Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
9 Июнь 2023, 12:04

Арзан хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ һәм бүләкле булығыҙ!

Һуңғы мөмкинлек! Йәйгеһен уҡырға ваҡыт юҡ тип, гәзитһеҙ ҡалып ҡуймағыҙ!


15 июнгә  тиклем «Рәсәй Почтаһы» федераль почта элемтәһе 2023 йылдың икенсе яртыһына ташламалы хаҡҡа яҙылыу буйынса ун көнлөк иғлан итте. 
Гәзитебеҙгә башҡа көндәрҙә 6 айға 1012 һум 86 тингә яҙылһағыҙ, хәҙер ташламалы хаҡ менән 889 һум 92 тингә яҙылырға мөмкин. Индекс – П2757.
Ошо ваҡытта арзанға яҙылыу мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырмағыҙ! Беҙҙең баҫмаға яҙылып,  атай-әсәйҙәрегеҙгә, туғандарығыҙға, дуҫтарығыҙға шәп бүләк эшләй алаһығыҙ. Квитанцияғыҙҙың күсермәһен ебәрһәгеҙ, «Аҙна һайын бүләк» конкурсында ҡатнашып, ҡиммәтле бүләктәр ҙә оторға мөмкин. Редакция үҙенең тоғро уҡыусылары араһында «Яҙыл да – бүләк от!» уйынын быйыл да  уйната. Еңеүселәрҙе хужалыҡта һәм көнкүрештә кәрәкле ҡиммәтле бүләктәр  – мультибешергес, триммер, саң һурҙырғыс, ит үткәргес, блендер, шөрөп борғос, термостар көтә.
Район гәзите менән республика баҫмаһына яҙылыусыларға «Республика Башкортостан» нәшриәт йорто ла  шәп бүләктәр әҙерләгән. Мотокультиватор, триммер, ноутбук, телевизор, велосипед ота алаһығыҙ.
Бының өсөн 2023 йылдың икенсе ярты йыл­лығына гәзиттәргә яҙылыу тураһындағы кви­танцияғыҙҙың күсермәһен хат аша редак­цияға  йәки нәшриәт йортона ебәрегеҙ.
«Яҙыл да – бүләк от!» уйынының был аҙналағы еңеүсеһе – Бөрйән районының Яңы Монасип ауылынан Хәмит Ҡыуандыҡов. 92 йәшлек олатай йыл да беҙҙең гәзитебеҙгә яҙылмайынса ҡалмай икән. «Йәшлек» менән күңелегеҙҙе йәшәртеп йәшәгеҙ шулай. Редакция һеҙгә термос бүләк итә.

Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!

Автор:Электронное Издательство
Читайте нас: