Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
2 Апрель 2021, 15:00

“Йәшлек”кә арзан хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!

Хөрмәтле дуҫтар, ваҡытлы матбуғат баҫмаларына яҙылыу башланды. Киләһе дүшәмбенән ташламалы хаҡтар тәҡдим ителә.

“Йәшлек” гәзите үҙенең дуҫтарын 5 – 15 апрелдә арзан хаҡҡа яҙылып ҡалырға саҡыра. Хаҡтар ғәҙәти подписка хаҡынан (алты айға – 883 һум 62 тин) әҙерәккә тура килә.
Декада ваҡытында гәзитебеҙгә ярты йылға 764 һум 82 тингә яҙылырға мөмкин.
Форсаттан файҙаланып, уҡыусыларыбыҙға тағы бер мәртәбә рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Һеҙ ҡатмарлы 2020 йылда ла беҙҙең менән бергә булдығыҙ, был йылдың тәүге алты айына ла бик әүҙем яҙылдығыҙ.
Әйткәндәй, әле бүләктәр алыу мәсьәләһе ҡарала. Тимәк, отошта ҡатнашырға әҙерләнә башлаһағыҙ ҙа була.
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!
Читайте нас: