Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
14 Февраль 2022, 09:56

Дуҫтар! Бик отошло мөмкинлекте файҙаланып ҡалығыҙ!

Башҡортостанда 2022 йылдың икенсе яртыһына гәзит-журнал­дарға алдан яҙылыу кампанияһы башланды. 31 мартҡа тиклем “Йәшлек” гәзитен элекке хаҡ буйынса алдырыу мөмкинлеге бар.

Яратҡан гәзитегеҙгә почта бүлек­сәһендә йәки онлайн яҙылырға була. Интернет ысулын һайлаһағыҙ, «Баш­ҡортостан Республикаһы» нәш­риәт йортоноң rbsmi.ru сайтына үтегеҙ, шәхси кабинеттағы «Яҙылыу» бүле­гендә “Йәшлек”те табығыҙ һәм баҫма йәки электрон версияһын һайлап, таратыу адресын яҙып, аҡса түләгеҙ.

Ғәҙәттәгесә, гәзитебеҙгә яҙылыу­сылар төрлө шәп бүләктәр отоу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Даланды һынау өсөн өс ысул биреләсәк:

– «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто «Яҙыл һәм бүләк от!» конкурсын ойоштора. Бының өсөн бер республика һәм бер район баҫмаһына яҙылырға кәрәк. Бүләктәр 2022 йылдың июле аҙағында Башҡортостан юлдаш телеканалында тура эфирҙа уйнатыласаҡ.

Квитанцияларығыҙҙы «Яҙыл һәм бүләк от!» тип яҙып, 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, «Башҡортостан Республи­каһы» нәшриәт йорто, 212-се бүлмә адресына йәки [email protected] электрон адресына ебәрергә кәрәк.

– “Аҙна һайын бүләк” уйынында ҡат­нашыу өсөн квитанцияғыҙҙың күсермәһен “Йәшлек” гәзите редак­цияһына ебәрһәгеҙ, һәр аҙнала бүләк оттороуҙа ҡатнашырға була.

- Гәзиткә яҙылыусылар араһында үҙаллы ойошторған конкурсыбыҙ ҙа бар. Унда йорт-хужалыҡта ҡулланыу өсөн бик файҙалы бүләктәр отто­расаҡбыҙ.

Ярыштар тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән артабан гәзит биттәрендә һәм сайт-социаль селтәр сәхифәләрендә таныштырырбыҙ.

 

Мөхәрририәт.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: