«Йәшлек»кә яҙылығыҙ, бүләк отоғоҙ!
Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
20 Декабрь 2024, 09:43

Гәзитле лә, бүләкле лә булығыҙ!

***

Тоғро дуҫ­та­рыбыҙ араһында бү­ләк уй­на­тыу­ҙы дауам итә­беҙ. Был аҙ­на­ла «Аҙна һа­йын – бүләк» уйы­нында Бөр­йән ра­йо­ны­ның Иҫке Соб­ханғол ауы­лынан Тән­зилә Бә­шәрова электр йылыт­ҡы­сы отто. «Аҙна һайын «Йәшлек»­те ҡулға алыу – бәхет», – тип яҙған инәй. Ул кви­тан­цияһы менән бергә ошон­дай таҡмаҡ та  яҙып һалған: 
«Иртән тороп тышҡа сыҡһам,
Ике күҙем йәшниктә.
Пенсиям күп булмаһа ла,
Йыл да яҙылам «Йәшлек»кә.
Сәсем ҡабара ла китә,
Көн һайын тарамаһам.
Ҡартайғаным онотола,
«Йәшлек»те ҡулға алһам.
Ултыр әле яндарыма
Кәнфиттәр ашатайым.
Шул «Йәшлек»те яратҡанға
Үҙем дә аптырайым.
Самауырҙы тиҙ ҡайната
Ҡайын ағас күмере.
«Йәшлек»кә яҙылғандарҙың 
Оҙон була ғүмере».
Һай, афарин, инәй! Шундай тоғро дуҫыбыҙ булыуға бик шатбыҙ.
«Йәшлек»кә яҙылғандар шулай гәзитле лә, бүләкле лә була. Яңы йыл каникулынан һуң «Бәйлә­неш­тә» селтәрендә онлайн ре­жим­да кухня комбайны, саң һурғыс, электр ит үткәргесе, мультибе­шер­гес, блендер, электр сәйнүге кеүек шәп бүләктәр  уйнатасаҡбыҙ. Унан тыш, район һәм республика гә­зитенә яҙылып, «Республика Баш­кортостан» нәшриәт йорто үт­кәр­гән отош уйынында ла ҡат­наша алаһығыҙ. 

Бергә булдыҡ, 
бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!

Читайте нас