-21 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
18 Декабрь 2010, 23:51

РФ Хөкүмәте Премьер-министры Владимир Путин: «Ил менән идара итер өсөн Президент менән алмашлап йоҡлайбыҙ – барыһы ла контролдә»

Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе телекүпер форматы аша халыҡ менән туғыҙынсы тапҡыр аралаштыӘңгәмә, һорауҙарға яуап биреү дүрт сәғәт тә 25 минут дауам итте. Ошо ваҡыт эсендә Премьер-министрға шылтыратыу, тура эфир, СМС, интернет аша ике миллиондан ашыу һорау бирелеп, уның 88-е яңғыратылды һәм яуап алынды. Һорауҙарҙы ентекләп «бүлгеләгәндә», улар күберәк торлаҡ, коммуналь хужалыҡ, һаулыҡ һаҡлау темаһына ҡағылды.«Тура бәйләнеш»тә Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһе, Краснодар крайы, Ростов, Свердловск өлкәләре халҡы әүҙем булды, Башҡортостандыҡылар ҙа ошо иҫәптә. Телекүпер, ғәҙәттәгесә, үтеп барған йылға йомғаҡ яһау менән башланды. ҡыҫҡаса әйткәндә, илдә эске тулайым продукция арта, фәҡирлек кимәле түбәнәйгән. Владимир Путин иҫәпләүенсә, үтеп барған йылдың төп ауырлыҡтары – урман янғындары, ҡоролоҡ. Һуңғыһы ныҡ «бәкәлгә һуҡҡан», хәҙер иң «нескә» урын – аграр сектор. Өмөттәр аҡланһа, ил 2012 йылдың тәүге яртыһында көрсөккә тиклемге кимәлгә кире ҡайтасаҡ

РФ Хөкүмәте Премьер-министры Владимир Путин: «Ил менән идара итер өсөн Президент менән алмашлап йоҡлайбыҙ – барыһы ла контролдә»
Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе телекүпер форматы аша халыҡ менән туғыҙынсы тапҡыр аралашты
Әңгәмә, һорауҙарға яуап биреү дүрт сәғәт тә 25 минут дауам итте. Ошо ваҡыт эсендә Премьер-министрға шылтыратыу, тура эфир, СМС, интернет аша ике миллиондан ашыу һорау бирелеп, уның 88-е яңғыратылды һәм яуап алынды. Һорауҙарҙы ентекләп «бүлгеләгәндә», улар күберәк торлаҡ, коммуналь хужалыҡ, һаулыҡ һаҡлау темаһына ҡағылды.
«Тура бәйләнеш»тә Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһе, Краснодар крайы, Ростов, Свердловск өлкәләре халҡы әүҙем булды, Башҡортостандыҡылар ҙа ошо иҫәптә.
Телекүпер, ғәҙәттәгесә, үтеп барған йылға йомғаҡ яһау менән башланды. ҡыҫҡаса әйткәндә, илдә эске тулайым продукция арта, фәҡирлек кимәле түбәнәйгән. Владимир Путин иҫәпләүенсә, үтеп барған йылдың төп ауырлыҡтары – урман янғындары, ҡоролоҡ. Һуңғыһы ныҡ «бәкәлгә һуҡҡан», хәҙер иң «нескә» урын – аграр сектор. Өмөттәр аҡланһа, ил 2012 йылдың тәүге яртыһында көрсөккә тиклемге кимәлгә кире ҡайтасаҡ.

Һәр Рәсәй кешеһе илдә үҙен хәүефһеҙ тойорға тейеш

Тәүге һорау уҡ Мәскәүҙең Манеж майҙанындағы боларыш, милли мәсьәләләр тирәләй булды. Быға аптырарлыҡ та түгелдер. Сөнки тап ошо өлкәлә проблемалар «ҡыҙа» кеүек.
Рәсәй – донъяның иң күп милләтле дәүләттәренең береһе, беҙҙә 100-ҙән ашыу милләт халҡы йәшәй. Путин әйтеүенсә, илебеҙҙең ҡайһы төбәгендә йәшәүгә ҡарамаҫтан, халыҡ үҙен иркен һәм уңайлы тойорға тейеш. «Кавказ кешеһе Мәскәү урамында йөрөүҙән, ә славян сығышлылар Төньяҡ Кавказ республикаларында йәшәүҙән ҡурҡырға тейеш түгел, – тип белдерҙе ул. – Рәсәйҙең теләһә ҡайһы милләтле, теләһә ҡайһы дингә ҡараған һәр гражданы беҙҙең бер ил «балалары» икәнен тойоп йәшәргә тейеш».
Владимир Путин экстремизмды тамырынан ҡоротоуҙың мотлаҡлығына баҫым яһаны. Кемдер телекамера алдында, кемдер радио аша, ә кемдер майҙандарҙа радикаль күренештәргә ҡаршы көрәшһен, ә дәүләт үҙенең функцияһын ҡануниәт сиктәрендә үтәргә бурыслы.
Әйткәндәй, милиция тирәләй тәнҡит хаҡында һөйләгәндә, Владимир Путин был өлкәне «плинтустан да түбәнгә төшөрөргә» ярамағанлығын белдерҙе. Хоҡуҡ һаҡлау органдарында күҙәтелгән кире күренештәргә ҡаршы көрәш алып барғанда, әлбиттә, барыһын да бысраҡ буяуҙарға «маныу» дөрөҫ түгел. Был органдар үтә лә мөһим эш башҡара. Шуның менән бер рәттән, тәртип һаҡлау системаһы тулыһынса тиерлек түбән тәгәрәй кеүек. Путин телетамашасыларҙың ошо юҫыҡтағы һорауына яуап биргәндә Краснодар өлкәһенең Кущевская станицаһындағы трагик ваҡиғаны ла (яндырылған шәхси йортта хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре 12 мәйет, шул иҫәптән дүрт бала мәйетен тапҡан) иҫкә алып үтте. Бында хоҡуҡ һаҡлаусылар ғына ғәйепле түгелдер. Урындағы властар ҡайҙа булған, нимә ҡараған? Ундағы прокуратура, Именлек хеҙмәте, суд ниңә тейешле ҡарар сығармай? Бына ошондайыраҡ һорауҙарға яуап табыу кәрәклеген әйтте Премьер. Бындай енәйәтселек «усағы» Владимир өлкәһенең Гусь-Хрустальный ҡалаһында ла теркәлгән.

Пенсия арта, тарифтар ҙа «тик тормай»

«Тура бәйләнеш»тә мәшғүллек, хеҙмәт хаҡы, ғөмүмән, хаҡтар тураһындағы темаға ҡағылмай ҡалманылар. Владимир Путин әйтеүенсә, 2010 йылда ғына илдә 1,2 миллион самаһы эш урыны булдырылған. Был – көрсөктән һуңғы осор өсөн бик яҡшы күрһәткес. Былтыр 6,2 млн кеше эшһеҙ булған. Ағымдағы йылда Рәсәй халҡының реаль хеҙмәт хаҡы 2009 йылға ҡарағанда 42 процентҡа артҡан. Пенсия иһә 45 процент самаһына күтәрелгән. Шул уҡ ваҡытта коммуналь түләүҙәргә лә хаҡ артҡан.
Уҡытыусы абруйы тирәләй һорауҙар ҙа булды. Путин билдәләүенсә, был юҫыҡта өс юл бар: беренсенән, педагогтарға хеҙмәт хаҡын арттырыу, икенсенән, тармаҡты структуралау мөһим, әммә был уҡытыусыларға кире йоғонто яһарға тейеш түгел. Өсөнсөнән, хеҙмәт хаҡы түләүҙең яңы формаһын табыу, сығымдарҙы оптималләштереү.

Һаулыҡ һаҡлау тирәләй

Чебоксар ҡалаһынан Заманса травматология һәм ортопедия үҙәге хеҙмәткәрҙәре, бер аҙ маҡтаныңҡырап, үҙәктең тағы ла киңәйеүенә өмөт итеп шылтыратҡайны, уның артынса Ивановонан бер кардиолог медицина темаһын икенсе юҫыҡҡа борҙо. Табип әйтеүенсә, Владимир Путин урындағы дауаханаға сәфәре ваҡытында ысынбарлыҡты күрмәгән. Дөрөҫөн әйткәндә, уға бар нәмәне алдап күрһәткәндәр: яңы ҡорамалдар ваҡытлыса килтерелгән, шәфҡәт туташтарына хеҙмәт хаҡтары 12 мең һум «булыуы» тураһында әйтергә ҡушылған, табиптарға иһә 30 мең һумлыҡ квитанциялар тотторолған булған. Ысынында иһә хәл башҡаса, имеш.
Быға Путин ихлас аптырауын белдерҙе. «Был дауалау үҙәгенә федераль бюджеттан 130 миллион һум самаһы аҡса бүленде, хәҙер беҙ, әлбиттә, уның нисек тотонолғанын тикшерәсәкбеҙ. Икенсе аҙнала уҡ Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан тикшереү комиссияһы ебәрелер», – тине ул.
Медицина препараттары менән тәьмин итеүгә ҡағылышлы һорау ҙа яңғыраны. Премьер-министр һүҙҙәренсә, беҙҙә тиҙҙән сит илдең ҡиммәт дарыуҙары күпкә һирәгәйеп, үҙебеҙҙең арзан, әммә сифатлы препараттар һатыуға сығасаҡ.

Бәләкәй аэродромдар ҙа кәрәк

Башҡортостандың Нуриман районында тыуып үҫкән, хәҙер Коми Республикаһының Ижма ҡасабаһында йәшәүсе Сергей Сотников ноябрҙә «Беҙҙең заман геройы» төбәк премияһына лайыҡ булғайны. Ниндәй батырлыҡ ҡылған, тип һорарһығыҙ. Ул Яҡут-Саханан Мәскәүгә осоусы ТУ–154 самолетын һәләкәттән ҡотҡарған, 72 кешенең имен ҡалыуында уның ҙур өлөшө бар. Самолет ватылып, ҡасабаға төшөргә мәжбүр булған. Сергей Сотников 12 йыл буйына тайга араһындағы ташландыҡ аэродромды тәртиптә тотҡан: сүп-сарҙы таҙартҡан, уны үлән баҫып китеүҙән һаҡлаған. Төҙөк булмаған самолет нәҡ шунда төшкән дә инде.
Сотников Путин менән аралашыу өсөн Мәскәүгә килгән һәм телекүперҙә, бәләкәй авиация яҙмышы тураһында борсолоп, һорау бирҙе. Уға Премьер-министр тармаҡты тергеҙеү буйынса ниндәй саралар күрелеүен һөйләне. Киләсәктә беҙҙең яҡтарҙа ла һауала гөжләп район-ара самолеттар осмаҫ тимә!

«Зәңгәр яғыулыҡ» беҙҙә арзаныраҡ

Владимир Путин газға хаҡ артыу тирәләй һорауҙар булғанда газсыларҙы бер аҙ яҡлашты ла. «Беҙ илдә былай ҙа газды сит илгә һатҡанға ҡарағанда өс тапҡырға кәметеп һатабыҙ – халыҡтың мөмкинлеге шундай». Бөгөн Европала газдың 1000 кубометры 300 доллар тора, Рәсәйҙә – 80 самаһы. «Газпром» иһә ситкә һатылған газ иҫәбенә көн итә, шул иҫәптән килемде илде «зәңгәр яғыулыҡ» менән тәьмин итеүгә тотона.

Инвалидты эшкә урынлаштырһаң...

Физик мөмкинлеге сикләнгән граждандарҙы эшкә урынлаштырыусы эшҡыуарҙарға 2011 йылда компенсация күләме 30 меңдән 50 мең һумғаса артасаҡ. Ошо турала әйткәндә, Путин инвалидтарға махсус эш урыны булдырыу мөһимлегенә баҫым яһаны.
Киләһе йылда шулай уҡ инвалидтар өсөн «Доступная среда» исемле махсус программа бойомға ашырыла башлаясаҡ.

Йомғаҡлағанда...

«Йыл еңел булмаһа ла, күп эш башҡарылды», – тине Путин. Тамашасылар ошондай шарттарҙа йылына бер генә аралашыу­ҙың әҙ икәнен әйтте. Премьер белдереүенсә, осрашыуҙың башҡа төрҙәренең дә – ил буйлап сәфәрҙәрҙең, йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәләренең – үҙ өҫтөнлөгө бар. Владимир Владимирович йылдың, дөйөм алғанда, ҡәнәғәтләнерлек үтеп барыуын, ябай кешеләрҙең яҡшыға үҙгәреште һиҙергә тейешлеген белдерҙе.


Төрлөһөнән

2014 йылда Сочиҙа уҙасаҡ Олимпиадаға әҙерлек тә барланды. Путин һүҙҙәренсә, был ҡалала 207 объект төҙөлөргә, 260 саҡрым – автомобиль, 105 саҡрым тимер юлы һалынырға тейеш, бынан тыш, 10 км оҙонлоғондағы тоннель төҙөү ҙә талап ителә.
Премьер-министр дәүләттең торлаҡ секторы тирәләй проблемаһы (мәҫәлән, ныҡ иҫкергән йорттар, барактар күп) етерлек булыуын таный.
Путин түбәндәгеләрҙе лә белдерҙе: пенсия йәше арттырылмаясаҡ; эш аҙнаһын оҙонайтыуға кире ҡарашта; киләһе йылда стипендия күләме артасаҡ.
Инде ҡасандан бирле Ходорковский исеме тирәләй ҙә имеш-мимештәр ишетелә. Был юлы ла һүҙ булмай ҡалманы. Путин ошо турала һорауға яуап итеп былай тине: «Бур төрмәлә ултырырға тейеш!» Етмәһә, суд элекке эшҡыуарҙың урлашыу фактын дәлилләй.
Һатлыҡ йәндәр, шпиондар тураһында һорауға яуап биргәндә Хөкүмәт башлығы «хайуан, сусҡа» кеүегерәк һүҙҙәрҙе лә ҡулланыуҙан тартынманы.
«Тура бәйләнеш»тә Владимир Путин студент ятаҡтары төҙөүҙе яйға һалырға вәғәҙә бирҙе. Сит илдәрҙән дә килеп уҡыусылар һаны артҡан, тимәк, ятаҡ төҙөү, ысынлап та, мотлаҡ.

Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.