Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
21 Октябрь , 13:49

Гәзиткә яҙыл да, бүләкле бул!

Ҡәҙерле дуҫтар! Киләһе йылдың тәүге ярты йыллығына «Йәшлек» гәзитенә яҙылдығыҙмы әле? Яҙылмаған булһағыҙ, почта бүлексәһенә ашығығыҙ.

Оҙаҡламай  – ноябрь, декабрь айҙарында «Аҙна һайын – бүләк» уйыны үтәсәк. 2025 йылдың беренсе ярты йыллығына «Йәшлек»кә яҙылған тоғро дуҫтарыбыҙ  квитанцияһының  күсермәһен редакцияға ебәреп, гәзитле лә, бүләкле лә  була ала. Отош уйынында ҡатнашыусылар өсөн йылылыҡ вентиляторы уйнатыла. 
Унан тыш, гәзит-журналдарға яҙылыу тамамланғас, кухня комбайны, саң һурғыс, электр ит үткәргесе, мультибешергес, блендер, йылылыҡ вентиляторы, электр сәйнүге кеүек шәп бүләктәр ҙә уйнатыласаҡ. 

Бергә булдыҡ, алдағы көндәрҙә лә бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!

Читайте нас: