Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
21 Декабрь 2022, 16:57

Яңы йылға иң шәп бүләк – «Йәшлек»!

«Рәсәй почта»һы ташламалы хаҡҡа яҙылыу декадаһы иғлан иткән мәлдә «Йәшлек»кә яҙылып ҡал­ған­һығыҙҙыр, моғайын.


Квитанцияһының күсермәләрен беҙгә ебәрә һалығыҙ. Саң һурҙырғыс, шөрөп борғос, ит турағыс, мультиварка, блендер, термопот, үтек, электр сәйнүге кеүек иҫтәлекле бүләктәр отоу форсатын ҡулығыҙҙан ысҡындырмағыҙ! «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто ла район һәм республика баҫмаларына яҙылыусыларға приздар әҙерләгән. Ноутбук, телевизор, ҡар таҙартҡыс, туң­дырғыс, вентилятор функцияһы менән йылытҡыс һеҙҙе көтә. Бының өсөн «Йәшлек»кә һәм үҙегеҙҙең район гәзитенә яҙылыуығыҙҙы дәлилләгән квитанцияғыҙҙың күсермәһен редакцияға ебәрергә кәрәк.
Дөйә лә бүләк, төймә лә бүләк, тиҙәр. «Йәшлек» тә  Яңы йылға матур бүләк булыуға дәғүә итә ала. Шулай булғас, беҙҙең гәзиткә үҙегеҙ ҙә яҙылығыҙ, уҡығыҙ, башҡаларҙы ла яҙҙырып һөйөндөрөгөҙ. «Йәшлек»те уҡығанда ләззәтле һәм кинәнесле минуттар һеҙгә!

Автор:РИС Интеграция
Читайте нас: