-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
4 Декабрь 2010, 17:21

Кисәге дошмандар бөгөн дуҫмы?

Үткән аҙна мөһим сәйәси ваҡиғалары менән иҫтә ҡалды. Лиссабонда НАТО илдәре етәкселәренең саммиты үтеүе, КНДР һәм Көньяҡ Кореяла башланған ыҙғыш, Белоруссиялағы һайлауға әҙерлек барышы бөтә донъя йәмәғәтселегенең иғтибары үҙәгендә булды.

Үткән аҙна мөһим сәйәси ваҡиғалары менән иҫтә ҡалды. Лиссабонда НАТО илдәре етәкселәренең саммиты үтеүе, КНДР һәм Көньяҡ Кореяла башланған ыҙғыш, Белоруссиялағы һайлауға әҙерлек барышы бөтә донъя йәмәғәтселегенең иғтибары үҙәгендә булды.

Медведев альянс тарихында яңы бит асты
НАТО илдәре етәкселәренең Лиссабонда үткән саммитында Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев та ҡатнашты. Бынан 10 – 20 йыл элек бындай хәлдең булырын күҙ алдына ла килтереү мөмкин түгел ине. Сөнки НАТО СССР һәм уның союздаштарының төп дошманы булып иҫәпләнде. Билдәле булыуынса, Икенсе Бөтә донъя һуғышы тамамланғандан һуң СССР-ҙың союздаштары Варшава килешеүенә ҡул ҡуйып, асылда, капиталистик ҡоролошҡа ҡаршы йәшерен һуғыш аса. Ошоға яуап итеп, бер төркөм капиталистик ил 1949 йылда бергә йыйылып, берлектәге хәрби союз төҙөү тураһында килешә. Башта НАТО-ға Бельгия, Бөйөк Британия, Италия, Франция, АҡШ, Канада, Португалия, Испания кеүек илдәр инә. Һуңғараҡ уларҙың сафын ГФР, Греция, Төркиә кеүек илдәр тулыландыра. СССР тарҡалғандан һуң инде уның элекке союздаштары булған илдәр ҙә был альянсҡа ағза булып инә башланы. Башта Венгрия, Польша, Чехия НАТО-ға ағза булып инһә, 2004 йылда ете ил – Латвия, Литва, Эстония, Словакия, Словения, Болгария, Румыния хәрби берләшмә сафын тулыландырҙы. Ә былтыр иһә Албания менән Хорватия ла НАТО ағзаһы булып китте. Шулай итеп, барлығы 28 ил НАТО ағзаһы булып тора. НАТО ағзалары, үҙҙәренең уставына ярашлы, ике йылға бер тапҡыр йыйылышып, мөһим мәсьәләләрҙе бергәләшеп хәл итә. Португалияның баш ҡалаһы Лиссабонға йыйылышыуҙары шуның сираттағыһы ине. Әйтергә кәрәк, Португалия НАТО саммитын беренсе тапҡыр үҙ ерендә ҡабул итте. Алда әйтеп үтеүемсә, был ҙур сарала Рәсәй Президенты Д. Медведев та ҡатнашты. Кисәге дошмандарҙың бөгөн килеп бер өҫтәл артына ултырып яңы барлыҡҡа килгән дошманға – терроризмға ҡаршы бергәләшеп көрәшергә йыйыныуы, бер ҡарағанда, бик сәйер ҙә күренде. Ни тиһәң дә, беҙ һәм беҙҙән олораҡ быуын НАТО менән АҡШ-ты ябай халыҡҡа йәшәргә ирек бирмәгән, үҙ мәнфәғәтен генә ҡайғыртҡан ҡап ҡорһаҡлы буржуйҙар итеп күҙ алдына килтерә инек. Баҡһаң, улар ҙа беҙҙең кеүек кешеләр, улай ғына ла түгел, беҙҙән күпкә мәрхәмәтлерәктәр, имеш. Лиссабондағы саммитта НАТО-ның Генераль секретары Андерс Фог Расмуссен сарала Д. Мед­­ведевтың ҡатнашыуын юғары баһаланы һәм, был ваҡиғанан һуң альянстың өр-яңы этабы башлана, тип белдерҙе. Ысынлап та, бынан бер нисә йыл элек, йәғни АҡШ Президенты Дж. Буш булған ваҡытта ғына НАТО-ның ПРО системаһын Европала урынлаштыртмау өсөн ҡырталаша инек, хәҙер килеп Рәсәй быға үҙе булышлыҡ итмәксе. Дөрөҫ, туранан-тура булышлыҡ итмәһә лә, берлектәге ПРО системаһы булдырыу тураһында ла һүҙ алып барыла. Йәғни хәҙер НАТО-ның дошманы түгел, ә стратегик партнеры булып торасаҡбыҙ. Ә бит бынан ике йыл элек кенә НАТО-ның ПРО системаларын үҙ биләмәләрендә урынлаштырырға рөхсәт биргән Польша менән Чехия етәкселеген һүгеп бер була инек. Баҡһаң, улар Рәсәй менән НАТО-ның дуҫлашырын алдан тойомлаған булып сыға түгелме һуң? Лиссабондағы саммитта, Д. Медведевтан тыш, НАТО-ның тағы ла бер “төп дошманы”– Афғанстан Президенты Хәмид Карзай ҙа ҡатнашты. НАТО Афғанстанда оҙайлы йылдар һуҙымында һуғыш алып барһа ла, Хәмид Карзай АҡШ-тың үҙ кешеһе иҫәпләнә. Шуға ла “Мәк сәскәһе иле”ндәге боевиктарға ҡаршы бергәләшеп көрәшеү өсөн уның Лиссабонға саҡырылыуы осраҡлы түгел. Бер яҡтан ҡарағанда, АҡШ боевиктарға ҡаршы көрәшә лә кеүек, ә икенсе яҡтан ҡарағанда, уларға үҙе үк булышлыҡ та итә. Шулай булмаһа, барлыҡ донъяны наркотиктар менән туйындырған мәк плантацияларын юҡ итәһе урынға, уны урындағы крәҫтиәндәрҙең төп килем сығанағы тип ҡарамаҫ ине. Ә бит шул уҡ афған мәгенән юғары сифатлы героин етештерелеп, Европа илдәренә, Рәсәйгә, шул уҡ АҡШ-ҡа әҙер сеймал таратыла. Афған наркотигының йәшертен юл менән сит илдәргә сығарылыуында шул уҡ АҡШ хәрбиҙәренең дә ҡатнашлығы барлығы бер кемгә лә сер түгел. Ошондай шарттарҙа Америка етәкселегенең донъя йәмәғәтселеге алдында демократия уйыны уйнарға маташыуы ғына аптырата. Иҡтисади потенциалы менән дә, хәрби көс-ҡеүәте менән дә бар донъяны үҙенә ҡаратып торған илдең афған боевиктарына, ундағы наркотик етештереүселәргә генә ҡаршы торорлоҡ мөмкинлеге юҡмы һуң инде?! Американдар был илдә нисәмә йыл буйы һуғыш уйыны уйнап ялҡты ла шикелле. Был саммит барышында билдәле булды. Киләсәктә Афғанстандан АҡШ ғәскәрҙәре сығарыласаҡ. Йәғни 2014 йылға тиклем илдә тәртип урынлаштырыу бурысы Хәмид Карзай етәкселегендәге Афғанстан Хөкүмәтенә йөкмәтелә.

Ике Корея ыҙғыша
Башҡа донъя хәлдәренә килгәндә, 23 ноябрҙә ике Корея араһында йәнә ыҙғыш башланды. Көньяҡ һәм Төньяҡ Кореяға бүленгән был илдәр араһында 1945 йылдан бирле үҙ-ара тартҡылаш бара. Корея ярымутрауы 1910 йылдан Икенсе Бөтә донъя һуғышы тамамланғанға тиклем Японияның колонияһы була. Икенсе Бөтә донъя һуғышы барышында, Япония СССР-ға ҡаршы һуғыш башлағандан һуң, совет һалдаттары Кореяның төньяҡ өлөшөн япондарҙан азат итә. СССР-ға теләктәш булған КНДР ошолай барлыҡҡа килә. Ә утрауҙың көньяғын АҡШ һалдаттары биләп ала. Һуңынан был биләмәләр­ҙә Көньяҡ Корея Республикаһы барлыҡҡа килә. Бер үк халыҡты ике ҡоролошҡа, ҡапма-ҡаршы лагерға бүлгән илдәр яҙмышы ошолайыраҡ. 1945 йылда Корея ярымутрауының көньяҡ өлөшөн биләп алған СССР ҙа, төньяҡта урынлашҡан АҡШ яғы ла быны, ваҡытлы күренеш, иртәме-һуңмы Корея бер бөтөн ил буласаҡ, ә төп бурыс – ил халҡын япон иҙелеүенән ҡотҡарыу, тип кенә ҡарай. Ә асылда, бындағы хәл-торош бөтөнләй икенсе төҫ ала. Илдең төньяғында СССР ярҙамы менән коммунистик режим урынлаштырылып, власҡа Ким Ир Сен ҡуйыла. 1950 йылда ул, Сталин ярҙамына таянып, Көньяҡ Кореяны буйһондороу маҡсатында был биләмәләргә ҡаршы һуғыш аса. Башта ул ниндәйҙер кимәлдә уңышҡа өлгәшеп, ярымутрауҙы тулыһынса тиерлек баҫып алыуға өлгәшә. Һуңынан һуғышҡа, Көньяҡ Кореяны яҡлап, АҡШ етәкселегендә БМО ғәскәрҙәре ҡушыла. Өс йыл буйы барған һуғыш 1953 йылда, Сталин үлгәндән һуң, бер кемдең дә еңмәүе менән тамамлана. Мәғәнәһеҙ һуғыш ике яҡҡа ла бихисап ҡорбан килтерә. Һуңғараҡ ике илде яңынан берләштереү ҡайғыһы бөтә. Көньяҡ Корея менән Төньяҡ Корея СССР менән АҡШ араһында башланған “һалҡын һуғыш” уйынының плацдармына әүерелә. Төньяҡ Кореяны ҡоралландырыуға башта СССР тотона, һуңғараҡ был эшкә ҡытай ҡушылып китә. АҡШ менән СССР араһында төрлө тармаҡтар буйынса алып барылған йәшертен ярыш та ошо ике ил өлгөһөндә ғәмәлгә ашырыла. Әлбиттә, Көньяҡ Кореяның төп бағыу­сыһы ла, ярҙамсыһы ла булған АҡШ “һалҡын һуғыш” йылдарында үҙ “тәрбиәләнеүселәрен” әленән-әле коммунистик режимға ҡаршы һөскөртөп торорға ла онотмай.
Бөгөн КНДР-ҙа Ким Чен Ир етәкселегендә диктатура хөкөм һөрөп, ҡытай йоғонтоһо бик көслө булһа, Көньяҡ Кореяла АҡШ менән Японияға ҙур өмөт бағлайҙар. Анығыраҡ итеп әйткәндә, әлеге ыҙғыш ысын һуғышҡа әүерелеп китһә, ике яҡтың да ныҡлы союздаштары бар һәм был йүнлегә алып килмәйәсәк, тимәксемен.

«Батька»ның тәгәрмәсенә таяҡ тыҡмаҡсылар
Белоруссияла 19 декабрҙә үтәсәк президент һайлауҙарына әҙерләнәләр. Билдәле булыуынса, был юғары посҡа 16 кеше дәғүә итә һәм улар араһында бөгөнгө Президент Александр Лукашенко ла бар. Ошо көндәрҙә Минскиҙа оппозиция вәкилдәре, А. Лу­кашенконың һайлау алды агитацияһын дөрөҫ алып бармауына ҡаршылыҡ белдереп, митинг ойошторҙо. Власть вәкилдәре, митингыны законһыҙ тип табып, унда ҡатнашыусыларҙы эҙәрлекләй башлаған. Бөгөн рәсми Мәскәү “батька” менән уртаҡ тел таба алмай йонсой. Шуға ла уның власта ҡалыуы Мәскәү файҙаһына түгел. Ә А. Лукашенко һайлау алды марафонында Көнбайыш Европа илдәре ярҙамына өмөт итә һәм ниндәйҙер кимәлдә был ярҙамды алды ла инде. Бөгөнгө Рәсәй етәкселеге “батька”ны төрлө яҡлап кәмһетергә, уның һайлау алды марафоны тәгәрмәсенә таяҡ тығырға маташа кеүек. Шуға ла уның, ярҙам өмөт итеп, Көнбайышҡа йөҙ бороуы осраҡлы түгел. Ә инде Рәсәй етәкселегенең А. Лукашенконы ситләтә башлауын да аңларға була. Сөнки элекке СССР составында булған 15 союздаш республика араһында Белоруссия бөгөн иң юғары иҡтисади бейеклеккә күтәрелде. Йәғни “батька”, Медведев менән Путиндың “танауына сиртеп”, уларҙы уҙып китте. Уның быны ниндәй юл менән башҡарыуы мөһим түгел, ә Белоруссия халҡын Рәсәй халҡына ҡарағанда етешерәк, мулыраҡ тормошта йәшәтә башлауы мөһимерәктер. Гел генә “оло ағай” булып өйрәнгән Рәсәй үҙенең ярҙамы менән үҙен уҙып китеүселәрҙе өнәп етеңкерәмәй шул. Ни хәл итәһең, Рәсәй сәйәсмәндәренең менталитеты шундай.

Самат ҒӘЛИУЛЛИН.