-16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
16 Октябрь 2010, 16:32

Типтәрҙәр тарихына бер ҡараш

«Кемдәр һеҙ, типтәрҙәр?» тигән һорау хәҙер инде бер быуат буйы әленән-әле белгестәрҙең иғтибарын йәлеп итеп килә. Әммә яуап эҙләгәндә «ҡайҙан?», «ҡасан?» һәм «Ни өсөн?» тигән һорауҙар, ғәҙәттә, асыҡланып бөтмәйенсә ҡала. Әммә ептең осо нәҡ ошо һорауҙарға бәйләнгән.

«Кемдәр һеҙ, типтәрҙәр?» тигән һорау хәҙер инде бер быуат буйы әленән-әле белгестәрҙең иғтибарын йәлеп итеп килә. Әммә яуап эҙләгәндә «ҡайҙан?», «ҡасан?» һәм «Ни өсөн?» тигән һорауҙар, ғәҙәттә, асыҡланып бөтмәйенсә ҡала. Әммә ептең осо нәҡ ошо һорауҙарға бәйләнгән.
Иң элек Ғ. Әхмәровтың «Типтяри и их происхождение» (Казань, 1908) тигән китабындағы раҫлауҙарҙың береһен иҫкә төшөрөп үтәйек. «Типтәрҙәр, – ти ул, – Башҡортос­танға ҡаҙан ханлығынан ханлыҡ ҡолағандан һуң күсеп киләләр» (27-се бит). Был фекерҙе нигеҙләү өсөн ул 27 типтәр ауылының исеменең элекке ҡаҙан губернаһы ауылдарының исемдәре менән тап килеү фактын билдәләй. Йәғни бында алда беҙ ҡуйған һорауға яуап бирелгән һымаҡ: «Элекке ҡаҙан ханлығынан». Әммә Ғ. Әхмәров унда тороп ҡалған ауылдар хаҡында артабан бер ниндәй ҙә мәғлүмәт бирмәй (сөнки әгәр ҙә был мәсьәләгә асыҡлыҡ индерә башлаһа, «элекке ҡаҙан ханлығындағы» ул ауылдарҙың баш­ҡорт ауылдары булғанлығын әйтергә тура киләсәк). Әммә 1953 йылда Ә. Юлдашев «Говор тептярей Уча­линского района» (Ака­де­­мику В. Горд­левскому. К его 75-летию. Издательство АН СССР, 1953) тигән мәҡәлә баҫтыра һәм, ышаныслы сығанаҡтар буйынса махсус тикшеренеп, элекке ҡаҙан губернаһындағы ул ауылдарҙың күпселеге – 27-нең 16-һы ХIХ быуаттың икенсе яртыһында әле башҡорт ауылдары булған да баһа, тип, аптырашта ҡала. Йәғни әлеге 27 ауылдың 16-һы нисәмә быуат үткәндән һуң да, башҡорт, 3-һө типтәр ауылы булып йөрөй. Быны ул 1877 йылда баҫылып сыҡҡан «Список населенных мест...» (Список населенных мест по сведениям 1870 г. – СПБ., 1877. Үкенескә күрә, беҙҙең тарихсылар, этнографтар үҙҙәренең хеҙмәттәрендә 1877 йылда баҫылып сыҡҡан был белешмәләрҙең ҡаҙан, Пермь, Һамар губерналарына арналған томдарын файҙаланмай. Ә бит шул уҡ ҡаҙан губернаһының – Минзәлә, Һамар губернаһының Бөгөлмә өйәҙҙәрендә, мәҫәлән, 1870 йылда ла әле йөҙәрләгән мең башҡорт һәм башҡорт-типтәр йәшәгән) тигән белешмә китаптан сығып раҫлай.
Бына ул ҡаҙан губернаһындағы башҡорт ауылдары: Атын, Бәйрәш, Балтай, Бәйкәй, Бикәй, Ишәй, Ишле, ҡамай, ҡармыш, ҡараш, Сабай, Сәйтәк – 2 ауыл, Тинкәш, Турай, Үтәк, типтәр ауылдары: Апас, Ишем, ҡарабай (27 ауылдың һигеҙе бер нисә быуат эсендә йә татарлашҡан, йә мишәрләшкән булып сыға).
Күренеүенсә, типтәрҙәрҙең башланғысы асылда элекке ҡаҙан ханлығынан сыҡҡан башҡорттарға барып тоташа. Был фекерҙе Башҡортостандың хәҙерге Учалы районындағы Асыуҙы типтәрҙәренең тарихы ла дәлилләй.
Әммә Ғ. Әхмәровтың раҫлауынса, айырма шунда: улар – элекке ҡаҙан ханлығы ҡолағандан һуң, ә ханлыҡ ҡолар алдынан уҡ татарҙар тарафынан тибелеп, ҡыҫырыҡлап сығарыла башлаған халыҡ.
Был урында ошондай һорау ҡуйырға мөмкин: татар дәүләте булып формалашҡан ҡаҙан ханлығынан татарҙарҙың ҡыҫырыҡлап сығарылған булыуы ышандырамы? Этник ҡыҫым, әлбиттә, боронғо Болғар дәүләте территорияһында барлыҡҡа килгән ҡаҙан ханлығы башҡорттары өлөшөнә төшкән. Ә бит Болғар дәүләтендә, болғарҙар менән бер рәттән, халыҡтың ғәйәт күп өлөшөн башҡорттар тәшкил иткән. Быға оҡшаш күренештәр хәҙерге дәүерҙә беҙҙең күҙ алдында булып ята: СССР-ҙың дәүләт үҙаллылығы алған элекке союздаш республикаларындағы урыҫтарҙың (урыҫ телле төркөмдәрҙең) яҙмышы әүәлге замандағы бындай процес­тарҙы анығыраҡ күҙ алдына килтерергә ярҙам итә.
ҡаҙан ханлығы шарттарында ундағы башҡорттарҙың бер өлөшө, тибелеп, ҡыҫырыҡланып, үҙ туғандары – башҡорттар араһына, шул замандағы (тарихи) Башҡортостанға килеп һыйынған. Тәүге этапта улар, әлбиттә, Ыҡтың арғы яғындағы башҡорт ерҙәренә килеп урынлашҡан булырға тейеш. Дөйөм алғанда, типтәрҙәр тарихи Башҡортостанға, башта элекке Минзәлә һәм Бөгөл­мә өйәҙҙәренә, артабан Башҡортос­тандың эске төбәктәренә ҡаҙан ханлығы дәүерендә (йәғни ХVI быуат уртаһындағы Иван Грозный баҫып алыуынан ҡасып киткән татар­ҙарҙан алдараҡ) килгән халыҡ төркөмө һәм уның сығышы ҡаҙан ханлығы ҡыҫымы аҫтында тороп ҡалған шул төбәктәге боронғо башҡорттар­ҙың драматик яҙмышы менән бәйле. Артабанғы дәүерҙәр­ҙә типтәрҙәр сословиеһына улар кеүек үк тибелгән бүтән халыҡ вәкилдәре килеп ҡушыла, сословие этник йәһәттән торған һайын күп составлы була бара, әммә типтәр­ҙе барыбер Иван Грозный баҫып алыуынан һуң шул уҡ ҡаҙан губернаһынан сыҡҡан ҡаҙан татары менән берәү ҙә бутамай. Һәр ҡайһыһын үҙ исеме менән атап йөрөтәләр. Был хәл үҙе үк типтәрҙәрҙең килеп сығышының башланғыс осор­ҙа татар менән бәйле булмағанлығын күрһәтеп тора. Ул дәүерҙә лә, ҡаҙан татарҙары менән асылда бер үк ағым булып, Башҡор­тостандағы типтәрҙәрҙең күсенеүе дауам итә һәм ХVI быуат башында инде Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш райондарында типтәр-башҡорт ауылдары барлыҡҡа килә. Эйе, Башҡортостанда типтәрҙәр, һәр хәлдә, ул процестың тәүге этабы, башҡорт халҡының ҡаҙан ханлығынан ҡасып килгән үҙ туғандарының үҙенсәлекле бер төркөмө булараҡ формалаша. Типтәрҙе өйрәнгәндә артабан мәсьәләнең ошо үҙенсәлеге мотлаҡ иҫәпкә алынырға тейеш, сөнки тарихтың осон йәшереп, халыҡтың ысын тарихын яҙыу мөмкин түгел.
Рәшит ШӘКҮР,
филология фәндәре докторы,
профессор.