Баҫмабыҙға яҙылмаған булһағыҙ, тиҙерәк почта бүлегенә ашығығыҙ һәм гәзитебеҙгә яҙылыуығыҙҙы раҫлаған квитанцияңдың күсермәһен тиҙерәк беҙгә ебәрегеҙ! Һеҙҙе «Республика Башкортостан» нәшриәт йорто һәм «Йәшлек» редакцияһы әҙерләгән шәп бүләктәр көтә!
Автобус турҙарын ойоштороусы, «Вэлком РБ» проекты етәксеһе, йәш эшҡыуар Зөлхизә Ҡотлосуринаның редакцияға килтерелгән бик кәрәкле бүләктәрен – сәғәт, термос, саң һурҙырғыс, музыка колонкаһын уйната башлайбыҙ.
«Аҙна һайын – бүләк» уйынында тәүге бүләк – шешлек бешереү йыйылмаһы Мәсетле районының Ғүмәр ауылынан Зифа ФАЗЛЫЕВА өлөшөнә сыҡты.