Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
7 Ғинуар 2021, 14:06

Антибиотиктарҙы табип ҡушыуы буйынса ғына ҡулланығыҙ

COVID-госпиталь табибы Глеб Глебов антибиотиктарҙың зарары тураһында яҙа.

Уның һүҙҙәренсә, мәкерле сирҙе дауалағанда был препараттарҙы бер нисә осраҡта ғына ҡулланырға мөмкин. Артығын эсергә ярамай, улайһа... Кемдер уны сирҙе профилактикалау өсөн ҡуллана, икенселәр тиҙерәк йүнәләм тип артығын эсергә мөмкин. Ә уның ҡурҡыныс эҙемтәләре хаҡында күптәр белмәй.
Антибиотиктарҙы артыҡ ҡулланһаң, сир бактериялары уға яраҡлашып ала һәм тағы ла күберәк үрсей башлай. Бындай осраҡта һәр бер яра, сыйылған урын үлемесле эҙемтәләргә килтерергә мөмкин.
«Тымау һәм вирус ауырыуҙарын дауалағанда антибиотиктарҙы ҡулланмау яҡшыраҡ. Сөнки улар вирус менән көрәшә алмай.
COVID-19 вирусын дауалағанда ҡанда лейкоциттар, нейтрофилдар күбәйгәндә антибиотиктар бирелә. Шулай уҡ шәкәр ауырыуы булғанда ҡулланыла. Бер сәбәпһеҙ антибиотик биреү енәйәткә тиң!» – ти табип.
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас: