«Йәшлек»кә яҙылығыҙ, бүләк отоғоҙ!
Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
27 Ноябрь 2024, 14:12

Алһыу инәй гәзит уҡый, ә һеҙ?

78 йәш менән барған Алһыу Хәлил ҡыҙы Ямалова (Сыңғыҙова) – «Йәшлек»те «Ленинсы» сағынан уҡ алдырған тоғро уҡыусыларыбыҙҙың береһе. 


Баймаҡ районының Би­лал ауы­лында тыу­ған инәй 1964 йылдан 2022 йылға тиклем һауынсы булып эшләй. 1967 йылда Мәс­кәүгә халыҡ ху­жалыҡтары күргәҙмәһенә (ВДНХ) ба­рып ҡайта. 1973 йылда яҙмыш елдәре уны Әбйәлил районы­ның Әүнәш ауы­лына килтерә һәм әлегәсә шунда ғүмер кисерә.
Ғүмере буйы ауылда йә­шәгән тырыш инәй­ҙең хеҙ­мәте әллә күпме Маҡтау ҡағыҙы һәм билдә менән баһалана.
Алһыу Хәлил ҡыҙы – Рәсәйҙең хеҙмәт ветераны. Оло булһа ла, ваҡытлы матбуғаттан айырылмай. Йәштәр баҫмаһына йыл да  иң тәүгеләрҙән булып яҙыла һәм почтальондың уның өйөнә килтереүен түҙемһеҙләнеп көтөп ала. 
– Гәзитте баштан аҙағынаса ентекләп уҡып сығам. Унда баҫылған мәҡәләләрҙең барыһы ла оҡшай. Яратҡан баҫма ҡартлыҡты оноттора, – ти ул.
Афарин, инәй! 
Ә һеҙ «Йәшлек»кә яҙылдығыҙмы? Яҙыл­маһағыҙ, почта бүлексәһенә ашығығыҙ.
2025 йылдың беренсе яртыһына баҫмабыҙға  яҙылған тоғро дуҫтарыбыҙ квитанция­һы­ның күсермәһен редакцияға ебәреп, гәзитле лә, бүләкле лә  була ала. 
«Аҙна һайын – бүләк» уйынында ҡатна­шыу­сылар өсөн йылылыҡ вен­ти­ля­торы уйнатыла.  Был аҙнала уны Йылайыр районының Яманһаҙ ауылынан Урал БУЛАТАСОВ отто.
Унан тыш, гәзит-журналдарға яҙылыу та­мамланғас, 2025 йылдың ғинуарында, кухня комбайны, саң һурғыс, электр ит үткәргесе, мульти­бешергес, блендер, йылылыҡ венти­ля­торы, электр сәйнүге кеүек шәп бүләктәр ҙә уйнатыласаҡ. 

Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!

Читайте нас