Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
12 Ноябрь 2021, 10:46

«Йәшлек»тең иҫтәлеге булһын!

Хөрмәтле дуҫтар! Беҙ һеҙҙең менән генә көслө. Әйҙәгеҙ, дуҫ­лыҡҡа хыянат итмәй, киләһе йылға ла «Йәшлек» гәзитенә яҙылайыҡ.

Редакция үҙенең уҡыусыларына, ғәҙәттәгесә, шәп бүләктәр ҙә әҙер­ләне. Уларға эйә булыу өсөн гәзиткә яҙылыу тураһындағы квитанция­ғыҙ­ҙың күсермәһен ебәреп, «Аҙна һайын – бүләк» уйынында ҡатна­шығыҙ.

Бензобысҡы, триммер, дрель-шө­рөп борғос, блендер, электр сәйнүге, сәй сервиздары, суйын ҡаҙандар үҙ эйәләрен көтә. Квитанцияларығыҙ­ҙы шулай уҡ «Республика Башкортостан» нәшриәт йортона ла ебәрә алаһығыҙ. Улар ҙа ҡиммәтле бүләк­тәр уйната.

«Йәшлек»кә яҙылыусылар ара­һын­да был аҙнаның еңеүсеһе – Ейәнсура  районының Сирғол ауылынан Зөбәйҙә ЮЛДАШБАЕВА. Еңеүсене сәй сервизы менән бүләкләйбеҙ.

 

Гәзитебеҙгә   6 айға яҙылыу хаҡы – 897 һум 54 тин, индексы – П 2757.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: