Ун көнлөк 11 октябргә дауам итә, мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмағыҙ. Был ваҡытта почтала ярты йылға яҙылыу хаҡы – 1137 һум, почтанан килеп алыу юлы менән – 1085 һум 99 тин.
Етмәһә, «Йәшлек»кә яҙылып, гәзитле лә, бүләкле лә була алаһығыҙ. Алдағы аҙнанан «Аҙна һайын – бүләк!» уйынын да башлайбыҙ. Унда ҡатнашыу өсөн гәзиткә яҙылған квитанцияғыҙҙың күсермәһен электрон почта аша, «Бәйләнештә»ге төркөбөҙгә йәки ватсапҡа ебәрегеҙ.
2 октябрҙә Матбуғат йорто алдында Гәзит-журналдарға яҙылыу көнө үтәсәк. Унда килеп яҙылғандар көнкүреш өсөн кәрәкле бүләктәр ота ала. Төп приз – велосипед. Һеҙ яратҡан артистарҙың да сығыш яһауы көтөлә.
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!