Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
5 Июнь 2023, 13:13

Ташламалы хаҡҡа  яҙылып ҡалығыҙ!

* * *

5 июндән 15 июнгә  тиклем «Рәсәй Почта­һы» федераль почта элемтәһе 2023 йылдың икенсе яртыһына ташламалы хаҡҡа яҙылыу буйынса ун көнлөк иғлан итте. Гәзиткә башҡа көндәрҙә 6 айға 1012 һум 86 тингә яҙылһағыҙ, хәҙер ташламалы хаҡ менән 889 һум 92 тингә яҙылырға мөмкин. Индекс – П2757.

«Йәшлек»  гәзитенә ошо ваҡытта арзанға яҙылыу мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырмағыҙ! Беҙҙең баҫмаға яҙылып,  атай-әсәйҙәрегеҙгә, туғандарығыҙға, дуҫтарығыҙға шәп бүләк эшләй алаһығыҙ. Квитанцияғыҙҙың күсермәһен ебәрһәгеҙ, «Аҙна һайын бүләк» конкурсында ҡатнашып, ҡиммәтле бүләктәр ҙә оторға мөмкин. Редакция үҙенең тоғро уҡыусылары ара­һында «Яҙыл да – бүләк от!» уйынын быйыл да  уйната. Еңеүселәрҙе хужалыҡта һәм көнкү­рештә кәрәкле ҡиммәтле бүләктәр  – мультибешергес, триммер, саң һурҙырғыс, ит үткәргес, блендер, шөрөп борғос, термостар көтә.
Район гәзите менән республика баҫмаһына яҙылыусыларға «Республика Башкортостан» нәшриәт йорто ла  шәп бүләктәр әҙерләгән. Мото­культиватор, триммер, ноутбук, телевизор, велосипед ота алаһығыҙ.
Бының өсөн 2023 йылдың икенсе ярты йыл­лығына гәзиттәргә яҙылыу тураһындағы кви­танцияғыҙҙың күсермәһен хат аша редак­цияға  йәки нәшриәт йортона ебәрегеҙ.

Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!

Автор:Электронное Издательство
Читайте нас: