Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
28 Февраль 2022, 16:25

“Йәшлек”кә яҙылып ҡалығыҙ!

Республикала 2022 йылдың икенсе ярты­һына гәзит-журналдарға алдан яҙылыу кам­панияһы башланды. 31 мартҡа тиклем «Йәшлек» гәзитен элекке хаҡ буйынса алдырыу мөмкинлеге бар.

Баҫмабыҙға икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылыу­сылар араһында бүләктәр ҙә уйнатасаҡбыҙ. Квитанция күсермәләрен редакция адресына һалығыҙ.

Республика һәм район баҫмаларына яҙы­лыусылар араһында «Башҡортостан Респуб­ликаһы» нәшриәт йорто «Яҙыл һәм бүләк от!» конкурсын да ойоштора.

Бының өсөн квитанцияларығыҙҙың күсермәһен, «Яҙыл һәм бүләк от!» тип яҙып, 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто, 212-се бүлмә адресына йәки [email protected] электрон адресына ебәрергә кәрәк.

Күреп тораһығыҙ, хаҡтар арта. Мөмкинлекте  ҡулдан ысҡындырмағыҙ!

 

Бергә булдыҡ,

бергә ҡалайыҡ!

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: