Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
5 Июнь 2020, 08:25

Ишҡолдар менән дуҫлығыбыҙ ныҡ!

Әбйәлил районы Ишҡол урта мәктәбенең 9-сы синыф уҡыусылары – беҙҙең бөгөнгө геройҙарыбыҙ. Хәйер, нишләп “бөгөнгө” генә булһын? Бәлки, ошо балалар киләсәктә исемдәрен дан-шөһрәткә күмер ҙә, үҙҙәре хаҡында ҡат-ҡат яҙырбыҙ ҙа әле. Уңышлы булып иҫәпләнер өсөн мотлаҡ сәхнә, телевидение-радио «йондоҙо» йә ғалим, яҙыусы-шағир булырға тимәгән бит ул. Иген игеп тә, балалар үҫтереп тә, кешеләрҙе дауалап та уңыш ҡаҙанырға мөмкин. Тормошта үҙ юлыңды, эшеңде, парыңды табып, тырышып эшләп, яратып һәм яратылып йәшәүгә бер ни етмәй.


Ә тырышлыҡҡа килгәндә, Айһылыу Мөхәмәтдинова етәкләгән синыф уҡыусылары бер кемгә лә бирешерлек түгел. Ун биш баланың ҡайһыһын алһаң да, һәр береһе тураһында, ул бик тырыш, тиергә була. Шулай уҡ кешелекле, ярҙамсыл, изге күңелле булыуҙары менән айырыла был уҡыусылар. Һәр береһе тик маҡтауға лайыҡ. Илшат Әғзәмов, мәҫәлән, тәрбиәле, маҡсаттарына ынтылыусан егет. Яҡшы уҡыған Азалия Аҙылованың холҡонда бәләкәйҙән эшҡыуарлыҡҡа һәләте ярылып ята. Ғайсар Ғәлиуллин хас та олатаһы, атаһы ише тапҡыр һүҙле, ғәҙел. Айгизә Ирғәлина – донъя көтөргә шәп, бөхтә уңғанбикә. “Дүртле” һәм “бишле” билдәләренә генә өлгәшкән Фәрхәт Кәримов етди һәм тыйнаҡ. Ата-әсәһенең уң ҡулы булған, хужасыл Юнир Кейекбаевтың уҡыуы ла яҡшы. Шаянҡай Юлиә Ниғмәтуллина – ярыштарҙа гел призлы урындар яулаған шәп спортсы. Ҡара тырыш Булат Сафиуллин киләсәген физкультура, спорт менән бәйләмәксе. Шундай уҡ тырыш, етди Радик Сафиуллин иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләштермәксе. Изге күңелле Ғайса Тимерйәнов тормошҡа етди ҡарашы менән билдәле. Эшлекле Илгиз Хәсәновтың тауышы һоҡланғыс матур. Фиданиә Нотфуллина ут кеүек сая, үткер булһа, Динис Ғәлләмов, Нәфисә Мофаззалова, Зөлфиә Шәрәфетдинова баҫалҡы тәбиғәтле. Ошо татыу синыф тотошлай гәзитебеҙгә яҙылған!
– Беҙҙең Ишҡол мәктәбендә баҫмаларға яҙылыу бик яҡшы ойошторолған, – ти рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айһылыу Марат ҡыҙы. – Йыл һайын еңеүсе синыфҡа мәктәп етәкселеге татлы приз – торт тапшыра. Башланғыс синыфтар “Аҡбуҙат”ҡа яҙыла, уртансы синыфтар – “Аманат”ҡа, ә өлкән синыф уҡыусылары, әлбиттә, “Йәшлек”кә. Был йәһәттән заман менән бергә атлаған, аңлы ата-әсәләребеҙгә ҙур рәхмәт.

Мәктәп директоры Азат Мә­хийәнов үҙ эшенең оҫтаһы бул­ғанға мәктәбебеҙ маҡтаулылар рәтендә. Олимпиадаларҙа, спорт ярыштарында, конкурстарҙа уңыш­тарыбыҙ бихисап, уҡыусыларыбыҙ юғары уҡыу йорттарына күпләп инә, колледж, училищеларҙа ла беҙҙе һынатмай, тырышып уҡыйҙар.

Алдынғы мәктәптең тормошонда туғыҙынсы синыф уҡыусылары ҡайнап йәшәй, ниндәй бәйге иғлан ителһә лә, ҡатнашып, беренсе урындарға сыға: ул бейеү йә йыр буйынса флешмоб булһынмы, Яңы йыл байрамына кабинетты биҙәү йә уйынсыҡтар эшләү булһынмы – ҡайҙа ла еңеүселәр. Йырлай, бейей беләме-юҡмы – береһе лә ситкә ҡағылып-һуғылмай, гел дә бергә ҡатнашалар. Үҙенең уҡыусыларын ҡурсалап, һәр береһе һағында ҡалҡан кеүек ҡалҡҡан Айһылыу Марат ҡыҙы улар менән экскурсияларға, сәйәхәттәргә йыш йөрөй.

– Бала бит парта артында бер төрлө, ә ситтә йөрөгәндә бөтөнләй икенсе, – тип һүҙен дауам итә синыф етәксеһе. – Сәйәхәттә күңеле асыла, һөнәрҙәре күренә. Балалар менән эшләүе рәхәт, күңелле, уларҙың күңеле таҙа. Үҙемдең синыф ата-әсәләренә уңған, етди, мәрхәмәтле балалар тәрбиәләгәндәре өсөн рәхмәтемде еткерәм. Әнүзә Аҙыловаға айырым рәхмәт. Ошо балаларҙың күбеһе туғыҙынсынан һуң урта һөнәри белем алыу өсөн оло тормош юлына баҫырға әҙерләнә. Сыға­рылыш уҡыусылары менән һау­буллашыу һәр саҡ моңһоуыраҡ. Әлдә уҡыусыларым аҙаҡ онотмай, хәл белешеп, уңыштары менән бүлешеп тора. Уҡытыусы өсөн бынан да олораҡ бүләк юҡ.

Биш йыл дауамында Ишҡол ҡатын-ҡыҙҙар советын етәкләп, “Ҡатын-ҡыҙ – лидер” исемен яулаған, бар республикаға киң таралған “Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға” сараһының инициаторы булған, әллә күпме төрлө байрам уҙғарып, рәхмәт һүҙҙәре ишеткән Айһылыу Мөхәмәтдинова ире менән өс бала үҫтергән. Өлкән ҡыҙҙары Илнара – химия фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт аграр университетында уҡыта (әлеге мәлдә декрет ялында). Стәрлетамаҡтағы физкультура институтын тамамлаған Айваз Мәскәүҙә үҙ эшен асҡан. Кинйә бала Юламан баш ҡалала С. Орджоникидзе исемендәге Рәсәй дәүләт геологоразведка университетында икенсе курсты тамамлай. Ғаилә башлығы Исрафил Ильяс улы РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы подразделение­һында ҡарауыл начальнигы булып эшләй.

Әйткәндәй, гәзитебеҙ менән даими хеҙмәттәшлек иткән Айһы­лыу Марат ҡыҙы алдағы сыға­рылыш уҡыусылары менән “Йәш­лек”тең бәйгеһендә еңеү яулап, Өфөгә экскурсия менән бүләк­ләнгәйнеләр. Дуҫлыҡ ептә­ренең йылдан-йыл нығына барыуына беҙҙән дә нығыраҡ ҡыуанған кеше юҡ! Ул артабан да дауам итһен!


Фото: Баныу ҠАҺАРМАНОВА.


Читайте нас: