Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
30 Июнь 2023, 11:24

Гөлгөнә апайға –  термос 

«Йәшлек»  гәзитенә икенсе ярты йыллыҡҡа   подписка тамамланды. Беҙҙең баҫмаға яҙылып үкенмәҫһегеҙ, тип уйлайбыҙ.  

 Яҙылыу тураһында квитанцияғыҙҙың күсермәһен ебәрһәгеҙ, «Яҙыл да – бүләк от!» уйынында ҡатнаша алаһығыҙ. Еңеүселәрҙе хужалыҡта һәм көнкүрештә кәрәкле ҡиммәтле бүләктәр  – мультибешергес, триммер, саң һурҙырғыс, ит үткәргес, блендер, шөрөп борғос, термос­тар көтә.
Район гәзите менән республика баҫмаһына яҙылыусыларға «Республика Башкортостан» нәшриәт йорто ла  шәп бүләктәр әҙерләгән. Мотокультиватор, триммер, ноутбук, телевизор, велосипед ота алаһығыҙ.
Бының өсөн 2023 йылдың икенсе ярты йыллығына гәзиттәргә яҙылыу тураһындағы квитанцияғыҙҙың күсермәһен хат аша редакцияға  йәки нәшриәт йортона ебәрегеҙ.
«Яҙыл да – бүләк от!» уйынының был аҙналағы еңеүсеһе – Салауат районының Радио ауылынан Гөлгөнә ХАННАНОВА. Редакция һеҙгә термос бүләк итә.

Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: