-8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
21 Декабрь 2010, 14:30

Һәйбәт үтте, һөҙөмтәләрен көтәбеҙ

Быйылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу акцияһы 2002 йылдағыға ҡарағанда ойошҡаныраҡ үткән. Аналитиктар Мәскәүҙә уҙған «түңәрәк өҫтәл»дә Рәсәй статистикаһы, дәүләт һәм муниципаль органдар хеҙмәткәр­ҙәренең эшенә ошондай баһа биргән. Фекер алышыуҙа ҡатнашыусылар иҫәп алыу кампанияһының бер ни тиклемге һөҙөмтәләрен барлаған. Әлегә Бүрәт Республикаһы, Свердловск һәм Төмән өлкәләре, Ямал-Ненец Автономиялы Округының төпкөл райондарынан мәғлүмәттәр йыйылып бөтмәгән.

Быйылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу акцияһы 2002 йылдағыға ҡарағанда ойошҡаныраҡ үткән. Аналитиктар Мәскәүҙә уҙған «түңәрәк өҫтәл»дә Рәсәй статистикаһы, дәүләт һәм муниципаль органдар хеҙмәткәр­ҙәренең эшенә ошондай баһа биргән. Фекер алышыуҙа ҡатнашыусылар иҫәп алыу кампанияһының бер ни тиклемге һөҙөмтәләрен барлаған. Әлегә Бүрәт Республикаһы, Свердловск һәм Төмән өлкәләре, Ямал-Ненец Автономиялы Округының төпкөл райондарынан мәғлүмәттәр йыйылып бөтмәгән.
«Йәмәғәт фекере» фондының «Доминант» проекты директоры Екатерина Седых әйтеүенсә, 2010 йылдың 14 – 25 октябрендәге иҫәп алыуҙа Рәсәй халҡының 92 проценты ҡатнашҡан. Уларҙың 66 проценты переписчик һорауҙарына шәхсән яуап биргән, 26 проценты был эште яҡындарына ышанып тапшырған. 1 миллион 22 мең кеше сарала ҡатнашыуҙан баш тартҡан. Быға тиклем илдә шул сама ҡаршылар теркәлмәгән. Үткән перепистә (2002 йылда) был күрһәткес ике тапҡыр кәмерәк булған. ҡайһы берәүҙәр иҫәп алыуҙа ҡатнашмауын власҡа ышанмауы менән аңлата. Бәғзеләр дини инаныу­ҙарын сәбәп итә, ә ҡайһылар, баҡһаң, бары тик «яуап бирергә йыбанған». Переписчиктар йәшәү урыны буйынса 2 миллион 600 мең кешене, шул иҫәптән Мәскәүҙә 620 мең кешене таба алмаған.
Шуны ла һанап сығарғандар: Рәсәйҙә йәниҫәп акцияһына тотонол­ған сығым АҡШ-тағынан ун тапҡырға әҙерәк булған. Америкала һәр респондентҡа уртаса 47 доллар аҡса тотонолған, ә беҙҙә бындай сығым биш долларға ла етмәгән.
Перепистә Рәсәй заманса йәмғиәте тураһында үҙенсәлекле мәғлүмәттәр алынған. Хәҙер ошо мәғлүмәттәр­ҙең дәүләт, муниципаль идаралыҡтың һәр системаһында ихтыяж менән файҙаланыуы мөһим. Алдан күҙалланыуынса, тәүге эшкәртелгән һөҙөмтәләр (дөйөм халыҡ, ирҙәр һәм ҡатындар, ауыл һәм ҡала халҡы һаны) 2011 йылдың апрелендә билдәле буласаҡ.
Иҫәп алыуға ҡаршылар бик әүҙем эшләгән. Хатта «Үҙеңде һанарға бирмә!» тигән плакаттар күренеп ҡалған. Перепись башланған көндө үк интернетта рәсми статистика порталын ҡабатлаған ялған сайт барлыҡҡа килгән, уны «Росстат» РФ Именлек хеҙмәте аша ғына яптырған. Бер һүҙ менән әйткәндә, иҫәп алыу барышы тирәләй тәнҡит һүҙҙәре әле һаман яңғырай. Йәнәһе, переписчик-студенттар кешенең фатирына барып тормай, үҙҙәре ялған анкета тултырған. Шул уҡ ваҡытта уларға, өйҙә булып та, ишек асмаусылар бихисап осраған. Бынан бер «дәрес» алырға мөмкин: иҫәп алыуҙа ҡатнашыуҙы мотлаҡ итергә. Кем баш тарта, штраф түләтергә. Күп илдәрҙә ошондай система эшләй.
Һәр сара һуңынан хаталар өҫтөндә эш башҡарыла. Киләһе перепись ун йылдан көтөлә. Ошо ваҡыт эсендә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу законына тейешле үҙгәрештәр индерелеүе лә мөмкин.

Переписчиктар һөйләй...

Илнур Байтуғанов, Башҡорт дәүләт медицина университетының IV курс студенты:
– Ил кимәлендәге сарала иҫәп алыусы булып эшләүгә ҙур яуаплылыҡ менән ҡараным. «Башҡортос­танстат»та беҙҙе бер аҙнанан ашыу уҡыттылар. Бында перепись барышы тураһында фильм ҡарап, бланкылар тултырып ҡына ҡалманыҡ, ә бик ентекле һорауҙарҙан торған тест та үттек. Тәүге көндәрҙә хаталар ҙа булғыланы, әммә беҙ, йәш переписчиктар, уларҙы тиҙ арала төҙәттек. Һәр хәлдә, мин эшләгән участкала халыҡ иҫәп алыуға битараф ҡалманы. Ишеген асмаған хужалар булманы тиерлек. Кемдәрҙе өйөндә осратманыҡ, уларға стационар участкаға саҡырыу ҡалдырҙыҡ.
Анкета һорауҙарына килгәндә, улар ҡатмарлы булды, тип әйтә алмайым. Нимәһе ҡыҙыҡ: «милләт», «туған тел» графаларына яуап биргәндә мине аптыратҡандары ла осраны. Мәҫәлән, милләтен башҡорт йә татар тип яҙ­ҙырыусылар­ҙың ҡайһы берәүҙәре туған телен урыҫ тип күрһәтте. Баҡһаң, ҡалала йәшәп, туған телдәрен белмәүселәр байтаҡ икән. Был уйландыра. Шунан тағы ниндәй тармаҡта эшләүе хаҡындағы һорауға яуап бирергә ҡыйынһыныусылар булды. Был граждандар яуаптарының һалым органдарына еткерелеүенә хәүеф белдереүен йәшермәне. Дөйөм алғанда, эшемдән ҡәнәғәт ҡалдым, хеҙмәт хаҡын да эшкә ярашлы алдыҡ.

Лилиә ШӘРИПОВА, һөнәре буйынса уҡытыусы, ваҡытлыса эшһеҙ:
– Бик яуаплы сара булды ул перепись. Аҡса кәрәк ине, шуға үҙем теләп барҙым. Нимәһе оҡшап етмәне: иҫәп алыу – етди акция, шуға йәп-йәш кенә студенттарҙың йәлеп ителеүе. Ул балаларҙы нисек фатир­ҙар буйлап йөрөтмәк кәрәк?! Миңә ошондай һүҙҙәрҙе халыҡ етерлек әйтте, йәштәргә ышанмаусанлығын белдерҙе. Һүҙ юҡ – «Башҡор­тостанстат» белгестәре перепискә ҡағылышлы һәр һорауыбыҙға ентекле яуап бирҙе, өйрәтте, тик хәүеф­һеҙлек йәһәтенән ҡала ерендә тағы ниндәйҙер саралар уйлап табырға кәрәк. Бәлки, переписчиктарҙы күберәк алып, бергә йөрөүҙе ойоштороу кәрәктер. Һәр иҫәп алыусыға бер тәртип һаҡсыһы бүлеп булмай ҙа инде. Бына шул яҡты хәстәрләргәлер, етмәһә, иҫәп алыусыларҙың күпселеген ҡатын-ҡыҙҙар тәшкил итте.

Наилә МИНһАЖЕВА, Башҡорт дәүләт медицина университетының философия кафедраһы уҡытыу­сыһы:
– Ил кимәлендәге мөһим сара, һеҙгә, уҡытыусыларға, йәмәғәт эштәрендә лә ҡатнашырға кәрәк, тигәс, переписчик булып эшләргә ризалаштым. Үҙем өсөн ҡыҙыҡлы булды был ваҡытлыса эшем. Анкета һорауҙарына яуаптар алғанда үҙеңә лә ниндәйҙер һығымталар яһарға мөмкин. Беҙҙә халыҡтың ихлас икәнен асыҡланым, «аяҡ терәп» ҡаршы то­роусылар булманы. Пе­ре­пистең тәүге көнөндә тул­ҡын­ландырҙы, бланкыны дөрөҫ тултырмайымдыр кеүек тойолдо. Сөнки теоретик яҡтан өйрәнеү – бер, практика бөтөнләй икенсе. Икенсе көнөнә, артабан барыһы ла шыма үтте.
Һорауҙарға килгәндә, минеңсә, килем сығанағы тураһында пунктты ауыр ҡабул иттеләр, буғай. Әйтмәүселәр, икеләнеп ҡалыусылар күп булды.

Рита УСМАНОВА, Өфө дәүләт авиация техник университеты студенты:
– Перепись бланкылары менән танышҡанда ундағы һорауҙарға үҙем яуап биреп ҡараным, дуҫтарым, өлкән туғандарҙан да яуап алдым. ҡатмарлы тип әйтмәгәйнеләр былай. Ә перепись барышында ҡайһы бер фатирҙа һорауҙарға, шул иҫәптән милләте, белеме, мәшғүллеге тураһында ла яуап биреүҙән баш тартыусылар осраны. Улар әйтеүенсә, бланкылар ауыр һо­рауҙар­ҙан тора.
Бәлки, киң мәғлүмәт саралары аша халыҡҡа аңлатыу эштәре насарыраҡ алып барылғандыр? Фатирҙарға инергә бер аҙ ҡурҡытты ла, шуға ике ҡыҙ бергә йөрөргә тырыштыҡ. Һәм, киреһенсә, ҡайһы берәүҙәр беҙҙе энәһенән ебенәсә тикшереп индерҙе.
Перепись тыныс үтте, тип әйтә алам. Статистика идаралығында уҡыуҙарҙың, һис шикһеҙ, файҙаһы тейҙе.

Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.