заманда күптәр, Ельцин, Назарбаев, Кравчук Беловежье пущаһында Советтар Союзының үлемен «йыуып» ятҡанда, Горбачев, бер рота спецназ ебәреп, ниңә уларҙы айнытҡысҡа бикләп ҡуйманы икән, тип аптыраны. Тик Горбачев улайтырға теләмәне. Уның бөтә уйы Ельцин ҡулы менән Союзды бөтөрөү ине. (Был видеокомпромат Ельцинға Президент посын үҙ теләге менән ташлап китеүгә булышлыҡ итте, күрәһең).
Шуныһы аптырарлыҡ: иҫерек ил етәкселәре үҙҙәре башлап Бушҡа, махсус элемтә булмағанлыҡтан, ябай халыҡ-ара элемтә аша былай тип шылтырата икән: «Буш әфәнде, Советтар Союзын ослап ҡуйҙыҡ». Ә Горбачевҡа был кәрәкмәй ине. Ул үҙенең миссияһын башҡарып сыҡты. Был СССР-ҙы тарҡатыу спектакленең алдан ойошторолған икәнен ошо факт дәлилләй: СССР 1922 йылдың 30 декабрендә ойошторолдо һәм шул уҡ көндө – 1990 йылдың 30 декабрендә рәсми рәүештә йәшәүенән туҡтаны. Был шоуҙы ҡуйған «режиссер»ҙар кинәнеп устарын ыуҙы.
– Ельцин, Горбачевты алып ташлағас, ил менән идара итеүҙәге ниндәй ҡаҙаныштары менән маҡтана алыр ине?
– Ельцин, Горбачевтан ҡотолғас, демократтарҙың «тырнағы аҫтына» эләкте. Производствола бер көн дә эшләмәгән (домнаны элеватор менән бутаған), «Коммунист» журналының баш мөхәррире Егор Гайдарҙы хөкүмәт башлығы итеп ҡуйырға мәжбүр булды. Ә был кеше, күп уйлап тормаҫтан, иң тәүҙә бөтөн хаҡтарҙы «ысҡындырып» ебәрҙе. Илебеҙ халҡының туплаған бөтә мөлкәте янды, халыҡ бөлгөнлөккә төштө. Хәҙер чубайстарҙың, гайдарҙарҙың был эшен аҡлап маташҡан булалар: йәнәһе, шул осорҙа илгә аслыҡ янай ине. Тарихи тәжрибә күрһәтеүенсә, реформаларҙың еңелерәк юлдары ла бар ине. Дөрөҫ, ул заманда был сара арҡаһында баҙарҙа, магазиндарҙа кәштәләр тауар менән «тулды». Әммә аҡса етмәү арҡаһында уны һатып алыу форсаты булманы. Советтар Союзы осоронда магазинда бер нәмә лә булманы, әммә һыуытҡыстар туп-тулы ине, ә демократия ваҡытында – магазинда тауар тулы, әммә һыуытҡыстар буш.
Яңыраҡ үҙәк гәзиттәрҙең береһендә Ельцин администрацияһы етәксеһе булып эшләгән Сергей Филатов былай тине: ул заманда беҙҙең алда коммунистарҙы власҡа ҡабат ҡайтармау, икенсе төрлө әйткәндә, үҙебеҙҙең демократтар власын һаҡлап ҡалыу бурысы ҡуйылғайны. Бының өсөн һәр төрлө сараны ла, хатта бысраҡ сараларҙы ла файҙаланырға мөмкин ине. Бөтөн халыҡ милке был «еҫ»те һиҙгән, комсомолда үҫкән «йәш бүреләр» ҡулына бушлай килеп эләкте. Әлеге ваҡытта ниндәй генә олигархты алма, уның миллиардлаған байлығы сығанағы булып ошо юл – халыҡты талау юлы тора. Быларҙың барыһы ла – Ельциндан ҡалған мираҫ.
Сергей Филатов, әлбиттә, ул заманда яңы закондар булманы, барыһын да һуҡыр килеш эшләнек, тип аҡланып маташа. Әлеге заманға килгәндә, закондарҙы көнөнә әллә күпме сығарып торалар, әммә, эш бармағас, «закондар эшләмәй» тигән булалар. Был аҡланыуға кеше ышанмай башлаһа, тағы ла нимә уйлап сығарырҙар инде?
Шул уҡ Сергей Филатов әйтеүенсә, Рәсәй Президентының беренсе мөҙҙәте үтеүгә Ельциндың һайлау штабында аҡса булмағанлыҡтан Президент олигархтарға баш эйеп барырға мәжбүр булды. Махсус уйлап сығарыл­ған аукцион процедураһы менән дәүләттең ҡалған милкен таратып бирҙеләр. Бөгөн бөтөн Рәсәйҙе коррупция тигән аждаһа баҫып алды. Уның төп сәбәпсеһе булып Ельцин тора. 1996 йылда бөтә ғәм алдында ул Рәсәй Президенты посын һатып алды. Шунан китте лә инде бөгөнгө «КХЛ чемпионаты», «Футбол чемпионаты», төрлө кимәлдәге конкурстар еңеүселәре, дипломдарҙы һатып алыуҙар. Бөтә нәмәне лә һатып алып була, тигән яҙылмаған ҡануниәт барлыҡҡа килде. Йәғни коррупцияны легалләштереү тигән күренеш хасил булды.
Халыҡтың хәтерендәлер: Чубайс ксерокс ҡағыҙҙары ҡумтаһы туп-тулы долларҙар менән һайлау штабында тотолғайны. Ельцин икенсе мөҙҙәткә һайланғас, власть тулыһынса олигархтар ҡулына күсте. Нәҡ Ельцин осоронда «семья», «семибанкирщина» тигән төшөнсәләр барлыҡҡа килде. Хәҙер инде закондар сығарыу органы – Дәүләт Думаһы, бигерәк тә парламентта күпселекте тәшкил иткән партия олигархтар файҙаһына закондар сығарыуҙан бушамай. Элек иҡтисади енәйәтселәр закондарҙы боҙоп, талаһа һәм урлашһа, хәҙер, ҡиммәтле костюмдар кейеп һәм «текә» иномаркаларға ултырып, үҙ-үҙҙәре өсөн закондар «сығара». Үҙҙәре теләгән бөтә нәмәне әҙ юғалтыуҙар һәм үҙҙәре өсөн яҙылған ҡағиҙәләрҙе «боҙмайынса» ҡулдарына эләктерергә тырышалар. Былтырғы йәй үҙенең исеменә тап төшөргән яңы ғына ҡабул ителгән Урман кодексын нәҡ «Берҙәм Рәсәй» депутаттары Дума аша үткәрҙе.
– Тимәк, Рәсәй коррупцияһының «атаһы» – Ельцин? Ә үҙ атайыңа ҡул күтәреп булмай...
– Шулай килеп сыға ла инде. Бөгөн коррупцияға ҡаршы көрәштең иң йоғонтоло ысулы – ришүәтсенең бөтөн мөлкәтен конфискациялау. Әммә был норма нисә йыл инде РФ Енәйәт кодексына инә алмай. Ахыры, халыҡтың ҡәнәғәтһеҙлегенән сығып, ришүәтселәргә язаны ҡәтғиләштерергә булдылар (гәзитебеҙҙең 29 ғинуарҙағы һанын ҡара – авт.).
«Араҡыға монополия» нормаһын кире ҡайтарыу тигән дөрөҫ сара төрлө тотҡарлыҡтар арҡаһында Дәүләт Думаһы аша закон рәүешендә донъя күрә алмай – сөнки был ҡарарҙар олигархтарға ҡулай түгел. Шул уҡ Рәсәй етәкселәре күрә алмаған Грузия етәксеһе Михаил Саакашвили кинәт кенә үҙ ҡарары менән илендәге ЮХХДИ-ҙағы коррупцияны юҡҡа сығарҙы. Шулай уҡ уның күрһәтмәләре буйынса, медицина хеҙмәткәрҙәре фармацевтик компаниялар продукцияһын рекламалауҙа ҡатнаша алмаясаҡ. Беҙҙең илдә нисә йыл инде был турала һүҙ ҡуҙғаталар, әммә табиптар ауырыуҙарҙы үҙҙәренең алдан килешеп ҡуйылған дарыу­ханаларына йүнәлтеүҙән туҡтамай.
Реформалар башланыуына сирек быуаттан ашыуыраҡ ваҡыт үтеп китте, әммә беҙ һаман баҙар иҡтисадын төҙөү-төҙөмәүебеҙ хаҡында белмәйбеҙ. Һәр өлкәлә лә реформалар дауам итә лә итә, тик аҙағын ғына күреп булмай. Рәсәй хас та океан өҫтөндә рулһеҙ ҡалған карап һымаҡ.
– Сәйәси юҫыҡта «шоу»ҙың – Горбачевтан ҡалған мираҫтың тамырҙары бик көслө булып сыҡты шикелле...
– Ельцин сәйәси баталияларҙа алған ғәҙәттәрен артабан да дауам итте. Сит ил етәкселәре, уның һалпы яғына һалам ҡыҫтырып, Рәсәйҙе «Һигеҙ ҙур» дәүләттең ағзаһы итте, осрашыуҙарға саҡырҙылар, әммә хәл иткес мәсьәләләрҙе унһыҙ башҡар­ҙылар. Ельцин «галстукһыҙ осрашыу­ҙар» тигән шоу сериалын асып ебәр­ҙе һәм ошо һүҙбәйләнеште генә түгел, ә «Гельмут дуҫ», «Мейджор дуҫ» тигәндәрен дә телгә индерҙе. «Вор должен сидеть», «мочить в сортире», «коррупционеров надо вешать... но это не наш метод»тар менән яңырттылар. Халыҡ уларҙы күреп тора бит инде.
Вуз уҡытыусыһы булараҡ, күҙәтеп йөрөйөм: ҡайһы бер студенттар ҙа ошо алымдар менән оҫта файҙалана башланы. Үҙҙәренең башында бер нәмә лә юҡ, ә тышҡы ҡиәфәт, мөләйемлек менән генә алдырырға маташалар. Мин уларҙың ауыҙын тиҙ генә ябып ҡуям. Рәсәй халҡына ла ошо ысулды ҡулланырға ваҡыт.
«Революция үҙ балаларын ашай», – тиҙәр. Быны иҫбатлау итеп Анатолий Собчактың ғаиләһен миҫалға килтерер инем. Ул үҙе заманында демократия идеалы булып торһа, хәҙер Собчак тигән исем ҡапма-ҡаршы мәғәнәлегә әүерелде. Бәғзе берәүҙәр Федерация Советында төрлө төбәктәр исеменән Синекурала йөрөгән ҡатыны Нарусованы, икенселәр телевизор экрандарынан төшмәгән, «светская львица»ға әйләнгән ҡыҙы Ксенияны күҙ алдына килтерә. Күптәр заманында атаһы Собчакка оҡшарға тырышһа, хәҙер – быларына.
«Үҙгәртеп ҡороу» башланғанда беҙ ошоларға ынтылдыҡмы һуң? Тишек кәмәгә ултырғаныбыҙҙы һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ түгелме? Демократияны башлап ебәреп, уға хеҙмәт итә башлаған күптәр икенсе эшкә күсте. Быны аңлаған кешеләргә халыҡ алдында оят, күрәһең.
Әйткәндәй, Михаил Горбачев үҙенең 80 йәшен сит илдә – Англияла үткәрә. Үҙен власҡа тартып сығарған «тимер леди»ҙың тыуған төйәгендә. Был күп нәмәне аңлата ла инде.

P.S. Ельциндың Президент посын ташлап киткәндә Рәсәй халҡы алдында ғәфү үтенергә намыҫы етте...

Әңгәмәне Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА ҡорҙо.
Читайте нас: