Тоғро дуҫтарыбыҙ араһында «Аҙна һайын – бүләк» уйынын үткәреүҙе лә дауам итәбеҙ. Отош уйынында ҡатнашыу өсөн квитанцияғыҙҙың күсермәһен редакцияға ебәрергә кәрәк. Был аҙнала электр йылытҡысын Ейәнсура районының Бикбау ауылынан Мәскүҙә Сабирова отто.
Гәзитебеҙҙе алдырыусы иң тоғро дуҫтарыбыҙға тәүге һанда йыл буйына файҙаланырлыҡ шәп сюрприз әҙерләйбеҙ! Барығыҙға ла барып етһен ине ул бүләк! Күрше-күләндәрегеҙгә лә был хаҡта хәбәр итергә онотмағыҙ!
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!