Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
3 Ноябрь 2021, 12:24

Гәзитле лә, бүләкле лә булды!

Хөрмәтле дуҫтар!

Ә һеҙ 2022 йылдың киләһе ярты йыллығына «Йәшлек»кә яҙылырға онотманығыҙмы әле? Донъя мәшәҡәттәренә сумып, мәлде үткәреп ебәрмәгеҙ, ҡулығыҙҙа аҡса бар икән, бөгөндән үк  почта бүлексәһенә ашығығыҙ! Редакция үҙенең уҡыусыларына, ғәҙәттәгесә, шәп бүләктәр ҙә әҙерләне. Уларға эйә булыу өсөн гәзиткә яҙылыу тураһындағы квитанцияғыҙҙың күсермәһен ебәреп,  «Аҙна һайын – бүләк!» уйынында ҡатнашығыҙ.

Бензобысҡы, триммер, дрель-шөрөп борғос, блендер, электр сәйнүге, сәй сервиздары, суйын ҡаҙандар үҙ эйәләрен көтә.

«Йәшлек»кә яҙылыусылар араһында был аҙнаның еңеүсеһен билдәләнек. Ул – Ауырғазы районының Мораҙым ауылынан Феларест Ҡусҡаров. Еңеүсене сәй сервизы менән бүләкләйбеҙ.

 

«Йәшлек» – һеҙҙең менән, «Йәшлек» – һеҙҙең өсөн, «Йәшлек» – һеҙҙең хаҡта!

Гәзитебеҙгә   6 айға яҙылыу хаҡы – 897 һум 54 тин, индексы – П 2757.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: