Гәзитебеҙгә яҙылып, бүләкле лә була алаһығыҙ. Дуҫтарыбыҙ өсөн бензин бысҡыһы, мультибешергес, электр сепараторы, ит тартҡыс, блендер, афған ҡаҙаны, электр гриле кеүек шәп бүләктәр әҙерләнек. Тиҙҙән еңеүселәр билдәләнәсәк.
«Аҙна һайын – бүләк!» уйынында был аҙнала бүләкте – ҡояш батареяһында эшләгән яҡтыртҡысты Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Зилара ВАҺАПОВА отто.
Шулай уҡ «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йортоноң шәп бүләктәрен отоу мөмкинлеге лә бар. Бының өсөн үҙегеҙҙең район гәзитенә һәм «Йәшлек»кә киләһе йылдың тәүге яртыһына яҙылыуығыҙҙы раҫлаған квитанцияғыҙҙы (күсермәһен, фотоһын) беҙгә ебәрергә онотмағыҙ!
Еңеүселәр «Сәләм» тапшырыуында лототрон ярҙамында билдәләнәсәк.
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!