Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
16 Октябрь 2010, 16:58

Башланды! Ситтә ҡалмағыҙ!

14 октябрҙә илебеҙҙә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу акцияһы старт алды10 меңләгән иҫәп алыусы Башҡортостан ҡалалары, ауыл-ҡасабалар буйлап таралды. 12 көн дауам итәсәк сара һөҙөмтәһендә һәр кем өсөн ҡиммәтле мәғлүмәт алына. «Рәсәйгә һәр кем мөһим!» девизы менән үтә перепись. Шуның өсөн дә был акциянан ситтә ҡалмаҫҡа тырышығыҙ. Иҫәп алыусы һеҙҙә оҙаҡ та булмаҫ, уның һорауҙары ябай, әммә мөһим. Ил беҙҙе ҡайғыртып, халҡын һанай, тимәк, беҙ Рәсәйгә кәрәк. Күптәрегеҙгә иҫәп алыусылар килеп тә өлгөргәндер. 25 октябргәсә берегеҙҙе лә ҡалдырмай иҫәпләргә тырышырҙар. Шулай итеп, йән иҫәбен алыу башланды.

Башланды! Ситтә ҡалмағыҙ!
Башланды! Ситтә ҡалмағыҙ!
Читайте нас: