Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
29 Май 2023, 10:41

Өйөгөҙгә килһен «Йәшлек»

* * *

Йәйгеһен эш күп, гәзит уҡырға ваҡыт ҡалмай, тиер берәүҙәр. Йәй артынан көҙө, артабан ҡышы ла килеп етер. Ваҡытлы матбуғат баҫмаларынан тыш тормошон күҙ алдына ла килтермәгән кеше яйын табып, барыбер ҙә үҙенә оҡшаған гәзит-журналына яҙыла. Дөрөҫ эшләй ҙә. Сөнки беҙ үҙебеҙҙең уҡыусыларыбыҙҙы гәзитле генә түгел, бүләкле лә итәбеҙ.
Редакция үҙенең тоғро уҡыусылары араһында «Яҙыл да – бүләк от!» уйынын быйыл да  уйната.  Еңеүселәрҙе хужалыҡта һәм көнкүрештә кәрәкле ҡиммәтле бүләктәр көтә.

Бының өсөн 2023 йылдың икенсе ярты йыллығына гәзиткә яҙылыу тураһындағы квитанцияғыҙҙың күсермәһен хат аша редакцияға  ебәрергә кәрәк.
«Йәшлек»кә 6 айға яҙылыу хаҡы – 1012 һум 86 тин.
Район гәзите менән республика баҫмаһына яҙылыусыларға «Республика Башкортостан» нәшриәт йорто ла  шәп бүләктәр әҙерләгән. Туңдырғыс, мотокультиватор, триммер һеҙҙе көтә.

Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!

Автор:Электронное Издательство
Читайте нас: