Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
24 Май 2022, 15:30

Яҙылығыҙ, рәхәтләнеп уҡығыҙ, бүләкле булығыҙ!

«Йәшлек»кә икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылырға  ашығығыҙ, дуҫтар! 


«Аҙна һайын – бүләк» уйынында ҡатнашыусы тоғро уҡыусыларыбыҙға шәп бүләктәр ҙә әҙерләнек.  Бензосалғы,  шөрөп борғос, блендер, суйын ҡаҙан, сәй сервиздары  эйәләрен көтә. Был приздар­ҙы отоу өсөн гәзиткә икенсе ярты йыл­лыҡҡа яҙылыу тураһындағы квитанция­ғыҙҙың күсермәһен беҙгә ебәрергә кәрәк. 
Бынан тыш, «Республика Башкортостан» нәшриәт йорто ла район һәм республика баҫмаларына яҙылыусылар араһында бүләктәр оттора. Һыуытыу камераһы, телевизор, ҡар таҙартҡыс, велосипед кеүек елле приздар отҡоғоҙ килһә, тиҙерәк квитанцияларығыҙҙың күсермәһен  ебәрә һалығыҙ (г. Уфа, ул. 50-летия Октября, 13, Издательский дом «Республика Башкортостан», с пометкой«Подпишись и выиграй»).
Уларҙың лото  уйынында уҙған ярты йыллыҡта «Йәшлек»кә яҙылыусылар араһында   Хәйбулла районынан Бәлә­кәй Арыҫланғол ауылынан Рәйсә Ғәлиева ҡар таҙартҡыс отҡайны. «Йәшлек»тең лото уйынында Йылайыр районының Юлдыбай ауылынан Фәрит Рәмов  – бензосалғыға, Ейәнсура районының Биштирәк ауылынан Фирүзә Аҡъюлова – шөрөп борғосҡа, Иҙәш ауылынан Фуат Ҡыуандыҡов – ҡаҙанға, Хәйбулла районының Мәмбәт ауылынан Сәлимә Ҡарабаева бензо­бысҡыға эйә булды.
Даланлы булыуығыҙҙы һеҙ ҙә һынап ҡарағыҙ!
Был аҙнанан  башлап аҙна һайын  сәй сервиздары уйнатабыҙ. Ҡиммәтле приздарҙы июнь аҙағында отто­расаҡбыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, тәү­геләрҙән булып квитанцияларын ебәреүсе 50 кеше араһынан был аҙнала  Ауырғазы районының Мораҙым ауылынан Әминә Ҡусҡарова сәй сервизы отто. Ҡотлайбыҙ! Бүләкте килеп алғанда паспорт, ИНН, СНИЛС күсермәләре кәрәк.

Яҙылығыҙ, рәхәтләнеп уҡығыҙ, бүләкле булығыҙ! 

«Йәшлек»кә алты айға яҙылыу хаҡы – 927 һум 6 тин. Индексыбыҙ – П2757.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: