Рәсәйҙә мөһим дәүләт сараһы – халыҡ иҫәбен алыу тамамланды. Дәүләт статистикаһының федераль хеҙмәте етәксеһе Александр Суринов билдәләүенсә, перепись 2002 йылдыҡына ҡарағанда тынысыраҡ үтте, халыҡтың иҫәпләнеүҙән күпләп баш тартыуы күҙәтелмәне. Теге йәки был кешенең һорауҙарға тулы яуап бирмәүе айырым осраҡтарҙа ғына булған. Ул саҡта переписчик анкетаға бары тик граждандың енесен һәм йәшен яҙған.
Әйткәндәй, әлеге иҫәп алыу сараһында иң ҡыҙыҡ яуапты ла теркәгәндәр. «Росбалт» мәғлүмәт агентлығы билдәләүенсә, Ставрополдә төҙөлөштә эшләүсе бер тажик гастарбайтеры милләтен «плиточник» тигән. Законға ярашлы (уның буйынса переписчик тик яуап биреүсе һүҙҙәрен генә яҙа ала), был яуап тап шулай тип яҙылған да. Белгестәр, бындай яуаптар дөйөм картинаны боҙмай, тип белдерә. Үҙенсәлекле «милләттәр» меңгә тулмаһа, «башҡалар» («другие») категорияһына индерелә.
Әле илдең ҡайһы бер төбәктәрендә иҫәп алыу дауам итә. Бүрәт Республикаһының, Йәһүд автономиялы өлкәһе, Ямал-Ненец Автономиялы Округы, Свердловск һәм Төмән өлкәләренең төпкөл райондарында халыҡты йыл аҙағына тиклем һанаясаҡтар. Күптән түгел тәбиғәт ғәрәсәтенән зыян күргән Краснодар крайында ла иҫәп алыу ваҡыты оҙайтылған.
23 октябргә ҡарата Башҡортостанда 3 миллион 621 мең 895 кеше һаналған. Был – дөйөм халыҡтың 90 проценты. Иҫәп алыусылар 1210 сит ил кешеһен теркәгән. Тағы ла 20 мең самаһы кеше айырым контингентҡа ҡарай. Әйткәндәй, һәр переписчик иҫәп алыу акцияһы барышында төрлө күңелһеҙ осраҡтарҙан страховкаланғайны. «Башинформ» агентлығы хәбәр итеүенсә, 12 иҫәп алыусыны эт тешләгән.
Бөгөндән башлап тағы бер нисә көн переписчиктар инструктор менән бергә йорттар буйлап контроль йөрөп сығыу ойоштора. Кем һаналмай ҡалған, ошо мәлдән файҙаланып ҡалыу зарур. Акцияның тәүге һөҙөмтәләре менән 2011 йылдың апрелендә таныштырырға вәғәҙә бирә статистиктар.
А. ИШЕМҒОЛОВА.