Хөрмәтле дуҫтар! Киләһе йылдың тәүге яртыһына яратҡан баҫмаларығыҙға яҙылыу мөмкинлеген табырһығыҙ, тип өмөтләнәбеҙ. Әлбиттә, “Йәшлек” менән дә бергә ҡалырһығыҙ.
Ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, яҙылыусыларға бүләктәр әҙерләй башланыҡ та инде. Гәзитебеҙҙе уҡып барығыҙ һәм ниндәй бүләк һайлағаныбыҙҙы күрерһегеҙ. Ҡағиҙә булараҡ, күп уҡыусыбыҙҙың ауылда йәшәгәнен иҫәпкә алып, хужалыҡта, көнкүрештә кәрәкле әйберҙәр әҙерләйбеҙ.
Беләһегеҙ, бүләк отоу өсөн баҫмабыҙға яҙылыу тураһындағы квитанция күсермәһен редакцияға ебәреү ҙә етә. Исем-фамилияғыҙҙы, адресығыҙҙы, телефонығыҙҙы яҙырға онотмағыҙ.
Бергә булдыҡ,
бергә ҡалайыҡ!