Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
2 Октябрь 2010, 18:09

Әҙербеҙ һәм көтәбеҙ!

«Росстат» етәксеһе Александр Суринов вәғәҙәләүенсә, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа барлыҡ мәғлүмәттең конфеденциаллеге һаҡланасаҡ. Халыҡ тыныс булырға тейеш – улар хаҡындағы мәғлүмәтте таратмаясаҡтар. Был ил ҡануниәтендә закон менән нығытылған.

«Росстат» етәксеһе Александр Суринов вәғәҙәләүенсә, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа барлыҡ мәғлүмәттең конфеденциаллеге һаҡланасаҡ. Халыҡ тыныс булырға тейеш – улар хаҡындағы мәғлүмәтте таратмаясаҡтар. Был ил ҡануниәтендә закон менән нығытылған.
Переписчик булып кем килә? Кешене ошо һорау ҙа борсой. Уларҙы һайлап алыу буйынса ла етди эшләйҙәр. Шуныһын билдәләү урынлы булыр – иҫәп алыусы граждандың нимә тип яуап биреүенә ҡыҫылырға тейеш түгел. Был бигерәк тә милләтен күрһәтеүгә ҡағыла.
Рәсәйҙең төпкөл райондарында 260 меңдән ашыу кешене һанағандар ҙа инде. Был исемлеккә Дағстан, Таулы Алтай, Магадан яҡтары ингән. 20 меңдән күберәк перепись хеҙмәткәре – иҫәп участкалары мөдирҙәре үткән аҙнала эш башлаған. Бөгөндән 400 меңдән ашыу переписчик үҙ бурысын үтәүгә тотона.
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу яңы Рәсәй тарихындағы тәүге ваҡиға булды.
Был акция граждандарға нимә бирҙе һуң? Перепись һөҙөмтәләре социаль-иҡтисади үҫештең иң актуаль мәсьәләләрен асыҡларға булышлыҡ итеп, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, торлаҡ төҙөлөшө, агросәнәғәт комплексы өлкәһендә өҫтөнлөклө милли проекттар булдырыуға мөмкинлек бирҙе. Социаль-демографик структура хаҡында уникаль мәғлүмәттәр Рәсәй төбәктәрендә эшләп килгән социаль-иҡтисади программаларҙы үҙгәртеүгә йә яңыһын төҙөүгә нигеҙ булды.

«В» формалы иҫәп бланкыһы
Бындай иҫәп алыу ҡағыҙы Рәсәйҙә ваҡытлыса йәшәүсе­ләрҙе һанау өсөн ҡулланыла.
Даими йәшәү урыны үҙ илендә булып, бер йылға тиклем осорға беҙҙең илдә туҡталыусы сит ил граждандарына ете һорау биреләсәк. Улар енесен, тыуған йылын, даими йәшәгән илен, Рәсәйгә ниндәй маҡсат менән килеүен (эш, уҡыу, эшлекле сәфәр, дауаланыу, туризм, ял, транзит миграция, башҡа маҡсат) әйтергә бурыслы. Шулай уҡ эшкә һәм уҡырға килеүселәр нисә йыл Рәсәйҙә йәшәйәсәктәре, тыуған иле, гражданлығы хаҡында мәғлүмәт бирә. Бланкыла «гражданлығы юҡ» тигән пункт та билдәләнгән.

Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Читайте нас: