Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
16 Июнь 2023, 10:49

Яҙыл да – бүләк от!

* * *

Дуҫтар, ташламалы хаҡҡа «Йәшлек» кә яҙылып ҡалғанһығыҙҙыр, тип ышанабыҙ. Гәзитебеҙҙән бүләктәр отор өсөн квитанцияғыҙҙың күсермәләрен беҙгә ебәрә һалығыҙ. Аҙна һайын да, подписка тамамланғас та шәп бүләктәр уйнатабыҙ. Был аҙнала бүләк термосты   баҫмабыҙға тәүгеләрҙән булып яҙылған Ейәнсура районының Сирғол ауылынан  Мөхәммәт  ЮЛДАШБАЕВ отто.
«Йәшлек» бүләктәр уйнатыуҙы дауам итә. Еңеүселәрҙе хужалыҡта һәм көнкүрештә кәрәкле ҡиммәтле бүләктәр  – мультибешергес, триммер, саң һурҙырғыс, ит үткәргес, блендер, шөрөп борғос, термостар көтә.
Район гәзите менән республика баҫмаһына яҙылыусыларға «Республика Башкортостан» нәшриәт йорто ла  шәп бүләктәр әҙерләгән. Мотокультиватор, триммер, ноутбук, телевизор, велосипед ота алаһығыҙ.
Бының өсөн 2023 йылдың икенсе ярты йыллығына гәзиттәргә яҙылыу тураһындағы квитанцияғыҙҙың күсермәһен хат аша редакцияға  йәки нәшриәт йортона ебәрегеҙ.

«Йәшлек»кә 6 айға 1012 һум 86 тингә яҙылырға мөмкин.
Индекс – П2757.

Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!

Читайте нас: