Ҡәҙерле дуҫтар! Киләһе йылдың тәүге яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы дауам итә. «Йәшлек»кә яҙылып, квитанцияғыҙ күсермәһен редакцияға ебәреп, гәзитле лә, бүләкле лә була алаһығыҙ.
«Аҙна һайын – бүләк» уйынында тәүге еңеүсебеҙ билдәле булды. Йылылыҡ вентиляторын Баймаҡ районының Ишмырҙа ауылынан Рәмзиә Ишмырҙина отто. Уны ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Әйткәндәй, «Башкортостан Республикаһы» нәшриәт йорто ла бүләктәр уйната. Үҙегеҙҙең «районка»ғыҙ менән «Йәшлек»кә яҙылып, ҡар таҙартыу машинаһы, ноутбук, киң диагоналле телевизор, туңдырғыс, робот-саң һурҙырғыс ота алаһығыҙ.