«Әгәр ҙә һеҙ өйҙәрҙең стеналары төрлө һүрәттәр менән сыбарланған, аяҡ аҫты сүп-сар менән тулған, магазин тәҙрәләре бысраҡ йәки ватылып бөткән урында көн итәһегеҙ икән, һеҙҙең топ-менеджер булырға мөмкинлегегеҙ бөтөнләй тиерлек юҡ, – тип иҫәпләй АҡШ-тың Гарвард университетының социология профессоры Роберт Симпсон. – Хоҡуҡи системаны яҡлауығыҙ ҙа шикле, сөнки закон уны боҙоу өсөн кәрәклегенә ышаныуығыҙ ихтимал. Артабан рәшәткә артына эләгергә лә күп ҡалмай».
Күптән түгел «Известия» гәзите АҡШ-тың социологик ассоциацияһы үткәргән тикшеренеүҙәр тураһында «Фәҡирлек сәбәбе – мәҙәниәтһеҙлектә» тигән мәҡәлә баҫтырып сығарҙы. Тикшеренеүҙәр йәмғиәттә бай һәм ярлы ҡатламдар барлыҡҡа килеү сәбәптәрен өйрәнеүгә, ни өсөн Ер шарындағы халыҡтарҙың күпселеге хәйерселектә йәшәүен асыҡлауға бағышланған. Американың иң абруйлы университетында эшләгән ғалимдарҙың һығымтаһы шундай: фәҡирлектең сәбәбе ялҡаулыҡта ла, битарафлыҡта ла, капиталистик иҡтисадтың аяуһыҙ закондарында ла түгел, ә һәр кемдең мәҙәни кимәленең түбән булыуында. Был иң элек теге йәки был кешенең көн иткән мөхитенә бәйле. Һығымта, әгәр ентекләберәк уйланмаһаң, ғәҙел һәм нигеҙле кеүек. Ни тиһәң дә, ғалимдар сығарған бит уны. Мәҫәлән, АҡШ ерлегендә күп уҡыған йәки уҡымышлы ғаиләнән сыҡҡан кешенең фәҡирлектә йәшәүе, бәлки, мөмкин дә түгелдер. Хәлле ғаиләнән, әлбиттә, хәлле балалар сыға, белем ала, мәҙәниәтен күтәрә. Күренеүенсә, АҡШ кеүек хәҙерге капиталистик донъяның төп терәге һаналған ил ғалимдары дөрөҫ фекер йөрөтә кеүек. Ләкин был Рәсәйҙәге ысынбарлыҡ менән тап киләме? Бәхәсләшерлек, хатта үрҙә аталған һығымталарҙы кире ҡағырлыҡ дәлилдәр беҙҙә етерлек. Тәүгеһе хосуси милекселек институтына ҡағыла (хәйер, ҡушма Штаттарҙағы социологтар ҙа ошо сығанаҡтар буйынса эш итә бит). Бынан бер быуат элек бөтә милек халыҡтыҡы тип иғлан ителгәндән һуң хосуси милекселек Рәсәй йәмғиәтендә ныҡлап аяҡҡа баҫып китә алғаны юҡ. 2009 йылда үткәрелгән социологик тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре буйынса, респонденттарҙың 33 процентының ғына хосуси милекте азатлыҡтың төп терәге тип иҫәпләүе лә йәмғиәтебеҙ файҙаһына түгел.
Әгәр ҙә бөгөн кеше тамаҡ ялғарлыҡ ҡына хаҡҡа, етмәһә, бер урында ғына эшләп йөрөргә мәжбүр икән, уның мәҙәни кимәлен ҡушма Штаттар ғалимдарының ҡалыбы буйынса билдәләп буламы? Үкенескә күрә, американдар фәҡирлек кимәлендә баһалаған төркөмгә беҙҙә юғары белемле уҡытыусыларҙың, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең дә инеп китеүе – аҡылға һыймаған күренеш. Сөнки был ҡатлам кешеләр хосуси милеккә эйә булыу мөмкинлегенән алыҫ тора. Билдәле сәбәптәр арҡаһында интеллектуаль милектең хаҡы беҙҙә сағыштырғыһыҙ дәрәжәлә түбән. Был – бер. Икенсенән, океан аръяғы ғалимдарының һығымталары теге йәки был йәмғиәттең социаль-тарихи һәм сәйәси-хоҡуҡи үҙенсәлектәрен етерлек дәрәжәлә иҫәпкә алмай. Хәйер, был да тәбиғи, сөнки донъя илдәре өсөн уртаҡ рецепты уйлап табыу ҙа мөмкин түгелдер.
Социаль-тарихи үҙенсәлек Рәсәй өсөн айырыуса әһәмиәтле. 1917 йылға тиклем рәсми рәүештә империя аталып һәм бар урыҫ булмаған халыҡтар милли иҙеү аҫтында булып, унан һуң да әллә ни үҙгәрештәр кисермәгән йәмғиәтебеҙ өсөн «кеше хоҡуҡтары», «һүҙ азатлығы» кеүек төшөнсәләр әле лә ҡул етмәҫ бейеклектә кеүек. Ә бит Рәсәй йәмәғәтселеге күп төрлө. Яңыраҡ Октябрь революцияһының сираттағы йыллығы айҡанлы «Комсомольская правда» гәзитенә биргән интервьюһында тарихсы һәм политолог Н. Нарочницкаяның Рәсәйҙә ҡайһы бер төбәктәрҙең әле XIX быуатта көн күреүен билдәләп үтеүе һис тә осраҡлы түгел. ҡушма Штаттар ғалимдары күҙлегенән ҡарағанда, беҙҙә XXI быуатта Мәскәү, бәлки, Петербург һәм бер нисә эре ҡала халҡы ғына йәшәй торғандыр.
«Ни өсөн?» тигән ҙур һәм тәрән мәғәнәле һорауға тулы яуап биреү оҙаҡ. Ләкин был төркөм сәбәптәрҙең, моғайын, хәл иткесен урап үтеү мөмкин түгел. Ул Ватаныбыҙ ерендә һуғыш-ҡан ҡойоштоң быуаттар дауамына һуҙылыуына бәйле. Тарихҡа ныҡлабыраҡ күҙ ташлаһаң, Рәсәй батшалары кем менән генә «мөнәсәбәттәр асыҡламаған»?! Швед, немец, япон, поляк, төрөк… ҡайһы берҙәре менән хатта бер нисә тапҡыр яғалашырға өлгөргән. Ә һуғыш иһә мәҙәни кимәлде төшөрә, сөнки унда иң элек кешеләр һәләк була, көткән донъяң пыран-заран килә. Башҡорттар иһә Рәсәй батшалығында 300 йыл йәшәү араһында, хоҡуҡтарын һәм ерен яҡлап, һигеҙ тиҫтәгә яҡын ихтилалға күтәрелергә мәжбүр була. Мәҙәни йәһәттән дә, матди яҡтан да ата-бабаларыбыҙ бик ҙур зыян күрә. Интеллектуаль йәһәттән күрелгән зыяндың эҙемтәләре үҙен әле лә һиҙҙерә.
Өсөнсөнән, 90-сы йылдарҙағы баҙар иҡтисадына күсеү Ватан йәмғиәте өсөн үҫеш түгел, ә ниндәйҙер дәрәжәлә артҡа сигенеү осоро булды. ҡайһы берәүҙәр әле лә магазиндарҙа йәнең теләгән нәмә барлығы менән маҡтанырға маташыуға ҡарамаҫтан, йәмғиәт мәҙәни һәм социаль яҡтан СССР замандарында өлгәшкәндәрҙән сигенде. Быны АҡШ-та ла таныйҙар. Рәсәй өлгөһөндәге баҙар иҡтисадының иң ҙур етешһеҙлектәренең береһе итеп мәҙәниәтле хосуси милекселәр ҡатламы барлыҡҡа килтерә алмауҙы, дөрөҫөрәге, был процесҡа мәҙәнилек етешмәүҙе атарға кәрәктер. Һүҙ азатлығын да, социаль бойондороҡһоҙлоҡто ла хосуси милектән тыш күҙ алдына килтереүе мөмкин түгел. Хатта мәҙәни кимәле теләһә ҡайһы эшҡыуарҙан тиңдәшһеҙ дәрәжәлә юғары профессорҙың, әгәр ул теге йәки был сәбәптәр арҡаһында эштән сығарылһа, фәҡирлеккә дусар ителәсәген беҙҙә яҡшы аңлайҙар.
Дүртенсенән, сәйәси-хоҡуҡи үҙенсәлектәр ҙә Рәсәй кешеләренең гражданлыҡ кимәленә күтәрелеүенә ҡамасаулай. Мәҫәлән, урыҫ крәҫтиәндәренең крепостной хоҡуҡтан ҡотолоуына ни бары 150 йыл үткән. Ике кеше ғүмере. Ә бит Рәсәй йәмәғәтселегенә урыҫ халҡының менталитеты хәл иткес дәрәжәлә йоғонто яһай, ғәмәлдә уның йөкмәтке-сифатын билдәләй. Был факторҙың башҡа халыҡтар мәҙәниәтенә лә йоғонтоһон инҡар итеү мөмкин түгел.
Америка ғалимдары ғаиләне өйрәнеүгә лә иғтибар бүлгән. Сөнки коммунистар йәмғиәттең ячейкаһы тип атаған был институттың теге йәки был кешенең тормошондағы роле баһалап бөткөһөҙ. Чикаго университеты профессоры Марио Смол раҫлауынса, «юғары мәҙәниәтле һәм етеш тормошта йәшәгән ғаиләнән сыҡҡан кешенең мәҙәни капиталы ла юғарыраҡ булыуы тураһындағы фекер менән бәхәсләшеү ауыр. Ундайҙар тормошта үҙ урынын еңел таба. Фәҡирҙәр әкиәттәрҙә генә принц булып китә».
Бөгөнгө Рәсәй ғаиләһе – ҡатмарлы социаль күренеш. Һуңғы ун йылда теләһә ҡайһы цивилизацияны тотоп торған ғаилә институтының абруйы баһалап бөтөргөһөҙ дәрәжәлә төштө. Һәр дүртенсе йәки бишенсе ғаилә теркәлмәгән никахта йәшәй, һәм ундайҙар арта бара. Был ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларҙың тормошҡа ҡарашы нисек, улар ҡиммәттәрҙе нисегерәк ҡабул итә? Был – айырым өйрәнелә торған мәсьәлә, һәм уға бөгөнгө социологияның яуап эҙләйһе бар әле.
Ватан йәмәғәтселеге лә ябай күренеш түгел. Халыҡтың 10 проценты самаһы аҡсала йөҙһә, һәр ун кешенең икеһе фәҡирлектә көн күрә. Яңыраҡ үткән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы был йәһәттән уйланырлыҡ мәғлүмәттәрҙе күберәк бирер әле. Ләкин бөгөн үк шуны шикләнмәй әйтергә мөмкин: Ватан властарына фәҡирлек проблемаһы өҫтөндә етди уйланырға, граждандарҙың матди хәлен яҡшыртыу буйынса эшлекле сараларҙы күрә башларға ваҡыт. Фәҡирлекте мәҙәниәт кимәленә генә ҡайтарып ҡалдырырға мөмкинме? Бындай аңлатма ҡайһы бер даирәләрҙең йәмәғәтселек иғтибарын тик үҙенә – эске проблемаларға ғына йүнәлтергә маташыуын аңлатмаймы? Ә бит йәмғиәт тә бер төрлө генә түгел, төрлө социаль ҡатламдарҙан тора. Мәҫәлән, уның идара итеүсе даирәләре – закон сығарыусы, башҡарма һәм мәхкәмәлек итеүселәр бар. Уларҙа мәҙәнилек, мәҫәлән, етерлек дәрәжәләме? 2009 йылғы социологик тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, РФ Дәүләт Думаһына ышаныс белдереүселәр православие сиркәүенә ышаныусыларҙан күпкә аҙыраҡ. Ватан мәхкәмәһенә лә, судына ла респонденттарҙың 20 проценты самаһы ғына ышаныс белдерә.
ҡушма Штаттарҙың тикшеренеүе проблемаға дөрөҫ ҡараш тыуҙырыу һәм уны хәл итеүҙә бер аҙым булып тора. Ысынлап та, капиталистик донъя үҙенең яҡты киләсәгенә фәҡирҙәр донъяһының оло хәүеф тыуҙырыуы ихтималлығын аңлай һәм хәлде улар файҙаһына төҙәтергә тырыша. Мәҫәлән, АҡШ-тың әлеге Президенты Б. Обамаға тиклем ил граждандары бушлай медицина ярҙамынан файҙалана алманы. Бөтә донъя финанс-иҡтисади көрсөгө мәлендә бай американдар ҙа ватандаштарының хәлен яҡшыртыу буйынса байтаҡ эш башҡарҙы.
Аҡыллыға – ишара, тигәндәй, ҡушма Штаттарҙың башланғысы беҙҙең илдә лә яҡлау тапһа ине лә бит…
Мәхмүт ХУЖИН.